Ҡарталы I (станция)
Ҡарталы I | |
Дәүләт |
![]() |
---|---|
Административ-территориаль берәмек | Кәртәле (ҡала) |
Хужаһы | Көньяҡ Урал тимер юлы |
Рәсми асылған ваҡыты | 1930 |
Киләһе туҡталыш | Тумак[d], Гогино[d] һәм Начальное[d] |
Тимер юл һыҙаты | Золотая Сопка — Карталы[d], Карталы — Никель[d] һәм Карталы — Белорецк[d] |
Код станции | 85650 |
Ҡарталы — Силәбе төбәктең Көньяҡ-Урал тимер юлының Силәбе бүлексәһендәге узел тимер юл станцияһы, Силәбе өлкәһе Ҡарталы ҡалаһында урынлашҡан.
Станция Мәскәүҙән 2300 км алыҫлыҡта ята, унда төрлө электр токтары килеп тоташа ( Силәбе яғынан даими, Магнитогорск, Орск һәм Тубыл яғынан алмаш электр тогы килә).
Ҡарталы станцияһынан алыҫ түгел, төньяҡ-көнсығыштараҡ Ҡарталы-Аят йылғаһы аға.
Тарихы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Станция 1914-1917 йылдарҙа Троицк — Орск тимер юл тармағын төҙөгәндә Полтавка казактар ауылынан алыҫ түгел ерҙә асыла. Башта ул Һамар-Златоуст тимер юлының тупик станцияһы була. 1926 йылда станцияны киңәйтә башлайҙар. 1929 йылда поездар Магнитогорск ҡалаһы төҙөлөшөнә табан йөрөй башлай. Бөйөк Ватан һуғышы башланғас, Акмолинск ҡалаһына табан тағы бер тармаҡ асыла. Станцияны киңәйтеү СССР тарҡалғанға тиклем дауам итә.
Этимология[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
«Ҡарталы»- күпселек сығанаҡтарҙа башҡортса «ҡара таллы» тигән һүҙҙән килеп сыҡҡан тип яҙылған[1][2]. Ҡарталы янында Ҡарталы-Аят йылғаһы аға.Тимәк, был йылға буйында ҡара тал (чернотал) үҫә.
Станция күрһәткән хеҙмәттәр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Станцияла түбәндәге операциялар башҡарыла:
- Станцияларҙың асыҡ майҙансыҡтарында һаҡлауға рөхсәт ителгән йөктәрҙе оҙатыу һәм ҡабул итеү
- Станцияларҙың ябык складтарында һаҡлау талап ителгән йөктәрҙее ҡабул итү һәм тапшырыу
- Бары тик станция яны юлдарында һәм дөйөм ҡулланылыштағы урындарҙа ғына тулы вагондар менән йөктәрҙе ҡабул итеү һәм тапшырыу
- Массаһы 3,3 (5) һәм 5,5 (6) т булған универсаль контейнерҙарҙа йөктәр ҡабул итеү һәм тапшырыу
Пассажирҙар хәрәкәте[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Ҡарталы станцияһы сәғәтенә 25-30 пассажирҙы хеҙмәтләндерә[3].
Станциянан алыҫ араға йөрөүсе поездар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
2018 йылғдың декабренә станция аша түбәндәге поездар үтә:
Йыл әйләнәһенә поездар хәрәкәте[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
№ поезд | Хәрәкәт маршрутын | № поезд | Хәрәкәт маршрутын |
---|---|---|---|
121 | Екатеринбург — Ырымбур | 122 | Ырымбур — Екатеринбург |
341 | Нижневартовск — Ырымбурҙа | 342 | Ырымбур — Нижневартовск |
343 | Силәбелә — Адлерҙың | 344 | Адлерҙың — Силәбелә |
345 | Нижневартовск — Адлерҙың | 346 | Адлерҙың — Нижневартовск |
365 | Силәбелә — Ташкентта | 366 | Ташкентта — Силәбелә |
379 | Яңы Уренгой — Ырымбурҙа | 380 | Ырымбур — Яңы Уренгой |
Төрлө миҙгелдә поездар хәрәкәте[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
№ поезд | Хәрәкәт маршрутын | № поезд | Хәрәкәт маршрутын |
---|---|---|---|
241 | Иркутск — Адлер | 242 | Адлер — Иркутск |
249 | Новокузнецк — Имеретия курорттары | 250 | Имеретия курорттары — Новокузнецк |
251 | Барнаул — Адлер | 252 | Адлерҙың — Барнаул |
269 | Чита — Адлер | 270 | Адлер — Чита |
273 | Северобайкальск — Адлерҙың | 274 | Адлер — Северобайкальск |
Йөк ташыу[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Ҡарталы станцияһы сәнғәттә[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
1932 йылда Мәскәү ит һәм һөт(ауыл хужалығы) институтын тамамлағандан һуң Башҡортостанға Сергей Иванович Чекмарёв килә.Ул Хәйбулла районының Таналыҡ совхозында, һуңыраҡ Ейәнсура районы Инәк совхозында баш зоотехник булып эшләй. 1932 йылда машина көтөп ул 18 сәғәт Ҡарталы станцияһында ултыра, пассажирҙарҙы күҙәтә, үҙенең яҙмышы тураһында уйлана. Ошо ваҡиғаға бәйле С.Чекмарёв «Размышления на станции Карталы» тигән поэмаһын яҙа.[4]
Станцияла С.Чекмарёв иҫтәлегенә таҡтаташ асылған.
Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- ↑ Словарь топонимов Башкирской АССР
- ↑ Карталы
- ↑ Факты о станции Карталы . Дата обращения: 19 ноябрь 2011. Архивировано 16 декабрь 2011 года. 2011 йыл 16 декабрь архивланған.
- ↑ С.Чекмарёв. Размышления на станции Карталы