Ғатаулла Әбделмаликов

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Ғатаулла Әлибаев битенән йүнәлтелде)
Ғатаулла Әбделмаликов
Дин:

ислам

Тыуыу выҡыты:

1836({{padleft:1836|4|0}})

Тыуған урыны:

Вәлит ауылы, Түңгәүер улусы, Орск өйәҙе, Ырымбур губернаһы (хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Хәйбулла районы)

Үлеү ваҡыты:

1914({{padleft:1914|4|0}})

Вафат булған урыны:

Вәлит ауылы, Түңгәүер улусы, Орск өйәҙе, Ырымбур губернаһы (хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Хәйбулла районы)

Ил:

Рәсәй империяһы Рәсәй империяһы

Ғатаулла Әбделмалик улы Әлибаев (Ғатаулла ишан; 18361914) — башҡорт дин әһеле, ишан. Нәҡшбәндиә тәриҡәте ағзаһы.

Биографияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ғатаулла Әбделмалик улы 1836 йылда Ырымбур губернаһы Орск өйәҙе Түңгәүер улусының (хәҙерге Башҡортостан Республикаһы Хәйбулла районының) Вәлит ауылында тыуған. Шәжәрәһе: Аҡкөйөктән — Түңгәүер — Ҡаратөлкө — Күстәнәй — Туҡһары — Дәүләтсура — Туйын — Һөйөндөк — Хәсән — Ҡыуат — Ирғәле — Әлибай (1783) — Әбделмалик (1805) — Ғатаулла (1836—1914)[1].

Вәлит ауылы мәсете ҡарамағындағы мәктәптә башланғыс дини белем ала. Зәйнулла Рәсүлев менән бергә Истанбулда уҡыуын дауам итә[2].

Туған яғына ҡайтҡас мәҙрәсә аса, бында Нәҡшбәндиә суфый тәриҡәтенең тәғлимәтен уҡыта. Консерватив ҡарашлы дин әһелдәре тарафынан уҡыуҙа яңы ысулдар индереүҙә ғәйепләнә. 1873 йылда властар тарафынан Зәйнулла Рәсүлев менән бергә Вологда губернаһына һөргөнгә ебәрелә[2].

1881 йылда туған яғына ҡайта һәм үҙенең мәҙрәсәһендә эшләй. Мосолман мәғарифын реформалауҙа (йәдитселек) әүҙем ҡатнаша.

Хаж ҡыла. Дауалау эше менән шөғөлләнә, әүлиә булараҡ таныла.

Туған Вәлит ауылында 1914 йылда вафат була.

Хәтер[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Вәлит ауылы урамдарының береһе Ғатаулла Әлибаев исемен йөрөтә.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. Маннапов М. М. Алибаев Гатаулла Абдулмаликович. УРГАЗА.ru. Дата обращения: 24 февраль 2017.
  2. 2,0 2,1 Ярмуллин С. Ш. [/ Абдельмаликов Гатаулла, Алибаев Гатаулла] // Башкирская энциклопедия. — Уфа: ГАУН «Башкирская энциклопедия», 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-306-8.

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Имангулов Р. Момент истины, время духовного озарения // Хайбуллинский вестник. — 16 июля 2009 года — № 78. — С. 2.
  • Шәкүров Р. З. Илебеҙҙең изге заттары // Башҡортостан: гәзит. — 8 сентябрь 1995 йыл.
  • Ярмуллин С. Ш. Абдельмаликов Гатаулла // Башкирская энциклопедия. В 7 т. / Гл. ред. М. А. Ильгамов. Т.1. — Уфа: Башкирская энциклопедия, 2005. — 624 с. — С. 8.
  • Ярмуллин С. Ш. Святой Гатаулла ишан // Хайбуллинский вестник. — 7 июля 2009 года — № 74. — С. 2.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]