Эстәлеккә күсергә

Иркәбаев Ғәбделхәй

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Ғәбделхәй Иркәбаев битенән йүнәлтелде)
Ғәбделхәй Иркәбаев
Тыуған көнө:

1893({{padleft:1893|4|0}})

Тыуған урыны:

Ырымбур губернаһы, Силәбе өйәҙе, Ҡорман ауылы (хәҙерге Силәбе өлкәһе Арғаяш районы)

Вафат булған көнө:

28 март 1919({{padleft:1919|4|0}}-{{padleft:3|2|0}}-{{padleft:28|2|0}})

Вафат булған урыны:

Башҡорт АССР-ы, Йылайыр ауылы,

Эшмәкәрлеге:

шағир, яҙыусы

Ғәбделхәй Иркәбаев (18931919) — шағир, башҡорт милли хәрәкәтен ойоштороусыларҙың береһе, публицист. Башҡорт үҙәк шураһы ағзаһы.

«Рәсүлиә» мәҙрәсәһен тамамлай.

1917 йылдың майынан Башҡорт өлкә бюроһы ағзаһы, ә июлдән — Башҡорт үҙәк шураһы ағзаһы була.

Бөтә башҡорт ҡоролтайын (съездын) әҙерләүҙә һәм эшендә ҡатнаша.

1917 йылдың 17 декабрендә, башҡа III Бөтә башҡорттар ойоштороу ҡоролтайы делегаттары — Ғәбитов Хәбибулла Ғәбделҡаһир улы һәм башҡалар менән берлектә, «Тулҡын» ойошмаһына нигеҙ һала. Был ойошманың тәүге исеме «Йәш Башҡортостан йәштәре берлеге» («Союз молодёжи Башкурдистана») була.

1918 йылдың 30 ғинуарында беренсе Арғаяш кантоны депутаттары съезы үтә, был съезда 11 кешенән торған кантисполком һайлана. Улар араһында Ғабдулхай Иркәбаев, Хафиз Ҡушаев, Нуриәғзәм Таһиров, Ғариф Мөхәмәтйәров, Ғәле Сәлимйәнов һәм башҡалар була.

1918 йылдың июлендә Таһир Имаҡов менән бергә Бөрйән-Түңгәүер ирекле отрядын ойоштороуҙа ҡатнаша, аҙаҡ был отрядтың командир ярҙамсыһы итеп тәғәйенләнә.

1919 йылдың февралендә I Бөтә башҡорт хәрби съезында ҡатнаша. Артабан ул Башревкомдың матбуғат бүлегендә эшләй.

«Башҡорт иттифаҡи бюроһының мөхбире», «Башҡорт» һәм башҡа гәзиттәрҙә Ғ. Иркәбаев башҡорт халҡының үҙбилдәләнеш өсөн милли көрәшенә арналған мәҡәләләр, эссе һәм шиғырҙар баҫтыра.

1919 йылдың 28 мартында Башҡорт Армияһы РККА яғына сыҡҡас, Ғәбделхәй Иркәбаев Шәйехзада Бабич менән бергә 1-се Смоленск уҡсы полк ҡыҙылармеецтары тарафынан Башҡорт АССР-ы Йылайыр районының Йылайыр ауылында үлтерелә.