Ҡара һоло

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Ҡара һоло
Ovsug.jpg
Фәнни классификация
Батшалыҡ: Үҫемлектәр
Бүлексә: Ябыҡ орлоҡлолар
Класс: Бер өлөшлөләр
Тәртип: Ҡыяҡ сәскәлеләр
Ғаилә: Ҡыяҡлылар
Ырыу: Һоло
Төр: Ҡара һоло
Латинса исеме
Avena fatua L.
ITIS 41458
NCBI 4499

Ҡара һоло —ҡыяҡлылар ғаиләһенә ҡараған бер йыллыҡ үлән.

Биологик яҙма[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Һабаҡтары төҙ, төкһөҙ, шыма, бейеклеге 50—120 см. Япраҡтары ҡыяҡлы, яҫы, төкһөҙ йәки төбөндә керпек төксәләре м‑н, аҫҡы япраҡтарының еңсәһе ғәҙәттә төклө; телсәһе 4 мм тиклем оҙонлоҡта. Башаҡтары 2—3 сәскәле, башаҡ тәңкәләре бысаҡ формаһында, 20—25 мм оҙонлоҡта, аҫҡы сәскә тәңкәләре яҡынса 20 мм оҙонлоҡта, 30 мм оҙонлоҡтағы быуынлап бөгөлгән ҡылсыҡлы. Сәскәлеге — тармаҡлы йәки ҡыҫҡа һепертке. Июнь—июлдә сәскә ата. Емеше — бөртөксә, июль—авг. өлгөрә. Мал аҙығы үҫемлеге.

Составы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Составында сапониндар, терпеноидтар бар, халыҡ медицинаһында ҡулланыла.

[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Ҡара һоло башлыса яҙғы бойҙай, арпа һәм һоло сәсеүлектәрен ҡыйлаусы юҡҡа сығарыуы ауыр булған иртә яҙғы ҡый үләне. Орлоҡтар (бер үҫемлектә йәшәү һәләтен тупраҡта 5 йылдан артыҡ һаҡлаған һәм 20 см тиклем тәрәнлектә яҡшы шытым биргән 600‑гә тиклем орлоҡ барлыҡҡа килә) менән үрсей. Көҙ көнө ҡара һоло орлоҡтары тын хәлдә була, башлыса иртә яҙҙа, һуң сәселгән культураларҙы сәсерҙән алда, шытып сыға. Бөтә ауыл хужалығы зоналарында таралған.

Көрәш саралары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Орлоҡтарҙы таҙартыу, сәсеүәйләнеше тәртибен һаҡлау, тупраҡты көҙөн кәҫен әйләндермәй йәки яҫы төрән менән эшкәртеү, яҙ көнө ер эшкәртеүҙәорлоҡтарҙың тиҙ һәм бер үк ваҡытта шытып сығыуына, унан һуң сыҡҡан шытымдарҙы юҡҡа сығарыуға (провокация ысулы) булышлыҡ иткән ысулдарҙы ҡулланыу. Ныҡ сүпле баҫыуҙарҙы һуң яҙғы иген культуралары сәсеүлектәре һәм пар баҫыуҙары итеп ҡулланалар, был осраҡта Ҡ.һ. тупраҡты эшкәртеүҙең ҡатламлы сәсеү алды эшкәртеүҙәре, гербицидтар һ. б. ярҙамында юҡҡа сығаралар.

Сығанаҡтар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • А. И. Мальцев. Овсюги и овсы sectio Euavena Griseb. — Л.: Издание Всес. ин-та прикл. ботаники, 1930.
  • Губанов И. А., Киселёва К. В., Новиков В. С., Тихомиров В. Н. 105. Avena fatua L. (A. septentrionalis Malz.) — Овёс пустой, или Овсюг // Иллюстрированный определитель растений Средней России. В 3-х томах. — М.: Т-во науч. изд. КМК, Ин-т технолог. иссл, 2002. — Т. 1. Папоротники, хвощи, плауны, голосеменные, покрытосеменные (однодольные). — С. 199. — ISBN 8-87317-091-6.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]