Эстәлеккә күсергә

Ҡаҙағстандың дәүләт төҙөлөшө

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Ҡаҙағстандың дәүләт төҙөлөшө
Дәүләт  Ҡаҙағстан
 Ҡаҙағстандың дәүләт төҙөлөшө Викимилектә

Ҡаҙағстан — Конституцияға ярашлы — идара итеүҙең президент формаһындағы демократик, хоҡуҡи, унитар, донъяуи республика.

Беренсе конституция 1993 йылдың ғинуарында ҡабул ителә. Әммә 1995 йылдың авгусында ул яңыһы менән алмаштырыла; 1998 йылда уға төҙәтеүҙәр индерелә. Яңы конституция буйынса Ҡаҙағстан — демократик хоҡуҡи унитар дәүләт, властың бойондороҡһоҙ өс тармағы — башҡарма, закондар сығарыусы һәм суд тармаҡтары — бар. Президент властың был өс тармағының береһенә лә ҡарамай һәм 40 йәштән йәш булмаған, Ҡаҙағстанда кәм тигәндә 15 йыл йәшәгән һәм дәүләт (ҡаҙаҡ) телендә иркен һөйләшкән Ҡаҙағстан граждандары араһынан һайлана (Конституцияның III киҫәге). Башҡарма власты Хөкүмәт тормошҡа ашыра, ул Конституцияла ҡаралған тәртиптә Президент тарафынан төҙөлә (Конституцияның V киҫәге). Закондар сығарыу власын — ике палаталы парламент (Сенат — 47 депутат һәм Мәжлес — 107 депутат), суд власын граждан, енәйәтселек һәм закон менән билдәләнгән башҡа суд башҡарыу формалары ярҙамында судтар системаһы атҡара. Судьялар вазифаға Ҡаҙағстан Республикаһы Конституцияһы һәм конституцион закон менән билдәләнгән тәртиптә һайлана йәки тәғәйенләнә һәм даими вәкәләттәргә эйә була[1][2] (Конституцияның VII киҫәге). Конституцион Совет Конституция суды функцияларын башҡара һәм суд власына инмәй (Конституцияның VI киҫәге). Прокуратураға дәүләт власының күҙәтеү органы функциялары йөкмәтелгән, һәм ул властың өс тармағының береһенә лә инмәй (Конституцияның 83-сө статьяһы).

Дәүләт идаралығы органдары

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Президент дәүләттең башлығы, иң юғары вазифалы кешеһе булып тора, илдең эске һәм тышҡы сәйәсәтенең төп йүнәлештәрен билдәләй, бөтә власть органдарының ярашып эшләүен тәьмин итә. Президент шулай уҡ илдең ҡораллы көстәренең юғары башкомандующийы булып тора[3].

5 йыллыҡ мөҙҙәткә дөйөм һәм йәшерен тауыш биреү юлы менән һайлана.

Президенттың вәкәләттәре:

  • юғары башкомандующий булып тора;
  • президенттың указдары һәм бойороҡтары закон көсөнә эйә;
  • парламентты таратырға хоҡуҡлы;
  • референдумдар һәм парламентҡа һайлауҙарҙы билдәләй һәм уның сессияларын саҡыра;
  • парламент ҡабул иткән закондарға ҡул ҡуя һәм ҡабатлап фекер алышыу өсөн уларҙы кире ҡайтарырға хоҡуҡлы;
  • парламент ризалығы менән премьер-министрҙы, премьер күрһәтеүенән сығып, хөкүмәт ағзаларын тәғәйеләй;
  • парламент ризалығы менән Милли банк рәйесен, генераль прокурорҙы, Милли именлек комитеты рәйесен тәғәйенләй;
  • дипломатик вәкиллектәр башлыҡтарын, юғары хәрби етәкселәрҙе, шулай уҡ 5 йыллыҡ мөҙҙәткә Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесен һәм Үҙәк һайлау комиссияһының ике ағзаһын, Хисап комитеты рәйесе менән республика бюджеты үтәлешенә контроллек итеү өсөн ике ағзаһын тәғәйенләй (Конституцияның 44-се статьяһы 7-се ярҙамсы пункты); Именлек Советын һәм башҡа консультатив-кәңәшләшеү органдарын, шулай уҡ Ҡаҙағстан халҡы ассамблеяһын һәм Юғары Суд Советын ойоштора;
  • хөкүмәттең һәм урындағы власть органдарының ҡарарҙарын юҡҡа сығарырға хоҡуҡлы;
  • дәүләт программаларын раҫлай;
  • халыҡ-ара һөйләшеүҙәрҙе алып бара һәм договорҙарға ҡул ҡуя;
  • ғәҙәттән тыш хәлде һәм хәрби хәлде индерә.

