Эстәлеккә күсергә

Мырҙағәлимов Ғәзиз Ғәбиҙулла улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Ғәзиз Мырҙағәлимов битенән йүнәлтелде)
Ғәзиз Ғәбиҙулла улы
Мырҙағәлимов
Тыуған ваҡыты

15 август 1923({{padleft:1923|4|0}}-{{padleft:8|2|0}}-{{padleft:15|2|0}})

Тыуған урыны

Башҡорт АССР-ы Арғаяш кантоны Наҡай ауылы[1]

Үлгән ваҡыты

11 июнь 1990({{padleft:1990|4|0}}-{{padleft:6|2|0}}-{{padleft:11|2|0}}) (66 йәш)

Вафат урыны

Силәбе өлкәһе Арғаяш районы Дәрбиш ауылы

Хеҙмәт иткән урыны

Совет Социалистик Республикалар Союзы СССР

Ғәскәр төрө

артиллерия

Хеҙмәт итеү йылдары

1942—1945

Хәрби звание
Кесе сержант
Кесе сержант
кесе сержант
Хәрби алыш/һуғыш

Бөйөк Ватан һуғышы

Наградалар һәм премиялар
Советтар Союзы Геройы
Ленин ордены 1-се дәрәжә Ватан һуғышы ордены — 1985 Ҡыҙыл Йондоҙ ордены  — 1943

Мырҙағәлимов Ғәзиз Ғәбиҙулла улы (15 август 1923 йыл — 11 июнь 1990 йыл) — Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан яугир, орудие командиры, кесе сержант. Советтар Союзы Геройы (1944).

Ғәзиз Ғәбиҙулла улы Мырҙағәлимов 1923 йылдың 15 авгусында Башҡорт АССР-ы Арғаяш кантоны (хәҙерге Силәбе өлкәһе Арғаяш районы) Наҡай ауылында тыуған. Башҡорт.

1942 йылдан Ҡыҙыл Армияла. Ялан, 2‑се һәм 3‑сө Украина фронттарында хеҙмәт итә.

Ялан фронтында 37‑се армияның 1‑се механизацияланған корпусы 75‑се танкыға ҡаршы истребитель артиллерия полкының орудие командиры кесе сержант Ғәзиз Мырҙағәлиев 1943 йылдың 17 авгусында Харьков өлкәһе Дергачёв районы Полевая ҡасабаһы янындағы алышта артиллерия уты менән һөжүм итеүсе дошман рәттәрен тарата. Шул уҡ йылдың 2 октябрендә Днепропетровск өлкәһе Верхнеднепровск районы Мишурин Рог ауылы тирәһендә Днепр йылғаһы аша сыҡҡанда, дошман танкыһын юҡ итеп, фашист пехотаһының һәм 12 танкыһының контрһөжүмен кире ҡаға. Күрһәткән батырлыҡтары өсөн, СССР Юғары Советы Президиумының 1944 йылдың 22 февралдәге Указына ярашлы, «Советтар Союзы Геройы» исеменә лайыҡ була[2][3][4].

Һуғыштан һуң 1945—1973 йылдарҙа Сәмәрҡәнд ҡалаһының «Ҡыҙыл двигатель» заводында суйынсы булып эшләй. 1946 йылдан КПСС ағзаһы.

1973—1990 йылдарҙа Силәбе ҡалаһында йәшәй, Силәбе трактор заводының тимер иретеү цехында эшләй.

1990 йылдың 11 июнендә вафат була. Силәбе өлкәһе Арғаяш районы Дәрбиш (Дәрүиш) ауылында ерләнгән[5]

Мактаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • Советтар Союзы Геройы (22.02.1944)
  • «Алтын Йондоҙ» миҙалы (22.02.1944)[2][3]
  • Ленин ордены (22.02.1944)
  • I дәрәжә Ватан һуғышы ордены (06.04.1985)[6]
  • Ҡыҙыл Йондоҙ ордены (29.08.1943)[7]
  • Арғаяш районы Илембәт ауылы урамдарының береһе һәм Дәрбиш мәктәбе Ғәзиз Мырҙағәлиевтың исемен йөрөтә.
  • Силәбе ҡалаһында, 1982—1990 йылдарҙа Ғәзиз Мырҙағәлиев йәшәгән йортҡа мемориаль таҡтаташ ҡуйылған[8].
  1. Хәҙерге Силәбе өлкәһе Арғаяш районы
  2. 2,0 2,1 Бүләкләү ҡағыҙы «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында
  3. 3,0 3,1 Указ «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында
  4. Указ Президиума Верховного Совета СССР «О присвоении звания Героя Советского Союза генералам, офицерскому, сержантскому и рядовому составу Красной Армии» от 22 февраля 1944 года // Ведомости Верховного Совета Союза Советских Социалистических Республик : газета. — 1944. — 5 марта (№ 13 (273)). — С. 1
  5. Мырҙағәлимов Ғәзиз Ғәбиҙулла улы. «Герои страны» сайты.
  6. Бүләкләнеүсенең учёт карточкаһынан мәғлүмәт «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында
  7. Бүләкләү ҡағыҙы «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында
  8. Мемориальная доска Мурзагалимову Газизу Габидуловичу. Сайт архиват.рф. Дата обращения: 18 май 2015. 2016 йыл 10 август архивланған.
  • Бессмертен подвиг их высокий: Библиогр. указ. / Сост. Л. И. Булатова. Ч., 1985.
  • Гантов В. А. Кавалер Золотой звезды // Победа во имя мира: Сб. Ч., 1980.
  • Герои Советского Союза: Крат. биогр. слов. Т. 2. М., 1988.
  • Мурзагалимов Газиз Габидуллович // Победа века: Челяб. обл. в Великий Отечеств. войне: Попул. воен. энцикл. Ч., 2000.