Эстәлеккә күсергә

Мостафин Йәмил Мостафа улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Ямиль Мустафин битенән йүнәлтелде)
Мостафин Йәмил Мостафа улы
Тыуған көнө:

20 май 1927({{padleft:1927|4|0}}-{{padleft:5|2|0}}-{{padleft:20|2|0}}) (97 йәш)

Тыуған урыны:

Башҡорт АССР-ы Шишмә районы Яңы Уҫман ауылы

Гражданлығы:

Совет Социалистик Республикалар Союзы СССРРәсәй Федерацияһы Рәсәй Федерацияһы

Эшмәкәрлеге:

прозаик, тәржемәсе

Премиялары:

СССР Яҙыусылар союзы һәм ВЦСПС премияһы (1970); СССР-ҙың Нәшриәт, полиграфия һәм китап сауҙаһы буйынса дәүләт комитеты һәм ВЛКСМ Үҙәк Комитеты премияһы (1972); М. Н. Алексеев (2000), С. Злобин (2005) һәм
С. Михалков (2015) исемендәге әҙәби премиялар.

Наградалары:

«Почёт Билдәһе» ордены  — 1987
Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1991)

Мостафин Йәмил Мостафа улы (20 май 1927 йыл29 октябрь 2021 йыл) — Мәскәүҙә йәшәп, рус телендә ижад иткән яҙыусы, тәржемәсе. 1980—1990 йылдарҙа «Советский писатель» нәшриәтенең өлкән мөхәррире. 1971 йылдан СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы. Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1991). «Почёт Билдәһе» ордены кавалеры (1987), әҙәби премиялар лауреаты. Тайшет ҡалаһының почётлы гражданы.

Йәмил Мостафа улы Мостафин 1927 йылдың 20 майында Башҡорт АССР-ының Өфө кантоны[1] Яңы Уҫман ауылында тыуған.

Ленинград Хәрби физик культура һәм спорт институтын (1950), М. Горький исемендәге Әҙәбиәт институтын (1962) тамамлаған.

19501954 йылдарҙа Порт-Артурҙағы совет хәрби-диңгеҙ базаһында хеҙмәт итә, 1-се ранг капитаны. 1961 йылдан алып Мәскәүҙең «Юный техник» журналында яуаплы сәркәтип, 1965 йылдан — «Советская Россия» нәшриәте хеҙмәткәре, артабан РСФСР Яҙыусылар союзының әҙәби консультанты булып эшләй.

1980—90 йылдарҙа «Советский писатель» нәшриәтендә өлкән мөхәррир вазифаһын башҡара. 2005—2009 йылдарҙа Рәсәй Яҙыусылар союзы идараһы секретары була.

«Батырлыҡ» («Подвиг») исемле тәүге китабы 1969 йылда сыға. «Юл» («Дорога»; 1987) романы, «Күк төҫто ал» («Лови синий цвет»; 1979), «Күпер» («Мост»; 1983), «Ут төртөүсе» («Поджигателъ»; 2007) һ.б. хикәйәләр һәм повестар йыйынтыҡтары авторы.

Әҫәрҙәрен башҡорт теленә Динис Бүләков менән Фәрит Иҫәнғолов һәм башҡалар тәржемә итә. Китаптары шулай уҡ инглиз, вьетнам, ҡытай телдәрендә лә нәшер ителгән.

Үҙе Вәзих Исхаҡовтың «Ҡындан һурылды ҡылыстар» (1971) романын, Ибраһим Абдуллиндың һәм башҡаларҙың әҫәрҙәрен рус теленә тәржемә иткән.

СССР Яҙыусылар союзы һәм Бөтә Союз профсоюздар үҙәк советы (1970), СССР-ҙың нәшриәт, полиграфия һәм китап менән сауҙа итеү эштәре буйынса Дәүләт комитетының һәм комсомолдың Үҙәк Комитеты (1972) премияһы, М. Н. Алексеев исемендәге (2000), С.Злобин исемендәге (2005), С. Михалков исемендәге (2015)премия лауреаты. «Почёт Билдәһе» ордены (1987), сит ил ордендары менән бүләкләнгән.

2021 йылдың 29 октябрендә Мәскәүҙә вафат булды[2].

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • «Почёт Билдәһе» ордены (1987)
  • СССР Яҙыусылар союзы һәм Бөтә Союз профсоюздар Үҙәк советы премияһы (1970)
  • СССР-ҙың Нәшриәт, полиграфия һәм китап сауҙаһы эштәре буйынса дәүләт комитеты һәм ВЛКСМ Үҙәк Комитеты премияһы (1972)
  • М. Н. Алексеев исемендәге премия (2000)
  • Степан Злобин исемендәге әҙәби премия (2005)
  • С. Михалков исемендәге премия (2015)
  • сит ил ордендары (Орден святого благоверного князя Даниила Московского; Орден «Дружба», КНР, 1953)
  • БАССР-ҙың аткаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1991).
  • Тайшет ҡалаһының почётлы гражданы.
  • «Батырлыҡ» («Подвиг») исемле тәүге китабы 1969
  • «Живая запятая» (1972)
  • Эшелондар көнбайышҡа киткәндә: повесть һәм хикәйәләр. Өфө, 1974;
  • «Күк төҫто ал» («Лови синий цвет»; 1979
  • «Күпер» («Мост»; 1983),
  • Барый БАМ-ға бара: повесть, хикәйәләр. Өфө, 1984;
  • «Юл» («Дорога»; 1987) романы
  • «Шайтан» (2000).
  • Бешеная: рассказы. Казань, 2007.
  • «Ут төртөүсе» («Поджигателъ»; 2007)
  1. Хәҙер Башҡортостан Республикаһының Шишмә районы
  2. Ушёл из жизни Ямиль Мустафин — Союз писателей России (рус.) (Тикшерелеү көнө: 19 май 2022)
  • Писатели земли башкирской. Справочник / (сост.: Р. Н. Баимов, Г. Н. Гареева, Р. Х. Тимергалина). Переработанное и дополненное второе издание. — Уфа: Китап, 2015. — 672 с. ISBN 978-5-295-06338-1 (рус.) (Тикшерелеү көнө: 9 октябрь 2017)
  • Писатели земли башкирской. Справочник / Сост.: Р. Н. Баимов, Г. Н. Гареева, Р. Х. Тимергалина. — Уфа: Китап, 2006. — 496 с. (рус.) (Тикшерелеү көнө: 9 октябрь 2017)
  • Ғәйнуллин М. Ф., Хөсәйенов Ғ.Б. Совет Башҡортостаны яҙыусылары. Биобиблиографик белешмә. Тулыландырылған, төҙәтелгән икенсе баҫма. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1988. — 400 бит. (Тикшерелеү көнө: 9 октябрь 2017)
  • Гайнуллин М. Ф., Хусаинов Г. Б. Писатели Советской Башкирии. Биобиблиографический справочник / Оформление А. Королевского. — Уфа: Башкирское книжное издательство, 1977. — 416 стр. (рус.) (Тикшерелеү көнө: 9 октябрь 2017)