Президент дәүләткә хыянат иткәне өсөн парламенттың ике палатаһының берлектәге ултырышында вазифаһынан бушатыла ала[4].

Ҡаҙағстан Президенты вазифаһы 1990 йылдың 1 апрелендә булдырыла, шул мәлдән уны Ҡаҙаҡ ССР-ының Юғары Советы тарафынан һайланған Нурсолтан Назарбаев биләй. Унан һуң Нурсолтан Назарбаев 1991 йылда беренсе бөтә халыҡ президент һайлауында һайлана, 1995 йылғы референдумда уның вәкәләттәре оҙайтыла, артабан ул 1999 йылғы сираттан тыш һайлауҙа һәм 2005 йылғы президент һайлауында һайлана.

Башҡарма власты парламент ризалығы менән президент тәғәйенләгән премьер-министр етәкселегендәге Ҡаҙағстан Республикаһы Хөкүмәте тормошҡа ашыра.

Премьер-министр башҡарма органдар системаһына һәм уларҙың эшмәкәрлегенә етәкселек итә.

Премьер-министр вазифаһында:

2007 йылдан — Кәрим Мәсимов;

2012—2014 йылдарҙа — Серик Әхмәтов;

2014—2016 йылдарҙа — яңынан Кәрим Мәсимов;

2016 йылдың 9 сентябрендә Мәсимов, вазифанан бушатылып, Милли именлек комитеты рәйесе итеп тәғәйенләнә.

Вазифаға Баҡытжан Сағынтаев тәғәйенләнә.

Закондар сығарыу власы

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Юғары вәкиллекле закондар сығарыу органы — илдең парламенты,

ул ике палатанан — Сенат һәм Мәжлестән — тора.

Сенаттың вәкәләтлелек мөҙҙәте — 6 йыл, составының яртыһы 3 йыл һайын ҡабат һайлана.

Составы: Сенаттың 47 ағзаһының 32-һе өлкәләрҙең вәкиллекле органдары,

баш ҡаланан һәм республика әһәмиәтендәге ҡалаларҙан һайлана (һәр территориаль берәмектән 2-шәр),

15-е ил президенты тарафынан тәғәйенләнә.

Мәжлес (107 депутат) 5 йылға

дөйөм тауыш биреү юлы менән һайлана: 98-е — бер мандатлы округтарҙан,

9-ы — Ҡаҙағстан Халҡы ассамблеяһы.

Эшмәкәрлеге

  1. Ҡаҙағстан Парламенты конституцияға үҙгәртеүҙәр индерә (президент тәҡдиме буйынса),
  2. бюджетты, хөкүмәт программаһын һәм отчётын раҫлай (ышанмаусылыҡ вотумы сығарыу өсөн һәр палатала тауыштарҙың өстән ике өлөшөн йыйыу зарур),
  3. закондар ҡабул итә (президент ветоһын тауыштарҙың өстән ике өлөшөнән торған күпселек менән еңә ала),
  4. һуғыш һәм солох мәсьәләләрен хәл итә,
  5. референдум инициативаһын тәҡдим итә,
  6. халыҡ-ара договорҙарҙы ратификациялай һ. б.

