Ғиниәтулла Ҡапҡаев
Ғиниәтулла Ҡапҡаев | |
Дин: | |
---|---|
Ағым: | |
Титул: | |
Осор: |
1893—1920-се йй. |
Тыуыу выҡыты: | |
Тыуған урыны: |
Пенза губернаһы (хәҙерге Мордовияның Кадошкино районы) Саранск өйәҙе Ғайса ауылы |
Үлеү ваҡыты: | |
Вафат булған урыны: |
Башҡорт АССР-ы Өфө ҡалаһы |
Ил: |
Ғиниәтулла Ҡапҡаев (14 сентябрь 1856 йыл — 21 март 1930 йыл) — ислам дине әһеле һәм йәмәғәтсе[1]
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ғиниәтулла Ҡапҡаев 1856 йылдың 14 сентябрендә Пенза губернаһы Саранск өйәҙе Ғайса ауылында, хәҙерге Мордовия Республикаһы Кадошкино районы Оло Ялан (рус. Большая Поляна) татар ауылында тыуған.
Ҡазан губернаһының Ҡашҡар ауылы мәҙрәсәһен тамамлай. Туған ауылында мулла вазифаһын башҡара. Ҡәҙимселек яҡлы була. Бер нисә тапҡыр батша хөкүмәтенә ҡаршы булған берекмәләрҙе тәнҡитләп сыға[2].
1893—1917 йылдарҙа Өфөлә Ырымбур Диниә назаратында ҡазый булып хеҙмәт итә. Был вазифала Диниә назараты ағзаларының эшмәкәрлеген контролдә тотоу һәм эш башҡарыу менән шөғөлләнә[2].
1906 йылдың 15 февралендә Өфөлә уҙғарылған һәм хәрби имамдар мәсьәләһенә бағышланған Ырымбур Диниә назараты кәңәшмәһендә ҡатнаша[3].
Ғиниәтулла Ҡапҡаев 1914 йылда Санкт-Петербургта асылған «Сырател-Мөстәҡим» («Хаҡ юл») Бөтә Рәсәй мосолмандар союзын нигеҙләүселәрҙең береһе. Был ойошма исламды өйрәнеү, мосолман мәғарифын һәм хәйриәне үҫтереү маҡсатында ойошторолған[2].
1917 йылдың мартында Өфө губерна комитеты Президиумы ҡарарына буйынса хоҡуҡты яҡлаусы структуралар күҙәтеүе аҫтына алына.
1920-се йылдарҙа Башҡорт АССР-ы мосолмандары Үҙәк Диниә назаратының ҡазыйы була. Үҙенең мәҡәләләрен Диниә назаратының «Дианат» журналында баҫтыра[4].
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ А. Хабутдинов. "Российские муфтии: от екатерининских орлов до ядерной эпохи (1788—1950). Изд-во НИМ «Махинур», 2006. Отв. Ред. — ректор НИИ им. Х. Фаизханова, Д. Мухетдинов.
- ↑ 2,0 2,1 2,2 Азаматов Д. Д. Ҡапҡаев Ғиниәтулла // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- ↑ Силантьев Р. А. Взаимоотношения духовных лидеров российской уммы с мусульманскими общественными и политическими организациями . Наука и образование против террора. Дата обращения: 21 сентябрь 2015. 2014 йыл 23 февраль архивланған.
- ↑ Юнусова А. Б. Ислам в Башкортостане. — Уфа, 1999. — С. 48. — 88 с.
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Фәхретдинов Р. Аҫар. 1-се кит. — Өфө, 2006.
- Юнусова А. Б. Ислам в Башкортостане. — М., 2007.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Ғиниәтулла Ҡапҡаев // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9. (Тикшерелеү көнө: 13 сентябрь 2021)