Эстәлеккә күсергә

Ғайсин Фәрит Әхмәт улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Ғайсин Фәрит Әхмәт улы
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
 Рәсәй
Тыуған көнө 12 ғинуар 1942({{padleft:1942|4|0}}-{{padleft:1|2|0}}-{{padleft:12|2|0}})
Тыуған урыны Аптраҡ, Мәләүез районы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР
Вафат булған көнө 22 май 2002({{padleft:2002|4|0}}-{{padleft:5|2|0}}-{{padleft:22|2|0}}) (60 йәш)
Вафат булған урыны Өфө, Рәсәй
Һөнәр төрө уҡытыусы, дәүләт эшмәкәре, социолог
Эш урыны министерство образования[d]
Башҡортостан Республикаhы
Институт развития образования и повышения квалификации[d]
Биләгән вазифаһы министр урынбаҫары[d] һәм ректор[d]
Уҡыу йорто Башҡорт дәүләт университетының Стәрлетамаҡ филиалы
Ғилми исеме профессор[d]
Ғилми дәрәжә социология фәндәре докторы[d]

Ғайсин Фәрит Әхмәт улы (12 ғинуар 1942 йыл — 22 май 2002 йыл) — ғалим-социолог, партия органдары, дәүләт һәм юғары мәктәп хеҙмәткәре. 1967 йылдан — партия эшендә; 1990 йылдан Башҡортостандың халыҡ мәғарифы министры урынбаҫары; 1996—2002 йылдарҙа Башҡортостан мәғарифты үҫтереү институты һәм Башҡортостан агросәнәғәт комплексы кадрҙарын яңынан әҙерләү һәм уларҙың квалификацияһын күтәреү институты ректоры. Социология фәндәре докторы (1996), профессор (2001), Социаль технологиялар һәм урындағы үҙидара академияһы академигы.

Фәрит Әхмәт улы Ғайсин 1942 йылдың 12 ғинуарында Башҡорт АССР-ының Йомағужа районы (хәҙер Башҡортостан Респупликаһының Мәләүез районы) Аптраҡ ауылында тыуған. 1964 йылда Стәрлетамаҡ педагогия институтын тамамлағандан һуң, 1965 йылдан Салауат педагогия училищеһында (хәҙер колледж) физика фәне уҡытыусыһы булып эшләй. 1967—1990 йылдарҙа Салауат, Белорет, Өфө ҡалаларының партия органдарында эшләй. 1979 йылда Мәскәүҙә КПСС ҮК эргәһендәге Ижтимағи фәндәр академияһын тамамлай. 1990 йылда Башҡортостан Республикаһының халыҡ мәғарифы министры урынбаҫары итеп тәғәйенләнә. 19962002 йылдарҙа Башҡортостан Республикаһының мәғарифты үҫтереү институты һәм Башҡортостан агросәнәғәт комплексы кадрҙарын яңынан әҙерләү һәм уларҙың квалификацияһын күтәреү институты ректоры булып эшләй[1].

2002 йылдың 22 майында ауырыуҙан һуң Өфөлә вафат була.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Фәнни эшмәкәрлеге

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ғилми хеҙмәттәре уҡыусы йәштәрҙе тәрбиәләү, мәғариф һәм идара итеү социологияһы, конфликтология проблемаларын өйрәнеүгә арналған. 80-дән ашыу фәнни хеҙмәт авторы[1].