Эстәлеккә күсергә

Татар Бүләре

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Ауыл
Татар Бүләре
татар. Татар Бүләре
Ил

Рәсәй

Федерация субъекты

Татарстан

Муниципаль район

Мөслим

Ауыл биләмәһе

Исәнсеф

Координаталар

55°26′ с. ш. 53°34′ в. д.HGЯO

Элекке исеме

Бүләр

Халҡы

365 человек (2008)

Милли состав

татарҙар[1]

Сәғәт бүлкәте

UTC+4

Почта индексы

423988 

Һанлы танытмалар
Автомобиль коды

-

Код ОКАТО

922 428 200 01 

Код ОКТМО

92 642 420 101

Номер в ГКГН

0188703

Картаны күрһәтергә/йәшерергә
Татар Бүләре (Рәсәй)
Татар Бүләре
Татар Бүләре
Татар Бүләре (Татарстан)
Татар Бүләре

Татар Бүләре — Рәсәй Федерацияһы Татарстан Республикаһының Мөслим районындағы ауыл. Исәнсеф ауыл биләмәһе составына керә.

Географик урынлашыуы

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ауыл Сикия йылғаһы буйында, Мөслим ауылынан төньяҡ-көнбайышҡа табан 32 км алыҫлыҡта урынлашҡан[1].

Татар Бүләре (Бүләр) — бүләр ырыуы башҡорттарының ауылы. XVII быуатта нигеҙләнгән[1]. 11-се башҡорт кантоны, Ырымбур губернаһы Минзәлә өйәҙе Бүләр улусы Мышыға түбәһе составында була. 1865 йылда был өйәҙ Өфө губернаһына инә. 1866 йылда ырыу улустары бөтөрөлгәс, ауыл Әмәкәй (аҙаҡ Поисево) улусы составына керә.

1848 йылда мәсет һәм мәктәп; 1870 йылда мәсет, мәктәп, икмәк магазины теркәлгән[2][1].

1920 йылдан Татар АССР-ының Минзәлә кантоны, 1930 йылдан — Мөслим районы, 1935 йылдан — Калинин районы, 1959 йылдан — Мөслим районы, 1963 йылдан — Сарман районы, 1965 йылдан — йәнә Мөслим районы составына керә[1].

1795 йылда ир енесле 15 аҫаба башҡорт, 14 керҙәш башҡорт (сығышы менән йәнәй ырыуынан), 28 яһаҡлы татар, 68 типтәр; 1859 йылда — 382 башҡорт һәм типтәр; 1912 йылда — 778 аҫаба һәм керҙәш башҡорт йәшәй[2].

Йылдар буйынса халыҡ иҫәбе
(Сығанаҡ: [1])
18701897191319261949195819701979198920022008
541645778756409437486474374358365

Игенселек, малсылыҡ үҫешкән. Мәктәп, мәҙәниәт йорто, китапхана, мәсет бар[1].

  1. 1,0 1,1 1,2 1,3 1,4 1,5 1,6 Татарская энциклопедия.
  2. 2,0 2,1 Асфандияров А. З. Аулы мензелинских башкир. — Уфа: Китап, 2009. — С. 510-512. — 600 с. — ISBN 978-5-295-04952-1.