Эстәлеккә күсергә

Йылғабаш (Мөслим районы)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Йылғабаш
татар. Елгабаш
Рәсми атамаһы Елгабаш
Рәсми тел татар теле һәм урыҫ теле
Дәүләт  Рәсәй
Административ-территориаль берәмек Семяковское сельское поселение[d][1]
Сәғәт бүлкәте UTC+3:00[d]
Халыҡ һаны 206 кеше (2002)
Почта индексы 423989
Карта

Йылғабаш (Һаҫыморон[2]; татар. Олы Чакмак, рус. Большой Чекмак) — Рәсәй Федерацияһы Татарстан Республикаһы Мөслим районы ауылы.

Ауыл Һаҫыморон һәм Чаулы йылғалары буйында, Мөслим ауылынан төньяҡ-көнсығышҡа табан 24 км алыҫлыҡта урынлашҡан[3].

Ауылға бүләр ырыуы башҡорттары нигеҙ һала. Яҡынса 1680 йылда нигеҙләнгән. Ауыл Бүләр улусының Бүләр түбәһенә ҡарай, һуңыраҡ был улус Ырымбур губернаһы Минзәлә өйәҙенә ҡарай. 1865 йылда Минзәлә өйәҙе Өфө губернаһына инә. 1866 йылда ырыу улустары бөтөрөлгәс, ауыл Поисево улусы составына керә[4].

XX быуат башында ауылда тимерлек, икмәк магазины, мәсет, мәктәп, мәҙрәсә теркәлгән[4].

1920 йылда ауыл яңы ойошторолған Татар АССР-ының Минзәлә кантоны составына керә. 1930 йылдан Мөслим районы, 1963 йылдан — Сарман районы, 1965 йылдан — йәнә Мөслим районы составында була[3].

1795 йылда ауылда 160 башҡорт, 1834 йылда — 370 башҡорт, 1859 йылда — 602 башҡорт, 1912 йылда — 966 башҡорт иҫәпләнгән[4].

Йылдар буйынса халыҡ иҫәбе
(Сығанаҡ: [3][2])
18341870189719201926194919581970197919892002
3706149521191759526481453373268206
  1. ОКТМО (урыҫ)
  2. 2,0 2,1 Населённые пункты камско-икских башкир, входившие в Казанскую и Уфимскую губернии / Йылғабаш (Мөслим районы) // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
  3. 3,0 3,1 3,2 Татарская энциклопедия.
  4. 4,0 4,1 4,2 Асфандияров А. З. Аулы мензелинских башкир. — Уфа: Китап, 2009. — С. 386—389. — 600 с. — ISBN 978-5-295-04952-1.