Баек
| Ауыл | |
| Баек татар. Баек | |
| Ил | |
|---|---|
| Федерация субъекты | |
| Муниципаль район | |
| Ауыл биләмәһе | |
| Координаталар | |
| Халҡы |
383 кеше (2000) |
| Милли состав | |
| Сәғәт бүлкәте | |
| Почта индексы |
423983 |
| Һанлы танытмалар | |
| Автомобиль коды |
- |
| Код ОКАТО | |
| Код ОКТМО | |
|
| |
Баек — Рәсәй Федерацияһы Татарстан Республикаһының Мөслим районындағы ауыл. Баек ауыл биләмәһенең административ үҙәге.
Географик урынлашыуы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ауыл Башҡортостан Республикаһы менән сик буйында, Мөслим ауылынан көньяҡ-көнсығышҡа табан 38 км алыҫлыҡта урынлашҡан[1].
Тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Баек (Байыҡ)— Ырымбур губернаһы Минзәлә өйәҙе Бүләр улусы ауылы. 1728 йылдан билдәле[1]. 1865 йылда был өйәҙ Өфө губернаһына инә. 1866 йылда ырыу улустары бөтөрөлгәс, ауыл Әмәкәй улусы составына керә.
1870 йылғы мәғлүмәттәргә ярашлы, ауылда мәсет һәм 2 һыу тирмәне теркәлгән[2][1].
1920 йылдан Татар АССР-ының Минзәлә кантоны, 1930 йылдан — Мөслим районы, 1963 йылдан — Сарман районы, 1965 йылдан — йәнә Мөслим районы составына керә[1].
Халҡы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1859 йылда 335 башҡорт, мишәр, типтәр; 1870 йылда — 380 башҡорт, 5 урыҫ; 1902 йылда — 745 йән типтәр йәшәй[2].
| 1870 | 1897 | 1926 | 1938 | 1949 | 1958 | 1970 | 1979 | 1989 | 2000 |
|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|
| 385 | 769 | 803 | 930 | 702 | 779 | 850 | 711 | 477 | 383 |
Инфраструктура
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Игенселек, малсылыҡ үҫешкән. Мәктәп, мәҙәниәт йорто, китапхана бар[1].