Ғәббәсов Әхмәҙулла Әхмәт улы
| Ғәббәсов Әхмәҙулла Әхмәт улы | |
| Зат | ир-ат |
|---|---|
| Гражданлыҡ |
|
| Тыуған көнө | 1902 |
| Тыуған урыны | Көйөргәҙе районы |
| Һөнәр төрө | Һалдат |
| Хәрби звание | ҡыҙылармеец[d] |
| Һуғыш/алыш | Бөйөк Ватан һуғышы |
| Ғәскәр төрө | кавалерия[d] |
| Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре | |
Ғәббәсов Әхмәҙулла Әхмәт улы (1902 йыл — ?) — 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугиры, ҡыҙылармеец, «Батырлыҡ өсөн» миҙалы кавалеры[1][2][3].
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ғәббәсов Әхмәҙулла Әхмәт улы 1902 йылда Башҡорт АССР-ының Көйөргәҙе районында тыуған. Ҡыҙыл Армия сафына Көйөргәҙе районы хәрби комиссариаты тарафынан саҡырыла[1][2][3]. Бөйөк Ватан һуғышында 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының 313-сө кавалерия полкында пулемет эскадроны пулемет тоҫҡаусыһы булып хеҙмәт итә[2]. Яуҙа күрһәткән ҡаһарманлығы өсөн 1942 йылдың 15 декабрендә «Батырлыҡ өсөн» миҙалы менән бүләкләнә (1942 йылдың 15 декабрендәге 292-се һанлы подразделение приказы)[1][2][3]. Хәрби ҡаһарманлыҡ күрһәткән көндәре: 1942 йылдың 21-24 ноябре. Наградлау ҡағыҙында уның ҡаһарманлығы тураһында ошондай юлдар бар:
| Пулемет эскадроны пулемет тоҫҡаусыһы Ғәббәсов Әхмәҙулла Әхмәт улы 1942 йылдың 21-24 ноябрендәге һуғыштарҙа үҙенең пулемет уты менән бер нисә тапҡыр һөжүмгә күскән дошман пехотаһын ҡыуып ебәрҙе, шул ваҡытта дошмандың егерменән артыҡ һалдатын һәм офицерын юҡ итте. |
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- 1 2 3 Память народа. Габбасов Ахмадулла Ахметович
- 1 2 3 4 Шаймуратовцы. ГАББАСОВ Ахмадулла Ахметович
- 1 2 3 Габбасов А. А. 2021 йыл 10 июнь архивланған.
Сығанаҡтар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Память народа. Габбасов Ахмадулла Ахметович (рус.) (Тикшерелеү көнө: 12 июль 2021)
- Шаймуратовцы. ГАББАСОВ Ахмадулла Ахметович (рус.) (Тикшерелеү көнө: 12 июль 2021)
- Габбасов А. А. 2021 йыл 10 июнь архивланған.