Эстәлеккә күсергә

Ғәни (исем)

Күп мәғәнәлелекте тәртипләү
Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте

Ғәни — башҡорт ир-ат исеме. Башҡа төрки халыҡтарҙа ла бар.

Ғәни исеме ғәрәп теленән бай, маллы, дәүләтле тип аңлатыла[1].

Иҫәнгилдин Ғәни (Ғәниулла) Ниғмәт улы (1914 йыл — ?) — 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугиры, разведчик, рядовой.

Вәлиев Ғәни Нурмөхәмәт улы (1897—1989) — совет колхозсыһы, III саҡырылыш СССР Юғары Советы депутаты. 1932-се йылдан алып КПСС ағзаһы.

Ғәлимов Ғәни Ғәлим улы (23 февраль 1912 йыл — 5 ноябрь 1969 йыл) — СССР-ҙың хәрби эшмәкәре, полковник.

Әшрәф Ғәни — Афған сәйәси эшмәкәре, 2014 йылдың 29 сентябренән Афғанстан президенты. 2021 йылдың 15 авгусынан алып ҡасып йөрөй.

Моратбаев Ғәни — йәмәғәт эшмәкәре, Ҡаҙағстан ССР-ында комсомолды ойоштороусы.


Яңы сығанаҡ өҫтәү өсөн «Ҡалып:Исемдәр донъяһында» сәхифәһен үҙгәртегеҙ