Ғәрәбстан ярымутрауы сүлдәре
Ғәрәбстан ярымутрауы сүлдәре | |
---|---|
Координаты: пропущена долгота | |
Илдәр | |
Урынлашыуы | Ғәрәбстан ярымутрауы |
Диңгеҙ кимәленән бейеклеге | 3760 тиклем м |
Оҙонлоғо | 2100 км |
Киңлеге | 1100 км |
Майҙаны | яҡынса 2 300 000 км² |
Климат | |
Arabian Desert Викимилектә |
Ғәрәбстан ярымутрауы сүлдәре — Ғәрәбстан ярымутрауында урынлашҡан сүлле төбәктәрҙең комплексы. Инглиз телле географияла Ғәрәп сүле (ингл. Arabian Desert) исемен йөрөтә.
Тауисирлама
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Сүл башлыса Сәғүд Ғәрәбстанында урынлашҡан, шулай уҡ Иордания, Ираҡ, Күвәйт, Оман, Ҡатар, БҒӘ һәм Йәмән илдәренең территорияһына үтеп инә. Сүлдең ҡайһы бер өлөштәренең үҙ атамалары бар: Руб-әл-Хәли, Оло Нефуд, Дәхнә, Нефуд-Даһи, Әл-Һаса, Вәхибә, Йәғәфүрә, Тихама. Сүл яҡынса 2 300 000 км² майҙанды биләй, был уны ҙурлығы буйынса Сахаранан һуң икенсе урынға ҡуя.
Ҡаты шарттар арҡаһында: көндөҙгө температураның бик юғары (+54°С тиклем) һәм төндә ҡырау төшөү мөмкин (-12°С тиклем) булыуы арҡаһында[1], сүлдең хайуандар һәм үҫемлектәр донъяһы бик ярлы. Иң эре хайуандарҙан газелдәр (шул иҫәптән джейрандар), орикстар, бархан бесәйҙәре, энәғойроҡтар йәшәй. Бында ҡасандыр йәшәүсе буйлы гиеналар, шакалдар һәм медоедтар кеше менән тулыһынса тиерлек юҡ ителгәндәр. Борон сүл урында булған күлдәрҙең һәм йылғалаларҙың эҙҙәрен табылған[2], фараз буйынса бер нисә мең йыл элек бында урман булған[3].
Сүлдә эре нефть сығарыу урындары, шулай уҡ тәбиғи газ, фосфаттар һәм көкөрт табылған.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Аравийская пустыня — Климат на сайте britannica.com
- ↑ Ancient network of rivers and lakes found in Arabian Desert 2013 йыл 29 октябрь архивланған. на сайте ox.ac.uk, 30 апреля 2012
- ↑ 7 Deserts That Used To Be Verdant Fields and Forests 2019 йыл 9 сентябрь архивланған. на сайте revmodo.com, 26 июля 2012
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Аравийская пустыня (инг.) на сайте britannica.com
- Аравийская пустыня 2018 йыл 30 ғинуар архивланған. (рус.) на сайте geo.arbru.net