Сикия (ауыл)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Сикия
Дәүләт Flag of Russia.svg Рәсәй
Административ-территориаль берәмек Уразметьевское сельское поселение[d][1]
Почта индексы 423986

Сикия[2] (Һикиә[3]; татар. Сикия, рус. Сикия) — Рәсәй Федерацияһы Татарстан Республикаһы Мөслим районы ауылы.

География[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Ауыл Сикия йылғаһы буйында, Мөслим ауылынан төньяҡ-көнсығышҡа табан 42 км алыҫлыҡта урынлашҡан[4].

Тарих[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Ауылға бүләр ырыуы башҡорттары нигеҙ һала. Ауыл Бүләр улусының Бүләр түбәһенә ҡарай, һуңыраҡ был улус Ырымбур губернаһы Минзәлә өйәҙенә ҡарай. 1865 йылда Минзәлә өйәҙе Өфө губернаһына инә. 1866 йылда ырыу улустары бөтөрөлгәс, ауыл Байсар административ-территориаль улусы составына керә[5].

1848 йылда мәсет, 1870 йылда мәктәп (мәсет ҡарамағында), 1905 йылда 2 икмәк магазины, бакалея кибете теркәлгән. 1837 йылда донъяуи башҡорт мәктәбе (10 уҡыусы), ә 1859 йылда тағы шулай уҡ мәктәп (20 уҡыусы) асылған [5].

1920 йылда ауыл яңы ойошторолған Татар АССР-ының Минзәлә кантоны составына керә. 1930 йылдан Аҡтаныш районы, 1935 йылдан — Калинин районы, 1959 йылдан — Мөслим районы, 1963 йылдан — Сарман районы, 1965 йылдан — йәнә Мөслим районы составында була[4].

Халҡы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

1795 йылда ауылда 112 аҫаба башҡорт һәм 57 керҙәш башҡорт (йәнәй ырыуынан); 1859 йылда — 464 башҡорт; 1912 йылда — 496 аҫаба башҡорт һәм 411 керҙәш башҡорт иҫәпләнгән[5].

Йылдар буйынса халыҡ иҫәбе
(Сығанаҡ: [4][3])
1795183418591870189719131920192619381949195819701979198920022008
16925045456266192292774271043537828220116212695

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. ОКТМО
  2. Камалов А. А., Камалова Ф. У. Атайсал — Уфа: Башкирское издательство «Китап», 2001. — Б. 395. — 544 б. — ISBN 5-295-02882-8.
  3. 3,0 3,1 Населённые пункты камско-икских башкир, входившие в Казанскую и Уфимскую губернии / Сикия (ауыл) // Башҡорт энциклопедияһы — Өфө: «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы, 2015—2017. — ISBN 978-5-88185-143-9.
  4. 4,0 4,1 4,2 Татарская энциклопедия.
  5. 5,0 5,1 5,2 Асфандияров А. З. Аулы мензелинских башкир — Уфа: Китап, 2009. — Б. 541-544. — 600 б. — ISBN 978-5-295-04952-1.