Эстәлеккә күсергә

Ғөбәйҙуллин Мансур Мөхәммәтсаҙиҡ улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Ғөбәйҙуллин Мансур Садиҡ улы битенән йүнәлтелде)
Ғөбәйҙуллин Мансур Мөхәммәтсаҙиҡ улы
Рәсем
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
 Рәсәй
Хеҙмәт итеүе СССР
Тыуған көнө 29 ноябрь 1920({{padleft:1920|4|0}}-{{padleft:11|2|0}}-{{padleft:29|2|0}})
Тыуған урыны Раевка, Бәләбәй өйәҙе, Өфө губернаһы, РСФСР
Вафат булған көнө 10 декабрь 2008({{padleft:2008|4|0}}-{{padleft:12|2|0}}-{{padleft:10|2|0}}) (88 йәш)
Вафат булған урыны Өфө
Һөнәр төрө иҡтисадсы
Уҡыу йорто Башҡортостан ауыл хужалығы институты
Ғилми дәрәжә иҡтисад фәндәре докторы[d]
Һуғыш/алыш Бөйөк Ватан һуғышы
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
I дәрәжә Ватан һуғышы ордены

Ғөбәйҙуллин Мансур Мөхәммәтсаҙиҡ улы (29 ноябрь 1920 йыл10 декабрь 2008 йыл) — ғалим-иҡтисадсы. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. Башҡортостан Республикаһы фәндәр академияһының почетлы академигы (1996), профессор (1973), иҡтисад фәндәре докторы (1978), Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған фән эшмәкәре (1976).

Мансур Мөхәммәтсаҙиҡ (Садиҡ) улы Ғөбәйҙуллин[1] 1920 йылдың 29 ноябрендә Өфө губернаһының Бәләбәй өйәҙе Әлшәй ауылында (хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Әлшәй районы Раевка ауылы) тыуған.

Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан[2]. 1953 йылда Мансур Мөхәммәтсаҙиҡ улы Башҡортостан ауыл хужалығы институтын тамамлай.

1953 йылдан ул СССР Фәндәр академияһының Башҡортостан филиалында иҡтисади тикшеренеү бүлегендә эшләй (1987 йылдан алып СССР Фәндәр академияһы Урал бүлегенең Башҡортостан ғилми үҙәге): өлкән ғилми хеҙмәткәр, сектор мөдире; 1990 йылдан Башҡортостан малсылыҡ һәм мал аҙығы етештереү ғилми-тикшеренеү проект-технология институтының баш ғилми хеҙмәткәре; 1995 йылдан Башҡорт дәүләт аграр университеты уҡытыусыһы, шул иҫәптән 1995 —1998 йылдарҙа лаборатория мөдире.

Ғөбәйҙуллиндың ғилми йүнәлештәре: ауыл хужалығы иҡтисады, төбәк агросәнәғәт комплексы үҫеше проблемалары һәм һөҙөмтәлелеген арттырыу.

Ул шулай уҡ төбәк агросәнәғәт комплексы үҫеше һәм һөҙөмтәле эшмәкәрлегенең фәнни-методологик нигеҙҙәрен эшләүгә ҙур өлөш индергән.Уның тарафынан ауыл хужалығының һөҙөмтәлелеген арттырыу, малсылыҡты махсуслаштырыу, хужалыҡ-ара кооперативлаштырыу һәм интеграция үҫеше, фермер хужалыҡтарын үҫтереү проблемаларын хәл итеүҙең методологик нигеҙҙәре эшләнә.

Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһының почетлы академигы (1995), иҡтисад фәндәре докторы (1978), БАССР-ҙың атҡаҙанған фән эшмәкәре (1976).

200-ҙән ашыу фәнни хеҙмәт авторы, шул иҫәптән 25 китап һәм монография.

  • Фәнни-техник прогресс шарттарында малсылыҡ үҫешенең иҡтисади проблемалары. М.: Наука, 1978.
  • Башҡортостанда крәҫтиән (фермер) хужалыҡтарын ойоштороу. Өфө, 1992.
  • Агросәнәғәт һәм ауыл хужалығы предприятиеларының әйләнештәге аҡсалары. Өфө, 2005

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған фән эшмәкәре (1976).
  1. Губайдуллин Мансур Садыкович — Милләттәшләр. Дата обращения: 8 ғинуар 2013. Архивировано 27 ғинуар 2013 года.
  2. Память народа