Бәкәбез
Бәкәбез | |
Дәүләт | Рәсәй |
---|---|
Административ-территориаль берәмек | Октябрьское сельское поселение[d][1] |
Почта индексы | 423984 |
Бәкәбез (Бакабыҙ[2], Бикабыз[3]; татар. Бәкәбез, рус. Бакабизово) — Рәсәй Федерацияһы Татарстан Республикаһы Мөслим районы ауылы.
География
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ауыл Ҡалмиә йылғаһы буйында, Мөслим ауылынан көнсығышҡа табан 33 км алыҫлыҡта урынлашҡан[4].
Тарих
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ауылға бүләр ырыуы башҡорттары нигеҙ һала. Революцияға тиклемге урыҫ сығанаҡтарында Бикабызово, Бекабызов, Бакабызово, Бикабизово атамалары осрай. 1782 йылдан билдәле. Ауыл Бүләр улусының Бүләр түбәһенә ҡарай, һуңыраҡ был улус Ырымбур губернаһы Минзәлә өйәҙенә ҡарай. 1865 йылда Минзәлә өйәҙе Өфө губернаһына инә. 1866 йылда ырыу улустары бөтөрөлгәс, ауыл Әмәкәй улусы составына керә[5].
1870 йылда ауылда һыу тирмәне, мәсет, мәҙрәсә теркәлгән[4].
1920 йылда ауыл яңы ойошторолған Татар АССР-ының Минзәлә кантоны составына керә. 1930 йылдан Мөслим районы, 1963 йылдан — Сарман районы, 1965 йылдан — йәнә Мөслим районы составында була[4].
Халҡы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1795 йылда ауылда 31 башҡорт һәм 66 типтәр, 1834 йылда — 74 башҡорт һәм 87 типтәр, 1912 йылда — 274 аҫаба башҡорт һәм 664 керҙәш типтәр иҫәпләнгән[5].
1859 | 1897 | 1920 | 1926 | 1938 | 1949 | 1958 | 1970 | 1979 | 1989 | 2000 |
---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|
547 | 769 | 869 | 383 | 378 | 231 | 223 | 205 | 145 | 79 | 51 |
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ ОКТМО (урыҫ)
- ↑ Населённые пункты камско-икских башкир, входившие в Казанскую и Уфимскую губернии / Бәкәбез // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- ↑ Камалов А. А., Камалова Ф. У. Атайсал. — Уфа: Башкирское издательство «Китап», 2001. — С. 395. — 544 с. — ISBN 5-295-02882-8.
- ↑ 4,0 4,1 4,2 4,3 Татарская энциклопедия.
- ↑ 5,0 5,1 Асфандияров А. З. Аулы мензелинских башкир. — Уфа: Китап, 2009. — С. 505—508. — 600 с. — ISBN 978-5-295-04952-1.