Андрианов Юрий Анатольевич

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Юрий Андрианов битенән йүнәлтелде)
Перейти к навигации Перейти к поиску
Юрий Андрианов
Тыуған көнө:

13 февраль 1953({{padleft:1953|4|0}}-{{padleft:2|2|0}}-{{padleft:13|2|0}})

Тыуған урыны:

Башҡорт АССР-ы
Өфө ҡалаһы

Вафат булған көнө:

21 август 2007({{padleft:2007|4|0}}-{{padleft:8|2|0}}-{{padleft:21|2|0}}) (54 йәш)

Вафат булған урыны:

Башҡортостан Республикаһы Өфө ҡалаһы

Гражданлығы:

Совет Социалистик Республикалар Союзы СССР
Рәсәй Рәсәй

Эшмәкәрлеге:

яҙыусы, журналист

Ижад йылдары:

19802007

Жанр:

проза, журналистика

Әҫәрҙәре яҙылған тел:

рус

Дебют:

«Дни» (шиғырҙар), 1984  (рус.)

Премиялары:

Степан Злобин (2000) һәм Фәтих Кәрим (2002) исемендәге әҙәби премиялар лауреаты

Наградалары:

Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (2001)

Андрианов Юрий Анатольевич (13 февраль 1953 йыл — 21 август 2007 йыл) — Башҡортостанда тыуып һәм йәшәп, рус телендә ижад иткән яҙыусы, шағир, тәржемәсе һәм журналист, СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы (1988), Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, республикала рус телендә нәшер ителгән «Бельские просторы» ижтимағи-сәйәси һәм әҙәби-нәфис журналының 1998—2007 йылдарҙағы (беренсе) баш мөхәррире.

Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Юрий Анатольевич Андрианов 1953 йылдың 13 февралендә Өфө ҡалаһында тыуған. Хеҙмәт эшмәкәрлеген 1974 йылда телеграф электромонтеры булып башлай. 1975—1980 йылдарҙа СССР Яҙыусылар союзының М. Горький исемендәге Әҙәбиәт институтында уҡый һәм аҙаҡтан Башҡортостан китап нәшриәтендә (хәҙер «Китап» нәшриәте) мөхәррир булып эшләй. 1998 йылдан ғүмеренең һуңғы көндәренәсә Башҡортостанда рус телендә нәшер ителгән «Бельские просторы» ижтимағи-сәйәси һәм әҙәби-нәфис журналының баш мөхәррире вазифаһын башҡара.

Юрий Андрианов әүҙем йәмәғәтсе лә ине. Ул күп йылдар Башҡортостан Яҙыусылар союзының идара ағзаһы булды. Бер үк ваҡытта республиканың рус һәм рус телендә ижад итеүсе яҙыусыларҙың ижади берләшмәһен етәкләне. Оҙаҡ һәм ҡаты ауырыуҙан һуң 2007 йылдың 21 авгусында вафат булды, Өфөлә ерләнгән.

Ижади эшмәкәрлеге[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Юрий Андрианов ижад ҡомары тәьҫиренә мәктәп йылдарында эләгә. Ҡулъяҙма шиғырҙары менән танышыу һөҙөмтәһендә тәжрибәле шағирҙар уға Әҙәбиәт институтына уҡырға инергә йүнәлтмә бирәләр ҙә инде. Уның был осорҙа яҙылған әҫәрҙәре, бергә тупланып, Башҡортостан китап нәшриәтендә 1984 йылда айырым йыйынтыҡ булып донъя күрә. Йәш шағирҙың икенсе китабы 1987 йылда уҡыусыға тәҡдим ителә. Артабанғы ике тиҫтә йыл осоронда уның йыйынтыҡтары тағы ла нәшер ителә. Бының менән бергә әҙәбиәттә үҙ ижад юлын тапҡан шағирҙың әҫәрҙәре Мәскәүҙә сыҡҡан һәм илебеҙҙең бар тарафтарында, төрлө быуын һәм төрлө һөнәр вәкилдәре араһында бик тә уҡымлы булған «Литературная газета» һәм «Литературная Россия» аҙналыҡтарында, «Комсомольская правда» гәзитендә һәм «Литературная учеба» журналында, республиканың рус телендәге матбуғат баҫмаларында донъя күрә.

Йәштәр һәм ололарға иҫәпләнгән әҫәҙәре менән бер рәттән Юрий Андрианов балалар өсөн дә әүҙем ижад итә. Бының һөҙөмтәһе булып 1990 йылда Башҡортостан китап нәшриәтендә кескәй уҡыусылар өсөн уның шиғри йыйынтығы баҫылып сыға.

