Баланлы (Мөслим районы)
| Ауыл | |
| Баланлы татар. Баланлы | |
| Ил | |
|---|---|
| Федерация субъекты | |
| Муниципаль район | |
| Ауыл биләмәһе | |
| Координаталар | |
| Халҡы |
397 человек (2000) |
| Милли состав | |
| Сәғәт бүлкәте | |
| Почта индексы |
423307 |
| Һанлы танытмалар | |
| Автомобиль коды |
- |
| Код ОКАТО | |
| Код ОКТМО | |
|
| |
Баланлы — Рәсәй Федерацияһы Татарстан Республикаһының Мөслим районындағы ауыл. Баланлы ауыл биләмәһенең административ үҙәге.
Географик урынлашыуы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ауыл Баланлы йылғаһы буйында, Мөслим ауылынан көньяҡ-көнбайышҡа табан 17 км алыҫлыҡта урынлашҡан[1].
Тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Баланлы — ирәкте (табын) ырыуы башҡорттарының ауылы. 11-се башҡорт кантоны, Ырымбур губернаһы Минзәлә өйәҙе Ирәкте улусы составында була. 1865 йылда был өйәҙ Өфө губернаһына инә. 1866 йылда ырыу улустары бөтөрөлгәс, ауыл Александр-Ҡарамалы улусы составына керә.
ХХ быуат башында ауылда мәсет, мәҙрәсә, һыу тирмәне теркәлгән[2][1].
1920 йылдан Татар АССР-ының Минзәлә кантоны, 1930 йылдан — Мөслим районы, 1963 йылдан — Сарман районы, 1965 йылдан — йәнә Мөслим районы составына керә[1].
Халҡы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1816 йылда ир енесле 48 керҙәш (типтәр), 58 дәүләт крәҫтиәне (мишәр), 4 башҡорт; 1848 йылда — 160 керҙәш, 88 дәүләт крәҫтиәне, 8 башҡорт; 1859 йылда — 335 типтәр, мишәр һәм башҡорт; 1870 йылда — 299 типтәр, 201 татар, 40 башҡорт йәшәй. Керҙәштәр сығышы менән Вятка губернаһы Алабуға өйәҙенең йәнәй ырыуы бәзәкә түбәһе башҡорттарынан булғандар[2].
| 1870 | 1920 | 1922 | 1926 | 1949 | 1958 | 1970 | 1979 | 1989 | 2000 |
|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|
| 630 | 1215 | 847 | 754 | 595 | 557 | 649 | 553 | 386 | 397 |
Инфраструктура
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Игенселек, малсылыҡ үҫешкән. Мәктәп, мәҙәниәт йорто, китапхана бар[1].
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- 1 2 3 4 5 6 Татарская энциклопедия.
- 1 2 Асфандияров А. З. Аулы мензелинских башкир. — Уфа: Китап, 2009. — С. 504. — 600 с. — ISBN 978-5-295-04952-1.