Юлтый
Уҡыу көйләүҙәре
Ауыл | |
Юлтый | |
Ил | |
---|---|
Федерация субъекты | |
Муниципаль район | |
Муниципаль берәмеге | |
Координаталар | |
Майҙаны |
Юлтый км² |
Халҡы |
306 человек (2010) |
Почта индексы |
461153 |
Һанлы танытмалар | |
Автомобиль коды |
- |
Код ОКАТО | |
Код ОКТМО | |
Номер в ГКГН | |
Юлтый — Ырымбур өлкәһе Ҡыҙыл Гвардия районы ауылы. Пушкин ауыл советы составына керә[1].
Юлтый ауылының төньяҡ-көнбайышында Красиков ауылы урынлашҡан, көньяҡ-көнсығышта — Пушкинский ҡасабаһы.
Халыҡ
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]2010 йылда — 306 кеше тип иҫәпкә алынған. Башҡорттар йәшәй.
Археология
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- 2009 йылдың июнь уртаһында элек-электән башҡорттар йәшәгән Юлтый ауылы янында, Туҡ йылғаһы ярында кеше һөйәктәре табыла. Һөйәктәр янында трапеция формалы таш әйбер ҙә була. Мосолман ата-әсәләрҙең талабы буйынса үҫмерҙәр баш һөйәктең киҫәктәрен, башҡа һөйәктәрҙе, саҡматаштан яһалған әйберҙәрҙең һыныҡтарын үтек ҡумтаһына һалып, элекке Исмәғил ауылының боронғо башҡорт зыяратына алып барып күмәләр. Исмәғил ауылының урыны Юлтый ауылынан 3,8 км көнсығышта ята. Һөйәктәр табылған Красноярка ҡәберлеге Юлтый ауылынан төньяҡ-көнсығышта, Туҡ йылғаһының уң яҡ ярында урынлашҡан. Археологтар табылған һөйәктәрҙе энеолит (4035-3992 йй. до н. э.) дәүеренә ҡарай тип иҫәпләйҙәр[2].
Билдәле шәхестәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Дауыт Юлтый (1893—1938) — башҡорт яҙыусыһы, йәмәғәт эшмәкәре.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Закон Оренбургской области от 9 марта 2005 г. N 1901/343-III-ОЗ «О муниципальных образованиях в составе муниципального образования Красногвардейский район Оренбургской области»
- ↑ Богданов С. В., Хохлов А. А. Энеолитический могильник в урочище Красноярка // Известия Самарского научного центра Российской академии наук. Выпуск № 3-1 / том 14 / 2012