Баһаулла

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Баһаулла
фарс. میرزا حسینعلی نوری
Рәсем
Заты ир-ат
Гражданлығы Иран[1]
Тыуған ваҡыттағы исеме фарс. میرزا حسین‌علی نوری‎
Тыуған көнө 12 ноябрь 1817({{padleft:1817|4|0}}-{{padleft:11|2|0}}-{{padleft:12|2|0}})[2]
Тыуған урыны кажарҙар[d], Тегеран
Вафат булған көнө 29 май 1892({{padleft:1892|4|0}}-{{padleft:5|2|0}}-{{padleft:29|2|0}})[2] (74 йәш)
Вафат булған урыны Ғосман империяһы, Акә[d]
Ерләнгән урыны Shrine of Bahá'u'lláh[d]
Изображение могилы
Атаһы Ғәббәс Нури мырҙа[d]
Бер туғандары Mírzá Músá[d] һәм Собх-и-Азаль[d]
Хәләл ефете Асия Ханум[d] һәм Фатима Ханум — Махд-и-Улья[d]
Балалары Абдул-Баха[d], Бахиййе-ханум[d], Мәһди мырҙа[d], Мирза Мухаммад Али[d], Зияулла[d] һәм Бадиулла[d]
Һөнәр төрө дини башлыҡ, яҙыусы, Богоявление
Ҡушамат Bahāʾ-Allāh һәм بهاء الله
Commons-logo.svg Баһаулла Викимилектә

Баһаулла (ғәр. بهاء الله‎ — «Аллаға шөкөр»; 12 ноябрь 1817 — 29 май 1892), ысын исеме Хөсәйен-Али-и-Нури мырҙа (фарсы علی میرزا حسین) — иран дин әһеле, Баһаи диненә нигеҙ һалыусы. Уның яҡлылары фекеренсә, ул Аллаһы Тәғәлә тарафынан беҙҙең заман өсөн ебәрелгән пәйғәмбәре (алдан ебәрелгән пәйғәмбәрҙәр исемлегенә Ибраһим, Муса, Будда, Заратустра, Кришна, Ғайса, Мөхәммәт, Баба индерелгән).

1853 йылдың ғинуарында бирелгән Бахаулланың паспорты

Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Тәһранда (Иран) аристократ ғаиләһендә тыуған, үҙ нәҫел ебен элекке Персия империяһы осороноң хакимлыҡ иткән һәм бик күп байлыҡтарға һәм ерҙәргә эйә булған династияларҙан алып килә (баһаи авторҙары уның барлыҡҡа килеүен һуңғы сәсәни шаһы Йездегерд III, Заратустра пәйғәмбәр, Иессей һәм Дауыт батша, Ибраһим һәм Хеттура менән бәйләйҙәр). Уның атаһы, Боҙорҡ мырҙа бер сосор Фәтх-Әли-шаһтың ун икенсе улының вәзире һәм һуңынан Лурестан губернаторы була. Дәрәжәһе буйынса уға тәғәйен булған һарай вазифаларынан баш тартып, Баһаулла үҙенең йомартлығы һәм алсаҡлығы менән дан тота һәм ватандаштары араһында үҙенә ҡарата һөйөү яулай.

Һөргөнсө Баһаулланың Ғосман империяһы буйынса дәрүишлек иткән картаһы.

Баб хәрәкәте[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

1844 йылда 27 йәшендә Бабаи диненең тәүге шәкерттәренең береһе була, әлеге динде «Баб» титулын ҡабул иткән Сәйет Али-Мөхәммәт иғлан итә. баб һүҙе ғәрәп теленән «ҡапҡалар» тип тәржемә ителә. Баб тәғлимәте тураһында Баһаулла уның Хөсәйен мулла аша ебәрелгән яҙма мөрәжәғәттәр төргәгенән белеп ҡала һәм шундуҡ уны әүҙем рәүештә тарта башлай. Ул шулай диндәштәрен яҡлай, шул иҫәптән Таһир Ҡуррат-уль-Ғайнды, шуға күрә хатта бер аҙ ваҡытҡа Таһрандағы төрмәгә ултыртыла һәм фәлек язаһына (ялан табанға таяҡ менән һуғыу) тарттырыла.

1848 йылдың йәйендә Баһаулла Бәдәшт ҡалаһында (Мазандәрән һәм Хөрәсән араһында урынлашҡан) 81 күренекле баб яҡлыларының конференцияһын ойоштороуҙа ҡатнаша, бында яңы тәғлимәттең дини принциптары буйынса бәхәстә бара һәм уның демократик социаль программаһы төҙөлә. Бабиҙарҙың ислам хоҡуғын һаҡлап ҡалырға теләүселәр һәм Баб асышы яңы принциптарҙы талап итә тип һанаусылар араһындағы дискуссияла һуңғыларҙың ҡарашын яҡлап сыға һәм хәрәкәттең Ҡоддос (Барфоруштан Мөхәммәт Али) һәм Таһир Ҡуррат-уль-Ғайн етәкләгән ике ҡанаттың үҙ-ара ярашыуына булышлыҡ итә.

