Ғәбделхәким Ҡорбанғәлиев

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Ғәбделхәким Ҡорбанғәлиев
Тыуған көнө

1809({{padleft:1809|4|0}})

Тыуған урыны

Ырымбур губернаһы, Силәбе өйәҙе, Әйле улусы, Исмәғил ауылы

Вафат булған көнө

1872({{padleft:1872|4|0}})

Вафат булған урыны

билдәһеҙ

Эшмәкәрлеге

дин әһеле

Балалары

Ғәбиҙулла

Ғәбделхәким Ҡорбанғәлиев (18091872) — дин әһеле.

Биографияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ғәбделхәким бин Ҡорбанғәли әл-Сарҙаҡлы 1809 йылда Ырымбур губернаһы Силәбе өйәҙе V башҡорт кантоны Әйле улусы (хәҙерге Силәбе өлкәһе Арғаяш районы) Исмәғил ауылында мулла Ҡорманғәли (Ҡорбанғәли) Хәмитовтың ғаиләһендә тыуған. Ҡорбанғәлиевтар нәҫеленән.

Ризаитдин Фәхретдинов буйынса, башта Орск өйәҙе Юлыҡ мәҙрәсәһендә Ғәбделлатиф бин Әҙеһәм Юлыҡи хәҙрәттә белем ала. Артабан Минзәлә өйәҙе XI башҡорт кантоны Бүләр улусы Симәк ауылына Шәйәхмәт бин Рафиҡ әс-Симәкигә уҡырға бара, әммә бында оҙаҡ булмай һәм Стәрлетамаҡ мәҙрәсәһенә шәйех Шәрәфетдин бин Зәйнетдин Эстәрлемаҡиға (?-1846) килә. Калифорния университеты профессоры Хәмит Алгар хәбәр итеүенсә, бында шәйех Шәрәфетдин бин Зәйнетдин Эстәрлемаҡиҙың төп вариҫы була һәм Нәҡшбәндиә тәриҡәтенә инеп иджаза ала.

XIX быуат уртаһында указлы мулла булып хеҙмәт итә, ошо осорҙа Ҡорбанғәлиевтар Исмәғил ауылынан Асҡарға күсә. 1852 йылда Асҡар ауылынан Миҙиәк ауылына указлы мулла итеп күсерелә. Бында 1860 йылда үҙ аҡсаһына мәктәп аса, был мәктәп 1883 йылда Миҙиәк мәҙрәсәһе булып китә. Ризаитдин Фәхретдинов, Ғәбделхәким Ҡорбанғәлиев вариҫтары-хәлифәләреен атап үтә: Зәйнулла бин Ғәлекәй әл-Арыҫлани әл-Эстәрле, Камалетдин бин Шәрәфетдин бин Зәйнетдин, Хисаметдин бин Ғәбделкәрим ән-Нәүфәзи, шәйех Зәйнулла бин Хәбибулла әл-Хәлиди һәм башҡалар.

1872 йылда вафат була.

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]