Эстәлеккә күсергә

Яҡшығол (исем)

Күп мәғәнәлелекте тәртипләү
Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Викидатала элемент юҡ

Яҡшығол — башҡорт ир-ат исеме. Башҡа төрки халыҡтарҙа ла бар.

Яҡшығол саф башҡорт исеме, яҡшы һәм ҡол һүҙҙәре ҡушылыуынан яһалған[1].

Яҡшығол Ҡаҙыбаев — 1812 йылғы Ватан һуғышында ҡатнашыусы, башҡорт казагы.

Яҡшығолов Сафуан Суфиян улы (апрель 1871 — июль 1931) —мәғрифәтсе-шағир, мулла һәм уҡытыусы. 1904—1905 йылдарҙағы рус-япон һуғышында ҡатнашыусы.

Ҡоҙамыш Яҡшығолов — 13-сө Башҡорт полкы составында 1812 йылғы Ватан һуғышында һәм Рус армияһының сит илгә 1813—1814 йылдарҙағы походтарында ҡатнашыусы. «1814 йылдың 19 мартында Парижды алған өсөн» һәм «1812 йылғы Ватан һуғышы иҫтәлегенә» көмөш миҙалдары кавалеры.


Яңы сығанаҡ өҫтәү өсөн «Ҡалып:Исемдәр донъяһында» сәхифәһен үҙгәртегеҙ