Ямалетдинова Фирүзә Ислам ҡыҙы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Ямалетдинова Фирүзә Ислам ҡыҙы
Заты ҡатын-ҡыҙ
Тыуған көнө 28 март 1960({{padleft:1960|4|0}}-{{padleft:3|2|0}}-{{padleft:28|2|0}}) (61 йәш)
Тыуған урыны СССР, РСФСР, Татар Автономиялы Совет Социалистик Республикаһы[d], Дрожжановский район[d]
Һөнәр төрө шағир

Ямалетдинова Фирүзә Ислам (Исламетдин) ҡыҙы (Фәтхетдинова) (28 март 1960 йыл, СССР, РСФСР, ТАССР, Сүпрәле районы, Иҫке Кәкерле) — татар яҙыусыһы, шағирә, журналист, «Ҡазан утлары» журналы мөхәррире, Фәтих Хөсни һәм Һыҙый Таҡташ исемендәге әҙәби премиялар, Сажидә Сөләймәнова премияһы лауреаты (2006), Татарстандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (2020).

Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Фирүзә Исламетдин ҡыҙы Ямалетдинова — Фәтхетдинова 1960 йылдың 28 мартында Иҫке Кәкерле ауылында тыуған. Ауыл мәктәбендә уҡыған йылдарында уҡ район гәзитендә уның үҙе яҙған шиғырҙары баҫыла һәм ул гәзит уҡыусылар араһында өмөтле ҡәләм эйәһе булараҡ танылыу ала. Тыуған ауылы мәктәбендә урта белем алғас, ул Ҡазан дәүләт университетының журналистикаға факультетына уҡырға инә. Саллы ҡалаһына күсеп килә.

Яр Саллыла 21- се мәктәптә уҡытыусы булып эшләп ала, шунан үҙ һөнәре буйынса, журналист эшенә күсә: Саллылағы «Таң йолдызы» гәзитенең баш мөхәррире вазифаһын үтәй. Һуңыраҡ «Мәйдан» журналында әҙәбиәт һәм сәнғәт бүлеген етәкләй.

2007 йылда ул Ҡазанға күсеп килә. Башта «Ватаным Татарстан» гәзите редакцияһында, унан Татарстан китап нәшриәтендә эшләй. Һуңғы ваҡытта Фирүзә Ямалетдинова «Ҡазан утлары» журналы редакцияһында шиғриәт бүлеге мөхәррире булып эшләй[1].

Фирүзә Ямалетдинова әҙәбиәттең шиғыр һәм проза жанрҙарында берҙәй оҫталыҡ менән ижад итә. Уның әҫәрҙәре республиканың төрлө ваҡытлы матбуғат биттәрендә урын ала. 2002 йылда Яр Саллы типографияһында ике шиғырҙар йыйынтығы баҫылып сыға. «Яшен күзләре» исемле беренсе йыйынтығында уның 89 шиғыры урын алған. 58 шиғыр әҫәрҙәрен үҙенә һыйҙырған икенсе йыйынтығы «Уйлы җил» тип атала. 2004 йылда Татарстан китап нәшриәтендә Фирүзәнең «Толымло ай» тигән өсөнсө йыйынтығы донъя күрә. Был китаптарҙа авторҙың тормошҡа һәм кешеләргә булған ихлас мәхәббәте, тыуған халҡына, тыуған еренә тәрән ихтирамы, кеше һәм халыҡ яҙмышы, мөхәббәт, көндәлек тормош-йәшәйеш тураһында фәлсәфәүи — лирик шиғырҙары тупланған.

Һуңғы йылдарҙа Фирүзә Ямалетдинова проза өлкәһендә үҙен һынай. 2007 йылда Татарстан китап нәшриәтендә уның «Догалы корт» исемле повестар һәм хикәйәләр китабы[2]. баҫылып сыға. Был әҫәрҙәрҙә автор замандаштарының йәмғиәттәге үҙгәрештәр осоронда кисергән уй-хистәре, әхлаҡи зыян-табыштары тасуирлана.

Бүләктәре, маҡтаулы исемдәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Фәтих Хөсни исемендәге әҙәби премия
  • Һаҙый Таҡташ исемендәге әҙәби премия[3]
  • 2006 ― Сәжидә Сөләймәнова исемендәге премия ― "2007 йылда Татарстан китап нәшриәтендә баҫылып сыҡҡан"Догалы корт" исемле повестар һәм хикәйәләр китабы өсөн"[4]
  • 2020 ― Татарстандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре ― «татар әҙәбиәтен үҫтереүгә ҙур өлөш индереүе һәм күп йыллыҡ һөҙөмтәле хеҙмәте өсөн»[5]

Сығанаҡтар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. Фирүзә Җамалетдиновага 60 яшь! kazanutlary.ru, 28.03.1010
  2. Саҗидә Сөләйманова премиясе (2006)
  3. Бүген Фирүзә Җамалетдинованың туган көне. kazanutlary.ru, 28.03.2019
  4. Вручены премии имени Сажиды Сулеймановой. Татар-информ, 3.10.2008
  5. Котлыйбыз!. Казан утлары, 2020 ел, № 12, 191 нче бит