Ғәҡиҡә
Иман шарттары |
Исламдың биш нигеҙе |
Шәхестәр |
Ғәҡиҡә (аҡиҡә) (ғәр. عقيقة — ҡырҡыу) — бала тыуғас салына торған ҡорбан. Ҡорбан итеп ир балалар өсөн ике һарыҡ, ә ҡыҙ балаларға бер һарыҡ салына.
Этимологияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ғәҡиҡә һүҙе ғәрәпсәнән «ҡырҡыу» тип тәржемә ителә. Һүҙҙең мәғәнәһе һарыҡты ҡорбанға салғанда муйынын ҡырҡыу менән бәйле. Бала тыуыуға бағышлап салынған хайуандың үҙен дә "ғәҡиҡә" тип атайҙар. Ғәрәптәр йыш ҡына "ғәҡиҡә" тип яңы тыуған баланың алынған сәсен дә атай.
Тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ислам диненә тиклем мәжүси ғәрәптәр ғәҡиҡә ҡорбанын малай тыуғанда ғына салған, Исламға килгәс, йола үҙгәрә. Бер хәҙистә әйтелеүенсә ( Ғәйшә р.ғ. тапшырған), Мөхәммәт Пәйғәмбәр «ир бала тыуһа - ике һарыҡ , ҡыҙ бала тыуһа бер һарыҡ» салырға ҡушҡан булған[1]. Пәйғәмбәр үҙе һәр ейәне - Хәсән һәм Хөсәйен - тыуғандың етенсе көнөнә ҡорбан салған [2].
Ҡорбан салыу тәртибе
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Бала тыуғандың етенсе көнөнә, ғәҙәттә, ҡорбан салалар. Малай өсөн - ике һарыҡ, ҡыҙ бала өсөн - берәү. Ҡорбан малы сәләмәт булырға тейеш, күренеп торған физик етешһеҙлектәре булыу рөхсәт ителмәй. Әгәр ҙә ваҡытында салып булмаһа, балаһының балиғ булыу йәшенә еткәнсе башҡа ваҡытта ҡорбан сала ала[2].
Иттең бөр өлөшө мохтаж кешеләргә, ҡалғаны теләгән һәр кемгә, шул иҫәптән баланың ғаилә ағзаларына бирелә ала[2].
Хәнәфи мәҙһәбтә ғәҡиҡә мөбах һәм мәндүб булып тора, ҡалған 3 сөнни мәҙһәбтә — сөннәт [2].
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Али-заде, А. А. Акика (архив ) // Исламский энциклопедический словарь. — М.: Ансар, 2007.
- Ҡалып:ЭИ/2
- Aubaile-Sallenave, Françoise. ʿAqīqa // Encyclopaedia of Islam, THREE. Brill Online
- Уразбаева З.Ғ. Башҡортса дини һүҙлек. — Өфө. Матбуғат донъяһы, 2017.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Порядок проведения акика на сайте islamdag.ru
- Каково постановление об акике мальчика? 2016 йыл 4 март архивланған. на сайте muslima.lv
- Причины совершения акика 2013 йыл 29 май архивланған. на сайте sawab.info