Ғәбит Вәлитов
Ғәбит Вәлитов | |
Тыуған ваҡыты | |
---|---|
Тыуған урыны |
Ырымбур губернаһы, Илекәй-Мең улусы, Тәүәтәй ауылы |
Үлгән ваҡыты |
билдәһеҙ |
Вафат урыны |
билдәһеҙ |
Хеҙмәт иткән урыны | |
Хеҙмәт итеү йылдары | |
Хәрби звание |
зауряд-хорунжий |
Хәрби алыш/һуғыш |
1812 йылғы Ватан һуғышы, |
Ғәбит Вәлитов (1792—?) — хәрби эшмәкәр. 1812 йылғы Ватан һуғышында һәм 1813—1814 йылдарҙағы Рус армияһының сит илгә походтарында ҡатнашыусы.
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ғәбит Вәлитов Ырымбур губернаһы Илекәй-Мең улусы (хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Әлшәй районы) Тәүәтәй ауылында йәшәгән[1].
1811 йылда башлыса 12-се һәм 7-се кантон башҡорттарынан 2-се Башҡорт атлы полкы ойошторола, уның составында Ғәбит Вәлитов хеҙмәт итә. Майҙа полк майор И. Курбатов командалығында Рыльск ҡалаһына ебәрелә. Курск губернаһында ҡышлағандан һуң полк Луцк ҡалаһына килә һәм 2-се Көнбайыш армия составына керә. 1812 йылдың майында полк кавалериянан генерал А. П. Тормасовтың 3-се Обсервация армияһы составына индерелә һәм Варшава герцоглығы менән сик буйында кордон хеҙмәтен үтәй. 1812 йылғы Ватан һуғышы башланғас, 15 июлдә полк яугирҙары Кобрин янындағы Саксония ғәскәрҙәре менән алышта батырлыҡ күрһәтә. 28 октябрҙә 2-се Башҡорт полкы Урал казак полкы менән берлектә Свислочи торамаһын биләй. 2-се Башҡорт полкы кергән генерал Чаплицтың отряды 1812 йылдың 8 октябрҙә Слонимға килә һәм бында поляк генералы Конопканың полкын тар-мар итә. 1 ноябрҙә 2-се Башҡорт полкы Горностаевцы ауылы янындағы алышта ҡатнаша. Ҡаты алыштарҙа полкта башта булған 530 кешенән 1812 йылдың октябренән ҡарата 408 яугир иҫән ҡалған[1].
2-се Башҡорт полкы 1813—1814 йылдарҙағы Рус армияһының сит илгә походтарында ла әүҙем ҡатнаша. 1813 йылдың 27 ғинуарында генерал-лейтенант Волконский корпусы составында полк Варшаваға инә. Майҙа генерал-майор Ланской отрядында (генерал-лейтенант Остен-Сакен корпусы составында) Бреславль тирәһендә һуғыша, ә июль аҙағында Силезия армияһы составына керә. Артабан полк Германиялағы алыштарҙа, шул иҫәптән Дрезденды ҡамауҙа һәм алыуҙа ҡатнаша. 1813 йылдың ноябрь аҙағында Төп армияға һәм әсирҙәрҙе оҙатып йөрөүсе хәрби юлдарҙа юл-комендант хеҙмәтен үтәү өсөн ебәрелә. 1814 йылдың 19 мартында 2-се Башҡорт атлы полкы составының бер өлөшө Парижға инә[1].
Бүләктәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- «1812 йылғы һуғыш иҫтәлегенә» көмөш миҙалы кавалеры
- «1814 йылдың 19 мартында Парижды алған өсөн» көмөш миҙалы кавалеры
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Асфатуллин С. Г. Северные амуры в Отечественной войне 1812 года. — Уфа: Уфимский полиграфкомбинат, 2000. — 160 с. — ISBN 5-85051-181-4.
- Вклад Башкирии в победу России в Отечественной войне 1812 года. Сборник документов и материалов / сост. Р. Н. Рахимов [и др.]. — Уфа: Китап, 2012. — 488 с. — ISBN 978-5-295-05476-1.
- Усманов А. Н. Башкирский народ в Отечественной войне 1812 года. — Уфа: Башкнигоиздат, 1964. — 136 с.