Симәк
Ауыл | |
Симәк татар. Симәк | |
Ил | |
---|---|
Федерация субъекты | |
Муниципаль район | |
Ауыл биләмәһе | |
Координаталар | |
Халҡы |
257 человек (2008) |
Милли состав | |
Сәғәт бүлкәте | |
Почта индексы |
423989 |
Һанлы танытмалар | |
Автомобиль коды |
- |
Код ОКАТО | |
Код ОКТМО | |
Симәк — Рәсәй Федерацияһы Татарстан Республикаһының Мөслим районындағы ауыл. Симәк ауыл биләмәһенең административ үҙәге.
Географик урынлашыуы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ауыл Мышыға йылғаһы бассейнында, Мөслим ауылынан төньяҡ-көнсығышҡа табан 24 км алыҫлыҡта урынлашҡан[1].
Тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Симәк — бүләр ырыуы башҡорттарының ауылы. 1701 йылдан билдәле[1]. 11-се башҡорт кантоны, Ырымбур губернаһы Минзәлә өйәҙе Бүләр улусы Мышыға түбәһе составында була. 1865 йылда был өйәҙ Өфө губернаһына инә. 1866 йылда ырыу улустары бөтөрөлгәс, ауыл Поисево улусы составына керә.
1870 йылда мәсет, мәктәп, һыу тирмәне, хужалыҡ магазины теркәлгән[2][1].
1920 йылдан Татар АССР-ының Минзәлә кантоны, 1930 йылдан — Мөслим районы, 1963 йылдан — Сарман районы, 1965 йылдан — йәнә Мөслим районы составына керә[1].
Халҡы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1795 йылда ир енесле 63 башҡорт, 47 типтәр; 1834 йылда — 231 башҡорт; 1859 йылда — 306 башҡорт йәшәй. Керҙәштәр сығышы менән байлар ыруы башҡорттарынан булған[2].
1859 | 1870 | 1897 | 1920 | 1926 | 1938 | 1949 | 1958 | 1970 | 1979 | 1989 | 2002 | 2008 |
---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|
306 | 340 | 543 | 734 | 655 | 743 | 441 | 377 | 353 | 385 | 315 | 269 | 257 |
Инфраструктура
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Игенселек, малсылыҡ үҫешкән. Мәктәп, мәҙәниәт йорто, китапхана, мәсет бар[1].