Баһаулланың атаһы, Бозорҡ мырҙаһы. Бер нисә йыл дауамында Фәтх—Али шаһ һарайында министр вазифаһын биләй.

Эҙәрлекләү һәм асыш[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Баһаулла һәм Бабтың хатлашыуына ҡарамаҫтан, шәхсән улар бер ҡасан да осраша алмай. 1850 йылдың 9 июлендә Бабты язалауҙан һуң, башҡа бабиҙар кеүек, Баһаулла үҙенең бөтә мөлкәтен һәм биләмәләрен юғалта, һаҡ аҫтына алына һәм ҡаты язалауҙарға дусар ителә. Насретдин шаһты үлтерергә маташыу идеяһына эҙмә-эҙлекле рәүештә ҡаршы сығыуына ҡарамаҫтан, үлтерергә маташыу башҡарылғандан һуң башҡа бабиҙар менән бергә ул да ҡулға алына. 1852 йылда, Сейәһ-Чаль («ҡара соҡор») зинданында ултырған саҡта Баһаулла, уның юлынан барыусы шәкерттәр фекеренсә, Аллаһы Тәғәләнән асыш (Изге китап) ҡабул итә.

Рәсәй илсеһе Д. И. Долгоруковтың ҡыҫылыуы арҡаһында Баһаулла суд тарафынан аҡлана һәм Ҡара соҡор төрмәһенән азатителә, әммә фарсы хөкүмәте уны мәңгелек ҡыуыуға хөкөм итә. Александр II исеменән тәҡдим ителгән Рәсәй империяһы территорияһында һыйыныуҙан баш тартып, Баһаулла 1853 йылда Иракка һөрөлөү тураһында указды ҡабул итергә ҡарар итә.

Баһаи Динен булдырыу[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

1863 йылда, Бағдад (хәҙерге Ираҡ, ул ваҡытта Ғосман империяһы) эргәһендә һөргөндә булғанда, Баһаулла үҙен Баб — «Аллаһы Тәғәлә ебәргән пәйғәмбәр» тураһында күрәҙәлек иткән Пәйғәмбәрмен тип иғлан итә. Ғосман империяһы властары уны Константинополгә (ул ваҡытта — империя баш ҡалаһы) һөргөнгә ебәрә, дүрт ай үткәс — Адрианополгә (хәҙерге Әдирнә), бында ул биш йыл йәшәй, ә һуңынан, 1868 йылда, ғүмерлеккә Акко (Фәләстин, хәҙерге Израиль) ҡала-төрмәһенә ултыртыла.

Адрианополдә һәм Аккола Баһаулла ул ваҡыттағы хакимдарға бер нисә күмәк һәм үҙ исеменән мөрәжәғәттәр яҙа[3], ул Ҡиәмәт көнө килеп етеүен раҫлауға һәм Изге китаптарҙа күрәҙәлек ителгән берҙән-бер Аллаһы Тәғәләне таныуға саҡыра. Ул шулай уҡ үҙ-ара фекер айырымлыҡтарын яраштырырға, ҡоралланыуҙы ҡыҫҡартырға һәм илдәрҙең береһенә ҡаршы агрессияны ҡалған бөтә дәүләттәрҙең берләштерелгән көстәре ҡыҫылыуы менән кисекмәҫтән туҡтата торған коллектив хәүефһеҙлеҡ системаһын ҡабул итергә кәңәш итә.

Вафаты һәм васыятнамәһе[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

1892 йылдың 29 майында Акконан төньяҡҡараҡ урынлашҡан Баһджи биҫтәһендә вафат була һәм шунда уҡ ерләнә. Был ваҡытта уның тәғлимәте Яҡын Көнсығыш илдәре сиктәренән сыҡҡан була инде.

Вариҫтары итеп Баһаулла үҙенең ике улын, башта өлкән улы Ғәббәс Әфәндене (Абдул-Баһа) һәм уның артынан Мырҙа Мөхәммәт Али улын билдәләй[4]. Әммә атаһының вафатынан һуң, ағалы-ҡусылылар араһында низағ барлыҡҡа килә. Абдул-Баһа үҙенең васыятнамәһендә Мөхәммәт Алиҙы диндән айыра һәм уның урынына ейәне Шоги Әфәндене ҡуя. Мырҙа Мөхәммәт Али яғына Баһаулла вариҫтарының күпселеге күсә, һәм ул Баһаи Диненең яңы йүнәлешен булдыра — «Унитар баһаизм», әммә был йүнәлеш үтә ныҡ популярлыҡ яуламай.

