Ҡаф тауы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Ҡаф тауы
 Ҡаф тауы Викимилектә

Ҡаф тауы (фарс. قاف‌کوه, qaafkuh йәки, kuh-e qaaf; ғәр. جبل قاف‎, jabal qaf) — башҡорт мифологияһында һәм фольклорында ер сигендәге бейек тау; яуыз йән эйәләре (аждаһа, бәрей, дейеү һ.б.) төйәге йәки кеше һәм яуыз көстәр донъяһы араһындағы сик.

Низами заманында фарсы мифологияһындағы легендар тауҙар һәм урта быуат ислам космологияһы. . Урта быуат мосолман космографтары фекере буйынса, тау сылбыры ер ситендә уны уратып алып урынлашҡан. Йыш ҡына әкиәттәрҙә: «Дандан», "Ҡаһарман, " «Мең дә бер кискә», "Шаһнамә« эпосында һәм башҡа әҫәрҙәрә телгә алына. Ҡайһы берҙә күплектә ҡулланыла — Ҡаф тауҙары..

Ғәрәп әкиәтенә ярашлы „Хәсибә һәм йыландар батшабикәһе тураһында хикәйә“ батшабикә етәкселегендәге йылан ҡәбиләһе һәр ҡыш һайын Ҡаф тауҙарына ҡышларға бара. Шул уҡ әкиәттә Булукия персонажы фәрештә менән һөйләшкәндә Ҡаф тауы артында ҡарҙан һәм боҙҙан торған биш йөҙ йыл оҙонлоғондағы тау барлығын белә; ул донъяны Геенна утынан, исламда тамуҡ утынан, һаҡлай. Күп халыҡтарҙың фольклорында Ҡаф мифик тау, дейеүҙәрҙең-яуыз рухтарҙың һыйыныу урыны булып тора.

Фарсы традицияһында Саошьянт (Саошиант, Сосиош), зороастризм мәсих, Ҡаф тауҙарында һуғышасаҡ. Шулай уҡ Ҡаф тауҙарында ендәр йәшәй Сәмреғоштарҙың ояһы ла бар.

Строки из «Араиш аль-Маджалис»

Господь Вседержитель создал великую гору из зелёного хризолита, — из-за этого небо имеет зеленоватый отлив. Гора Каф, так она называется, окружает полностью всю землю, именно ею клялся Вседержитель, и назвал её Каф.

Ҡайһы бер тикшеренеүселәр „Бытие“ китабындағы Кафу тауҙары менән Ҡаф тауҙарын тиңләйҙәр[1]. Баһаулла „Ете үҙән һәм Дүрт үҙән“ „куффи, йәғни йәғни сикләүҙәрҙән ҡотолдо“». Әҙәмдең шулай уҡ ерләнгән урыны Ҡаф тауы.

Ҡаф һәм Кавказ тауҙары[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Бынан тыш, ҡайһы бер тикшеренеүселәр, этимологиялағы оҡшашлыҡтан, шулай уҡ ҡаҙаҡ, фарсы һәм татар, башҡорт фольклорҙарынан сығып, Ҡаф тауын (قاف) Кавказ менән туғанлаштырырға тырыша.

Ҡаф тауы, ҡайһы бер авторҙар яҙғанса, Кавказ түгел, ә "Ҡөрьән-Кәрим"дә әйтелгәнсә, мифик илдең мифик тауы[2] Ҡаф, мәҫәлән, Киммерия кеүек үк, йыш ҡына Кавказдың художестволы образы сифатында файҙаланыла. Байрон туранан-тура Кавказды: «Ҡаф тауының үҙенән, алыҫ ерҙәрҙән, урап үткән оҙон дөйә каруаны», — тип атаған.[3]

Башҡорт мифологияһында[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ошоға оҡшаш тау башҡорт мифологияһында бар һәм Ҡаф тау тип атала[4].

Хөрәфәттәр буйынса, болоттар аждаһаны юхаға әүерелмәһен өсөн Ҡаф тауы аръяғына алып китә. «Дандан батыр», «Ҡаһарман батыр» әкиәттәрендә яуыз заттар ҡыҙҙарҙы урлай һәм Ҡаф тауы аръяғына алып китә, батыр уларҙы ҡотҡарыр өсөн Ҡаф тауына бара. «Алтындуға батыр» әкиәтендә төп герой Ҡаф тауында йәшәгән дейеүҙе еңеп, уның ҡыҙына өйләнә. «Ҡаһарман батыр» әкиәтенән:

Ҡаһарман исемле бер кеше булған. Бер ваҡыт уның ҡатыны юғалған. Ҡаһарман батырҙың буйы ҡырҡ аршын булған. Ҡатыны юғалғас, ул уны эҙләп дейеүҙәргә киткән. Бөтә дейеүҙәрҙе йөрөп сыҡҡан, береһе лә уның ҡатынының ҡайҙа икәнлеген әйтә алмаған. Шулай ҙа бер дейеү: — Ҡаф тауының артында бер бик көслө дейеү бар. Һинең ҡатыныңды, моғайын, шул алғандыр,— тигән. — Ул дейеүгә нисек барырға һуң? — тип һораған Ҡаһарман батыр. — Хоҙай Тәғәләнең юлы бөтмәҫ. Ҡаф тауының артына барырға ла юл бар,— тигән дейеү. — Улай булғас, мин киттем,— тигән батыр. Шулай тигән дә Ҡаһарман батыр, ҡатынын эҙләп, Ҡаф тауы артына киткән. Уның аты бер атлағанда өс көнлөк юлды үтер булған. Барып еткән, Ҡаф тауы эргәһендә бер йылға бар икән. Йылғанан килеп һыу эсһә, ирененең тиреһе һыҙырылып төшкән. Атын эсергән, атының да ирененең тиреһе һыҙырылып төшкән. Шул ерҙә Ҡаһарман батыр ҡоҙоҡ ҡаҙыған да һәйбәт һыу алып эскән...[5].

Эзотерикала Ҡаф тауы Альборҙың поляр тауы менән тиңләштерелә, Ә ысынында иһә Альборҙың иң бейек нөктәһе булып Эльбрус тора[6]

Шулай уҡ ҡарағыҙ[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. Уильям Ст. Клэр-Тисдалл. „Источники ислама“, Глава 3
  2. /Әхмәт Сөләймәнов «Башҡорт халҡын ҡарһүҙе» Өфө-2011 й., 48- се б.
  3. Дон Жуан (vi, 86; 1818-24), Перевод Т. Гнедич
  4. Гора Каф-тау(недоступная ссылка)
  5. /Башкирское народное творчество «Богатырские сказки» 3-й том, 58-се б. 2023 йыл 2 февраль архивланған.
  6. Клаудио Мутти, «Нордический пик в исламе»

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • А. Бертельс Примечания // Пять поэм. — Художественная литература, 1968. — ISBN отсутствует.
  • Евгений Кузнец Пояснительный словарь // Шахнаме. — Книжный клуб «Книговек», 2010. — ISBN 978-5-4224-0268-7.
  • И. М. Фильштинский Пояснительный словарь // Синдбад-мореход. Избранные сказки и повести из «Тысячи и одной ночи». — Правда, 1986. — ISBN отсутствует.
  • Каф — в энциклопедии клуБУК.
  • Башҡорт халыҡ ижады. Әкиәттәр. 3-сө том
  • Башҡорт халыҡ ижады. Йола фольклоры. 1-се том.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]