Ғәзетдинова Илһөйәр Ибраһим ҡыҙы
Ғәзетдинова Илһөйәр | |
башҡ. Ғәзетдинова Илсөйәр Ибраһим ҡыҙы | |
Тыуған ваҡыты: | |
---|---|
Тыуған урыны: |
Исмаил ауылы, Дүртөйлө районы, Башҡорт АССР-ы |
Һөнәре: | |
Гражданлығы: | |
Әүҙем йылдары: |
1972 йылдан. |
Театр: | |
Наградалары: | |
Сайт: |
Ғәзетдинова Илһөйәр Ибраһим ҡыҙы (3 май 1951 йыл) — театр актёры. 1982 йылдан СССР-ҙың Театр эшмәкәрҙәре союзы ағзаһы. 1972 йылдан Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры актёры. Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған (2003), Башҡортостан (1990) һәм Татарстан (1997) Республикаларының халыҡ артисы. Мәжит Ғафури исемендәге премия лауреаты. Халыҡтар дуҫлығы ордены кавалеры (2019).
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Илһөйәр Ибраһим ҡыҙы Ғәзетдинова 1951 йылдың 3 майында Башҡорт АССР-ының Дүртөйлө районы, Исмаил ауылында тыуған.
1968 йылда Исмаил урта мәктәбен тамамлай һәм Өфө сәнғәт училищеһының театр бүлегенә уҡырға инә. Училищены 1972 йылда, 1980 йылда Башҡорт дәүләт университетының филология факультетын тамамлай.
1972 йылда Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры труппаһына ҡабул ителә. Эшләгән дәүерендә тулы образдар галереяһы булдыра:
- Мостай Кәримдең «Ҡыҙ урлау» комедияһынан Йәмилә,
- Ибраһим Абдуллиндың «Тиле йәшлек» спектакленән Һандуғас,
- Мирхәйҙәр Фәйзи мелодрамаһынан Ғәлиәбаныу,
- Назар Нәжмиҙең «Гармунсы дуҫ» спектаклендә Гөльямал,
- Ғәлиәбаныу («Ғәлиәбаныу»; дебют, 1971), Мирхәйҙәр Фәйзи
- Зөлфиә («Бажалар» — «Свояки», икеһе лә — Ибраһим Абдуллиндыҡы),
- Ҡарлуғас («Һыу юлы» — «Родник», Нәжиб Асанбаев),
- Ғәлимә («Ҡара йөҙҙәр» — «Черноликие», Ғайнан Әмири һәм В. Г. Ғәлимов, Мәжит Ғафури повесы буйынса),
- Зөлхәбирә («Айгөл иле»),Мостай Кәрим
- Шәфәҡ һәм Зөбәржәт («Ай тотолған төндә»), Мостай Кәрим,
- Тәскирә («Ғүмер ике килмәй» — «Жизни счастливый миг», Әсғәт Мирзаһитов),
- Миләүшә («Миләш-Миләүшә» — «Миляуша, горькая рябина», Нәжиб Асанбаев),
- Жаннет («Киске табын» — «Вечерняя трапеза», Мостай Кәрим).
- Сәжидә («Еҙнәкәй» — «Зятёк», Хәбибулла Ибраһимов),
- Нәфисә («Көнләш, Америка, көнләш!» — «Завидуй, Америка, завидуй!», С. Я. Латыпов һәм Х. Г. Фәтихова).
- Фәнүзә, 2-се әбей «БЕР МӘЛ САНАТОРИЙҘА…», Наил Ғәйетбай
- Айзарә Әхәтовна «МИН — ҠАТЫН — ҠЫҘ», Туфан Миңнуллин
- Аҫылбикә «ШӘҮРӘКӘЙ», Мөхәмәтша Буранғолов.
- Мәхмүзә «ҠОҘАСА»,Баязит Бикбай
- Гөлфиназ «БӘХЕТ ХАҠЫ», Хәлисә Мөҙәрисова
- Харита Игнатьевна Огудалова «БИРНӘҺЕҘ ҠЫҘ»,
- Хәмиҙә «ҠАРА ЙӨҘҘӘР», Мәжит Ғафури,
- Миңзифа " ИКЕ ТӨШ ", Мөҙәрис Багаев.
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған артисы (1983)
- Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы (1990)
- Татарстан Республикаһының халыҡ артисы (1997)
- Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған артисы (2003)
- Халыҡтар дуҫлығы ордены (2019)[1].
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ СПИСОК награжденных(недоступная ссылка) (рус.) (Тикшерелеү көнө: 24 март 2022)
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Ғәзетдинова Илһөйәр Ибраһим ҡыҙы // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9. (Тикшерелеү көнө: 2 май 2021)
- http://bash.bashdram.ru/troupe/gazetdinova.html 2016 йыл 31 октябрь архивланған.
- http://www.gpedia.com/ru/gpedia/%D0%93%D0%B0%D0%B7%D0%B5%D1%82%D0%B4%D0%B8%D0%BD%D0%BE%D0%B2%D0%B0,_%D0%98%D0%BB%D1%8C%D1%81%D0%B8%D1%8F%D1%80_%D0%98%D0%B1%D1%80%D0%B0%D0%B3%D0%B8%D0%BC%D0%BE%D0%B2%D0%BD%D0%B0 2019 йыл 9 апрель архивланған.
- 1951 йылда тыуғандар
- Алфавит буйынса шәхестәр
- Дүртөйлө районында тыуғандар
- Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған артистары
- Башҡортостандың халыҡ артистары
- Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған артистары
- Шәхестәр:Башҡорт дәүләт академия драма театры
- Татарстандың халыҡ артистары
- Халыҡтар дуҫлығы ордены (Башҡортостан) кавалерҙары