Тәғлимәте[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Баһаулла, бөтә пәйғәмбәрҙәр Ергә берҙән-бер Аллаһы Тәғәлә тарафынан «ерҙә Аллаһы Тәғәлә (Хоҙай) Батшалығы»(алға барыу/үҫешеү асыш концепцияһы) булдырыу маҡсатында кешелеккә яйлап белем биреү өсөн ебәрелгән, тип өйрәтә. Аллаһы Тәғәлә (Хоҙай) батшалығы («Иң юғары донъя») Дини асышының хәҙерге дәүере дауамында, уның шәхсән Асышынан 1000 йыл дауамында, урынлаштырыла, тип билдәләй. Бөтә көндәлек тормошо мәсьәләләрен һәм хәҙерге цивилизация менән идара итеү пробемаларын тиерлек тасуирлаған Изге Китаптар күрһәтелә. Бынан тыш, уның әҫәрҙәрен — үлемдән һуңғы тормош һәм йән тәбиғәте, Библияның һәм Ҡөрьәндең әүлиәлектәре һәм аллегориялары, тормош мәғәнәһе һәм кешелек яҙмышы һәм башҡалар яҡтыртыла.

Төп әҫәрҙәре:

  • Китаб-и-Ағдәс («Изгеләрҙән-изге китап», хәҙерге заман дини-әхлаҡи закондарҙы үҙ эсенә алған төп хеҙмәте),
  • Китаб-и-Игән («Шикһеҙлек китабы», Библия һәм Көрьәндең символдарын аңлатҡан дини трактат),
  • Йәшерен һүҙҙәр (ҡыҫҡа шиғырҙар рәүешендәге рухани өгөт-нәсихәттәр),
  • «Ете Үҙән» (Аллаһы Тәғәләгә табан йәндең сәйәхәте тураһында мистик характерҙағы әҫәре),
  • ряд писем и обращений, изданных в сборниках «Баһаулла Китаптары Киҫәктәре» һәм «Баһауллаға Китаб-и-Ағдәс китабынан һуң еткерелгән Изге яҙма төшөрөлгән таҡталары».

Апостолдар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Баһаизмда айырыуса Баһаулланың 19шәкерте билдәләнә, уларҙы «апостолдар» тип йөрөтәләр[5]. Апостол статусын улар Баһаи Динен Һаҡлаусыһы Шог Әфәнденән алғандар[6]. Әлеге шәхестәр исемлеге The Bahá'í World, III том (80-81 биттәр) хәбәрҙәренә индерелгән. Улар Баһаи Дине үҫешеүендә мөһим роль уйнай.

Апостолдар булып һаналалар: Мырҙа Муса (Баһаулланың ағаһы), Бади (Насер әд-дин Шаһҡа Баһаулланың хатын еткергән һәм шуның өсөн үлтерелгән егет), Султануш-Шухада (Исфаһан «Ыҙа сигеүселәр короле», ағаһы менән бергә язалана), Мырҙа Абдәл-Фадл (Мысырҙа, Төркмәнстанда һәм АҠШ-та Баһаи динен таратыусы), Варға (Рухулланың атаһы), Нәбил-и-Әҡбәр (билдәле уҡытыусы, уға Баһаулла бер нисә таҡта ебәрә), Нәбил-и-Әҙәм (Таң хәбәрҙәре тарихи хикәйәһе авторы), Мишкин-Ҡәләм (Баһаи символдарының каллиграфы һәм авторы), Зәйнүл-Мүкәррабин (Китаб-и-Ағдәс буйынса Баһауллаға тәғәйенләнгән һорауҙар авторы), Казим-и-Самандар (Персияла динде тарата), Хажи Әмин (Хукукулланың ышаныслы кешеһе сифатында хеҙмәт иткән), Ибн-и-Абһар (Иран, Кавказ, Һиндостан һәм Төркмәнстанда динде тарата), Хажи Ахундың (йәшерелгән урындар араһында, һуңынан аккула Баб мәйетенең ҡалдыҡтарын ташыу йөкмәтелә, Адиб (Бирма, Һиндостанда дин тарата), Мырҙа Мостафа (Баһаулла ҡушыуы буйынса Бейрут ашаАккаға юлланған баһайҙарҙы ҡаршы ала һәм ярҙам күрһәтә), Шәйех Мөхәммәт-Али (Нәбил-и-Әҡбәрҙең яҡын туғаны), Ибн-и-Асдаҡ (Садиҡ мулланың улы), Мырҙа Мәхмүт (Баһаи Дине мөғәллиме), Вакиүуд-Дәүлих (Афнан,Бабаның ике туған ағайы Ашхабад ҡалаһында беренсе баһаи ғибәҙәтханаһын төҙөүсе).

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]