Эстәлеккә күсергә

Ялан Йәркәй (йыр)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Ялан Йәркәй
Сәнғәт формаһы Йыр
Жанр халыҡ йыры
Автор Халыҡ
Әҫәрҙең теле башҡортса‎

Ялан Йәркәй (рус. Ялан Яркей) — башҡорт халыҡ йыры, оҙон көй (оҙон моңло йыр). Төрлө варианттары бар.

...Алтын ғына микән был донъя?
Көмөш кенә микән был донъя?
Алтын ғына уйлы аҫыл иргә
Баҡыр ғына икән был донъя!

«Ялан Йәркәй» йырының һүҙҙәре.

Тәүге тапҡыр «Ялан Йәркәй» йырын 1930-сы йылдар тирәһендә Ырымбур өлкәһе Новосергиевка районының Мерәҫ ауылында Мөхәмәтша Буранғолов яҙып ала. Ғиниәт Ушановтан Хөсәйен Әхмәтов яҙып алған һәм инструменталь вариантта эшкәртелгән төрө «Башҡорт халыҡ йырҙары» йыйынтығында нәшер ителгән. Йырҙың вокал варианты «Башҡорт халыҡ ижады» китабында баҫтырылған[1], уны Башҡорт АССР-ының Ейәнсура районының Бикбау ауылы йыраусыһы Сәләхетдин Итбаевтан 1937 йылда Лев Лебединский яҙып ала. Йырҙың Фәрит Камаев, Кирәй Мәргән, Ниғмәт Шоңҡаров яҙып алған варианттары ла бар.

Риүәйәт буйынса, йырҙың авторы — Буранбай сәсән. Йырҙа башҡорт ерҙәрен межалап, сит-яттарға һатыуға ҡаршы сыҡҡан Йәркәй батыр тураһында һүҙ бара. Уға урмандарҙа йәшеренеп йөрөргә тура килә. Шул саҡ уны 9-сы башҡорт кантоны начальнигы Ҡаһарман Ҡыуатов, тауышы буйынса танып, губернатор В. А. Перовскийға алып бара.

Француздарға ҡаршы һуғышта Йәркәй күрһәткән батырлыҡтарҙы хәтерләп, губернатор уны ғәфү итә. Сәсән тыуҙырған йырҙы «Ялан Йәркәй» тип атай башлайҙар.

Йырҙы яҙыуҙың икенсе төрлө версияһы ла бар. Йырҙа Туҡ-Соран башында, Тоҙ юлы буйындағы киң яланды һатып алған Тимашев тигән боярға ҡаршы сыҡҡан Йәркәй батыр тураһында һүҙ бара[2].

Донъяның ярлы-ябағайға һәм байҙарға бүленеүе йырҙа кинәйәле итеп «баҡыр» һәм «алтын» менән сағыштырыла. Йыр ҡыйырһытылған халҡы өсөн йәне әсегән батыр исеменән яңғырай.

Характеристикаһы

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

«Ялан Йәркәй» эпик характерҙағы йыр, яңғырау диапозоны киң (2 октава тирәһе), темпы һәлмәк. Көй нигеҙендә мажор һөйкәлеш пентатоникаһы ята. Йыр көйөн уйнауға алмаш ритм, йыш осрай торған синкоптар менән октаваға тиң диапозон хас. Көйҙөң үҙенсәлеге — квинт тондарында һәм беренсе һөйләмдә миксолид түбән 7-се баҫҡыс, икенсеһендә тониктар.

Башҡарыусылар — йырсылар Фәтих Ғәбитов, К. М. Дияров, Ғиниәт Ушанов.

Йырҙың инструменталь вариантын композитор Х. Ф. Әхмәтов яҙа.

  • Башҡортостан: ҡыҫҡаса энциклопедия. Өфө. 1997.
  • Башҡорт халыҡ ижады. Йырҙар. 1 се кит. Өфө, 1974;
  • Дияров К. М. Сал Уралдың моңдары. Өфө, 1988;
  • Буранғолов М. А. Сәсән аманаты: халыҡ ижады hәм ижадсылар тураhында, туй йолалары, боронғо йырҙар hәм легендалар, ҡобайырҙар. Өфө, 1995.
  • Асфандиярова К. М., Читая письма Буранбая… Буранбайҙың яҙған хатын уҡып…. Уфа. 2016. стр. 174,т. 1000 экз.
  1. Башҡорт халыҡ ижады. 1 т. 1954.
  2. К. М. Асфандиярова, Уфа. 2016, стр. 21. Читая письма Буранбая… Буранбайҙың яҙған хатын уҡып…, стр. 174,т. 1000 экз.