Өс тиҫтә йылға яҡын ижади эшмәкәрлеге дәүерендә әҙип үҙен оҫта тәржемәсе итеп күрһәтте. Ул Башҡортостандың халыҡ шағирҙары Мостай Кәрим һәм Назар Нәжми, Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Ғайса Хөсәйенов, әҙиптәр Фәүзиә Рәхимғолова, Наил Ғәйетбаев һәм башҡаларҙың әҫәрҙәрен башҡортсанан руссаға тәржемә итте һәм, төрлө йылдарҙа баҫтырып сығарып, рус телле уҡыусыны уларҙың бай һәм киң ҡырлы ижады менән таныштырҙы.

Юрий Андриановтың Башҡортостан китап нәшриәтендә эшләгән осорҙа башҡарған бик тә файҙалы тағы ла бер хеҙмәтенең емештәре, ысын мәғәнәһендә маҡтауҙарға лайыҡ булып, йылдар аша ла уға үҙенсәлекле иҫтәлек булып торасаҡ: нәҡ уның мөхәррирлеге һөҙөмтәһендә рус телендә донъя күргән ун томлыҡ «Свод башкирского народного творчества» тупланмаһы, шулай уҡ «Библиотека башкирского романа «Агидель» һәм «Золотые родники» исемдәре аҫтындағы серияларҙа нәшер ителгән тиҫтәләгән башҡорт романдары тәржемә аша рус телле уҡыусыға барып етте. Серияларҙың һуңғыһында ғына ла 37 китаптың баҫылып сығыуы үҙе генә күп нәмә тураһында һөйләй.

Шиғри йыйынтыҡтары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

рус телендә

  • Дни: Стихи. — Уфа: Башкирское книжное издательство, 1984.
  • Под весенней звездой: Стихи, поэма . (Худож. В. Ковалев) — Уфа: Башкирское книжное издательство, 1987.
  • Собака по кличке Джек: Стихи для детей младшего возраста. — Уфа: Башкирское книжное издательство, 1990.
  • По воле твоей: Стихи. — Уфа: Башкирское книжное издательство, 1992.
  • Зимний ветер: Стихи. — Уфа: Китап, 2003.
  • По тропе жизни: Стихи. — Уфа: Китап, 2008.

Тәржемәләре һәм уларҙан йыйынтыҡтар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

рус теленән

  • Мчится голубой автобус: Стихи для детей (дошк. и мл. шк. возраста) / Фаузия Рахимгулова; Перевод с башк. Ю. Андрианова. Рис А. Костина. — Уфа: Башкирское книжное издательство, 1990.
  • Бельские просторы, 1993: Проза, поэзия, воспоминания, ст., эссе / [Сост. Андрианов Ю., Шарипов С.]. — Уфа: Китап, 1993.
  • Башкирское народное творчество: Перевод. Т. 9. — Уфа: Китап, 1996.
  • Башкирские сказки и легенды: Для детей : Перевод / Сост. Ю. А. Андрианов; Худож. А. А. Костин. — Уфа: Китап, 1996.
  • Бельские просторы, 1996: Проза, поэзия, воспоминания, ст., эссе / Сост. Андрианов Ю., Шарипов С. — Уфа: Китап, 1993.
  • Дастан о Башкортостане: Стихи / Сост. Ю. Андрианов, И. Киньябулатов; Вступ. ст. Р. Бикбаева; Худож. И. Файрушин. — Уфа: Китап, 1997.

Гәзит һәм журналдарҙа баҫылған әҫәрҙәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Здесь не может чудо не свершиться... [Текст] : стихи / Юрий Андрианов // Наш современник. - 2005. - N 2. - С. 52-54. (рус.)

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Хәтер[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Сығанаҡтар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Писатели земли башкирской. Справочник / (сост.: Р. Н. Баимов, Г. Н. Гареева, Р. Х. Тимергалина). Переработанное и дополненное второе издание. — Уфа: Китап, 2015. — 672 с. ISBN 978-5-295-06338-1 (рус.) (Тикшерелгән 10 февраль 2018)
  • Писатели земли башкирской. Справочник / Сост.: Р. Н. Баимов, Г. Н. Гареева, Р. Х. Тимергалина. — Уфа: Китап, 2006. — 496 с. (рус.)  (Тикшерелгән 10 февраль 2018)

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Ошанин Л. Позывные новых имен // Литературная Россия. 1980. 2 мая.
  • Касымов А. Мы вышли в мир... // Вечерняя Уфа. 1984. 13 февр.
  • Ахмедов Р. К своей звезде // Вечерняя Уфа. 1987. 30 нояб.
  • Касымов А. Все говорит со всем и обо всем... // Вечерняя Уфа. 1987. 30 нояб.
  • Шафиков Г. Третий перевал поэта // Известия Башкортостана. 1993. № 98.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]