Вәрәшбаш (Татарстан)
Ауыл | |
Вәрәшбаш татар. Вәрәшбаш | |
Ил | |
---|---|
Федерация субъекты | |
Муниципаль район | |
Ауыл биләмәһе | |
Координаталар | |
Халҡы |
330 человек (2000) |
Милли состав | |
Сәғәт бүлкәте | |
Почта индексы |
423979 |
Һанлы танытмалар | |
Автомобиль коды |
- |
Код ОКАТО | |
Код ОКТМО | |
Вәрәшбаш — Рәсәй Федерацияһы Татарстан Республикаһының Мөслим районындағы ауыл. Вәрәшбаш ауыл биләмәһенең административ үҙәге.
Географик урынлашыуы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ауыл Вәрәш йылғаһы буйында, Мөслим ауылынан төньяҡҡа табан 9 км алыҫлыҡта урынлашҡан[1].
Тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Вәрәшбаш (Шилселе) — ирәкте (табын) ырыуы башҡорттарының ауылы[2]. 1815 йылда нигеҙләнгән[3]. 11-се башҡорт кантоны, Ырымбур губернаһы Минзәлә өйәҙе Ирәкте улусы составында була. 1865 йылда был өйәҙ Өфө губернаһына инә.
1848 йылда һәм артабанғы йылдарҙа мәсет һәм мәктәп; 1870 йылда 3 һыу тирмәне теркәлгән[3][1].
1920 йылдан Татар АССР-ының Минзәлә кантоны, 1930 йылдан — Мөслим районы, 1963 йылдан — Сарман районы, 1965 йылдан — йәнә Мөслим районы составына керә[1].
Халҡы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1816 йылда ир енесле 65 башҡорт; 1848 йылда — 214 башҡорт һәм типтәр; 1859 йылда — 320 башҡорт һәм типтәр; 1870 йылда — 387 башҡорт, 53 типтәр; 1912 йылда — 485 башҡорт, 578 типтәр йәшәй[3].
1870 | 1897 | 1920 | 1926 | 1938 | 1949 | 1958 | 1970 | 1979 | 1989 | 2000 |
---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|
440 | 878 | 1169 | 1157 | 975 | 738 | 630 | 609 | 626 | 374 | 330 |
Инфраструктура
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Игенселек, малсылыҡ үҫешкән. Мәктәп, мәҙәниәт йорто, китапхана бар[1].
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ 1,0 1,1 1,2 1,3 1,4 1,5 Татарская энциклопедия.
- ↑ История башкирских родов. Иректы. Том 12 / С. И. Хамидуллин, Ю. М. Юсупов, Р. Р. Шайхеев, И. Р. Саитбатталов, В. Г. Волков, А. А. Каримов, А. М. Зайнуллин, Б. С. Арманшин, В. Н. Муратова, Ф. Ф. Гайсина, Г. Ю. Галеева, Г. Д. Султанова. — Уфа: ГУП РБ Уфимский полиграфкомбинат, 2015. — С. 120. — 456 с. — ISBN 978-5-85051-645-1.
- ↑ 3,0 3,1 3,2 Асфандияров А. З. Аулы мензелинских башкир. — Уфа: Китап, 2009. — С. 512—515. — 600 с. — ISBN 978-5-295-04952-1.