Ғәлиулла (исем)

Күп мәғәнәлелекте тәртипләү
Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Викидатала элемент юҡ

Ғәлиулла — башҡорт ир-ат исеме. Башҡа телдәрҙә лә ҡулланыла.

Этимологияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ғәлиулла исеме башҡорт теленә ғәрәп теленән үҙләштерелгән, алланың бө­йөклөгө тигәнде аңлата[1].

Билдәле кешеләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Вәлиев Ғәлиулла Ғәлимулла улы (1900 йыл — 19 декабрь 1978 йыл) — 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугиры. Ҡыҙыл Йондоҙ, III дәрәжә Дан ордены кавалеры.

Байназаров Ғәлиулла Хәйрулла улы (1919 — 20. 08. 1943), 112-се кавалерия дивизияһы яугиры, рядовой.

Сабитов Ғәлиулла Зәйнулла улы (1904 йыл — 7 июль 1942 йыл) — Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булған яугир. 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы ҡылыссыһы, ҡыҙылармеец.

Фамилияла[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ғәлиуллин Заһиҙулла Талип улы (26 декабрь 1929 йыл — 28 март 2016 йыл) — ғалим-инженер-механик. 1962—2004 йылдарҙа Мәскәү ҡалаһындағы Газ сәнәғәте ғилми-тикшеренеү институтының (Газпром ВНИИГАЗ) яуаплы хеҙмәткәре, шул иҫәптән 1977 йылдан — институт директорының беренсе урынбаҫары, 1994 йылдан — «Газ транспорты» бүлеге директоры. Техник фәндәр докторы (1970), профессор (1974). Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (1992), СССР газ сәнәғәтенең почётлы хеҙмәткәре (1977), СССР-ҙың уйлап табыусыһы (1974). И. М. Губкин исемендәге премия лауреаты (1992). Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалеры (1974).

Ғәлиуллина Ғәлимә Садиҡ ҡыҙы (31 ғинуар 1953 йыл) — ғалим-философ, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Философия фәндәре докторы (1992), профессор (1997).

Ғәлиуллин Мәсғүт Нәбиулла улы (22 июнь 1907 йыл — 1944 йыл), шағир. Яҙыусылар союзы ағзаһы.

Ғәлиуллин Фәтхулла Абдулхалиҡ улы (1901 йыл- сентябрь 1943 йыл) — 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугиры, рядовой.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

== Ауылдар == > Ғәлиулла (рус. Галиуллинка) — Башҡортостандың Баҡалы районындағы ауыл.

Сығанаҡтар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]


Яңы сығанаҡ өҫтәү өсөн «Ҡалып:Исемдәр донъяһында» сәхифәһен үҙгәртегеҙ