Эстәлеккә күсергә

Ғәбитов Ғимран Хәмит улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Ғәбитов Ғимран Хәмит улы
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
 Рәсәй
Тыуған көнө 20 март 1958({{padleft:1958|4|0}}-{{padleft:3|2|0}}-{{padleft:20|2|0}}) (66 йәш)
Тыуған урыны Үрге Таш (Мәләүез районы), Мәләүез районы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР
Уҡыу йорто Октябрҙең 40 йыллығы исемендәге Башҡорт дәүләт университеты

Ғәбитов Ғимран Хәмит улы (20 март 1958 йыл) — муниципаль хеҙмәткәр, нефть сәнәғәте эшмәкәре. 2011 йылдың мартынан Башҡортостан Республикаһы Архангел районы хакимиәте башлығы. 2004—2007 йылдарҙа «АНК „Башнефть“» асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең башҡарма директоры, генераль директоры, 2007—2008 йылдарҙа Ырымбурҙағы «ОренбургНИПИнефть» асыҡ акционерҙар йәмғиәте генераль директорының фән буйынса урынбаҫары.

Ғимран Хәмит улы Ғәбитов 1958 йылдың 20 мартында Мәләүез районының Үрге Ташлы ауылында тыуа.

1975 йылда Күгәрсен районында колхоз-ара төҙөлөш ойошмаһында эшләй. 1976—1978 йылдарҙа совет армияһында хеҙмәт итә. 1978 йылда — Күгәрсен районының «Ҡыҙыл маяҡ» колхозы тракторсыһы.

1984 йылда Башҡорт дәүләт университетын тамамлай.

1984 йылдан алып «Краснохолмскнефть» нефть-газ сығарыу идаралығында эшләй, 1991 йылдан — «Ишембайнефть» акционерҙар йәмғиәте НГДУ-һында.

1997—1998 йылдарҙа — Башҡортостан Республикаһының Ер аҫты байлыҡтарын файҙаланыу буйынса дәүләт комитетының нефть һәм газ ятҡылыҡтарын файҙаланыу бүлегенең баш геологы, нефть -геологияһы бүлеге начальнигы; 1998—2002 йылдарҙа — Башҡортостан Республикаһы Министрҙар Кабинеты ҡарамағындағы Геология һәм ер аҫты байлыҡтарын файҙаланыу буйынса идаралыҡтың нефть-газ ресурстарын файҙаланыу буйынса бүлек начальнигы.

2000 йылдан бер нисә менән етәкселек итә: «БашНИПИнефть» ДООО-һы (директор, 2002—2003 йылдар), «„БашНИПИнефть“ Инжиниринг компанияһы» яуаплылығы сикләнгән ширҡәт (директор, 2003—2004 йылдар), «АНК „Башнефть“» асыҡ акционерҙар йәмғиәте (2004—2007, башҡарма директор, генераль директор, етештереү буйынса директор), «Башнефтехимсервис» ябыҡ акционерҙар йәмғиәте (Стәрлетамаҡ, 2009 — башҡарма директор, генераль директор). 2007—2008 йылдарҙа — «ОренбургНИПИнефть» асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең фән буйынса генераль директоры урынбаҫары (Ырымбур), 2009—2010 йылдарҙа — «Белкамнефть» асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең идара аппараты начальнигы урынбаҫары (Нефтекама), 2010 йылда — «Белкамнефть» асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең Проект эштәре идаралығы начальнигы урынбаҫары (Ижевск).

2011 йылдың мартынан — Архангел районы хакимиәте башлығы вазифаһын башҡарыусы, апрелдән — муниципаль район хакимиәте башлығы[1][2]. 2012 йылдың 20 июлендә үҙ теләге менән отставкаға китеүгә бәйле, хакимиәт башлығы вазифаһынан бушатыла[3].

Башҡортостан Республикаһы Президенты ҡарамағындағы Башҡортостан дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү академияһын тамамлаған.

  1. Архангельский район Республики Башкортостан
  2. О назначении главы Администрации муниципального района Архангельский район. Официальный сайт органов местного самоуправления муниципального района Архангельский район Республики Башкортостан (8 апрель 2011). Дата обращения: 29 март 2020.
  3. В руководстве администрации Архангельского района произошли изменения. Официальный сайт органов местного самоуправления муниципального района Архангельский район Республики Башкортостан (21 июль 2012). Дата обращения: 29 март 2020.