Эстәлеккә күсергә

Ғәйнанов Дамир Әхнәф улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Ғәйнанов Дамир Әхнәф улы
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
 Рәсәй
Тыуған көнө 4 ғинуар 1956({{padleft:1956|4|0}}-{{padleft:1|2|0}}-{{padleft:4|2|0}}) (68 йәш)
Тыуған урыны Урҙайбаш, Бүздәк районы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР
Һөнәр төрө иҡтисадсы, юғары мәктәп уҡытыусыһы
Уҡыу йорто Серго Орджоникидзе исемендәге Өфө авиация институты
Ғилми исеме профессор[d]
Ғилми дәрәжә иҡтисад фәндәре докторы[d] (2000)
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

Ғәйнанов Дамир Әхнәф улы (4 ғинуар 1956 йыл) — ғалим-иҡтисадсы. 1978 йылдан (өҙөклөк менән) Өфө авиация институты һәм Өфө дәүләт авиация техник университеты уҡытыусыһы, шул иҫәптән иҡтисад һәм производствоға идара итеү, иҡтисади һәм социаль системаларҙа идара итеү кафедралары мөдире. Иҡтисад фәндәре докторы (2000), профессор (2003). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған иҡтисадсыһы (2002) һәм Халыҡтар дуҫлығы ордены кавалеры (2016).

Дамир Әхнәф улы Ғәйнанов 1956 йылдың 4 ғинуарында Башҡорт АССР-ы (хәҙерге Башҡортостан Республикаһы) Бүздәк районы Урҙайбаш ауылында тыуған.

1978 йылда Өфө авиация институтын тамамлаған.

1978 йылдан башлап, 1985—1986 йылдарҙағы өҙөклөк менән, Өфө авиация институтында (хәҙерге Өфө дәүләт авиация техник университеты) эшләй: иҡтисад һәм производствоға идара итеү (2002—2003), иҡтисади һәм социаль системаларҙа идара итеү (2003) кафедралары мөдире.

Бер үк ваҡытта 2007 йылдан Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө фәнни үҙәгенең Социаль-иҡтисади эҙләнеүҙәр институты директоры.

1985—1986 йылдарҙа Граждандар авиацияһы академияһында (Ленинград) эшләй.

2014 йылдан Федераль дәүләт статистика хеҙмәте Башҡортостан Республикаһы буйынса территориаль органының йәмәғәт советы ағзаһы.

Ғилми эшмәкәрлеге

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Фәнни тикшеренеүҙәре иҡтисади һәм социаль системаларҙа идара итеүҙе камиллаштырыу проблемаларына арналған. 300-ҙән ашыу ғилми эш авторы.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • Башҡортостандың Халыҡтар дуҫлығы ордены (2016).
  • Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған иҡтисадсыһы (2002).