Юлбарис (исем)
Викидатала элемент юҡ |
Юлбарис — башҡорт ир-ат исеме, башҡа төрки халыҡтарҙа осрай.
Этимологияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Юлбарис исеме башҡорт һүҙе Юл һәм ғәрәп һүҙе Барис ҡушылып төҙөлгән. Юлда тыуған Барис тигәнде аңлата. Барис һүҙе — алдан күреүсе, аҡыллы мәғәнәһен аңлата.[1]
Икенсе сығанаҡта Юлбарис исеме башҡорт теленә юлбарыҫ һүҙе үҙгәреп ингән, бала юлбарыҫ һымаҡ көслө, батыр булһын тигән теләк менән ҡушылған исем тип аңлатыла.[2].
Билдәле шәхестәр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Юлбарыҫ Бикбулатов (1766—?) — хәрби эшмәкәр. 1812 йылғы Ватан һуғышында һәм 1813—1814 йылдарҙағы Рус армияһының сит илгә походтарында 15-се Башҡорт атлы полкы командиры. Бикбов Юлбарыҫ Сурағол улы (1847—1922) — башҡорт старшинаһы, йәмәғәт эшмәкәре. Башҡорт халҡы союзы бюроһының ағзаһы.
Фамилиялар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Юлбарисов фамилияһы
- Юлбарисов Марс Хәбибулла улы (2 ноябрь 1963 йыл) — башҡорт эшҡыуары һәм меценаты. Кинйә Арыҫланов исемендәге мәрхәмәтлелек фонды президенты.
- Юлбарисов Эрнст Мирсаяф улы (22 ғинуар 1939 йыл) — ғалим-геолог, дәүләт һәм нефть сәнәғәте эшмәкәре, юғары мәктәп уҡытыусыһы. 1992—1998 йылдарҙа Башҡортостан Республикаһының Геология һәм ер аҫтын файҙаланыу буйынса дәүләт комитеты рәйесенең 1-се урынбаҫары. Геология-минералогия фәндәре кандидаты (1976), техник фәндәр докторы (1995). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған нефтсеһе (1995), Рәсәй Федерацияһының почётлы нефтсеһе (1997), Рәсәй Федерацияһының почётлы ер аҫтын тикшереүсеһе (2009), СССР-ҙың уйлап табыусыһы (1987).
- Бикбов Юныс Юлбарыҫ улы (1883—1943) — Башҡорт милли хәрәкәте эшмәкәре, Башҡорт Хөкүмәте Рәйесе (1918).
Топонимдар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Юлбарыҫ (рус. Юлбарсово) (элекке — Аҡҡужа рус. Аккужа, Иҫке Юлбарыҫ рус. Старое Юлбарсово) — Башҡортостандың Хәйбулла районындағы ауыл.
Сығанаҡтар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Башҡорт исемдәре / Таңһылыу Күсимова, Cветлана Бикҡолова. — Өфө: Китап, 2005. – 224 бит.
- Күсимова Таңһылыу. Исемдәр донъяһында. Башҡорт исемдәре һүҙлеге, башҡорт һәм рус телдәрендә. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1991. — 192 бит.
- Сулейманова Р. А. Башкирско-русский словарь-справочник личных имен и фамилий. — Уфа, 2013. — 364 с. ISBN 978-5-91608-111-4.
- Тупеев С. Х. Башкирский именник. Справочник личных имен с написанием вариантов на русском и башкирском языках. — Уфа, 2004.
- Хисамитдинова Ф.Ғ., Султанова Р. И. Русско-башкирский словарь — справочник личных имен, отчеств, фамилий. — Уфа, 2004.
- Хисамитдинова Ф.Ғ., Төпәев С. Х. Төрки сығанаҡлы һәм төрки элементлы башҡорт исемдәре. — Өфө, 2006.
- Яңы сығанаҡ өҫтәү өсөн «Ҡалып:Исемдәр донъяһында» сәхифәһен үҙгәртегеҙ
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Төпәев С. Х. Башҡорт фамилиялары. — Өфө: Китап, 2008. — С. 402. — 512 с. — ISBN 978-5-295-04594-3.
- ↑ Кусимова Т. «Исемдәр донъяһында» 2021 йыл 8 сентябрь архивланған.
Аҙаштар тураһында мәҡәләләр исемлеге. Әгәр ҙә һеҙ бында Википедияның башҡа мәҡәләһенән яңылыш килеп сыҡһағыҙ, ул һылтанманы дөрөҫләргә кәрәк. Шулай уҡ булған мәҡәләләрҙең тулы исемлеген ҡарағыҙ. |