Тик Сенаттыҡы булған вәкәләттәр даирәһенә түбәндәгеләр инә:

  1. президент тәҡдиме буйынса Юғары суд рәйесен һайлау,
  2. президенттың генераль прокурорҙы тәғәйенләүен раҫлау
  3. президенттың Милли именлек комитеты рәйесен тәғәйенләүен раҫлау
  4. урындағы вәкиллекле органдарҙы таратыу[5].

Юғары суд суд власының юғары органы булып тора (Конституцияның 81-се статьяһы).

Ҡаҙағстан суд системаһын түбәндәгеләр тәшкил итә:

  1. Юғары суд, урындағы (өлкә, ҡала, район) судтар,
  2. Махсус судтар (хәрби, ювеналь, иҡтисади).
  3. Башҡа төрлө махсус судтар булдырылырға мөмкин.

Ҡаҙағстан Республикаһының Юғары Суд рәйесе һәм судьялары, Юғары Суд Советы тәҡдименә нигеҙләнеп, Республика Президенты күрһәтеүе буйынса Сенат тарафынан һайлана (Конституцияның 82-се статьяһы 1-се өлөшө).

Урындағы һәм башҡа судтарҙың рәйестәре һәм судьялары вазифаға Республика Президенты тарафынан Юғары Суд Советы тәҡдиме буйынса тәғәйенләнә (Конституцияның 82-се статьяһы 2-се өлөшө).

Юғары Суд Советы рәйестән һәм Республика Президенты тәғәйенләгән башҡа кешеләрҙән тора (Конституцияның 82-се статьяһы 4-се өлөшө). Бөтә судтар республика бюджетынан финанслана (Конституцияның 80-се статьяһы).

Конституция Советы үҙ функцияларын суд власына ҡарамай башҡара (Конституцияның VI киҫәге).

Урындағы власть органдары

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Административ йәһәттән ил 14 өлкәнән һәм республика әһәмиәтендәге 2 ҡаланан (Астана, Алматы) тора.

Уларҙың акимдары (губернаторҙары) президент тарафынан тәғәйенләнә.

Өлкәләрҙә һәм тораҡ пункттарҙа властың вәкиллекле органдары (мәслихәттәр) халыҡ тарафынан һайлана.

1991 йылға тиклем республикала КПСС составына ингән коммунистик партия ғына була, ул 1991 йылда таратыла.

Әлеге ваҡытта, Конституцияға ярашлы, күп партиялы система урын алған.

2004 йылғы парламент һайлауҙарында рәсми теркәлгән 12 партия ҡатнаша.

Полиция һәм ҡораллы көстәр

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ҡаҙағстан Советтар Союзынан милицияны һәм республика Дәүләт именлеге комитетын (КГБ) мираҫ итеп ала, улар Мәскәү контроле аҫтында була.

Башта Ҡаҙағстан хөкүмәте сиктәрҙе һаҡлау һәм тәртип һаҡлау өсөн 20 меңдән кәмерәк берәмекле Милли гвардия төҙөргә була.

Элекке Советтар Союзының Байҡынур космодромы һәм яҡынса 1150 берәмек стратегик ядро ҡоралы Рәсәй Федерацияһы контроле аҫтында ҡала.

Әммә Рәсәй, Үзбәкстан һәм БДБ-ның башҡа ағзалары үҙ ҡораллы көстәрен ойошторғас, Ҡаҙағстан етәкселеге ҡарашын үҙгәртергә мәжбүр була. Тулы ҡанлы ҡораллы көстәр төҙөргә ҡарар ителә.

Был ҡораллы көстәргә ҡоро ер ғәскәрҙәре, хәрби һауа көстәре һәм хатта хәрби диңгеҙ флоты инергә тейеш була.

1995 йылда Ҡаҙағстан ҡораллы көстәрендә хеҙмәт итеүселәр һаны 35 меңдән ашып китә. Ҡаҙаҡ контингентының Үҙәк Азия дәүләттәренең берләшкән батальонында (Центразбат) үзбәк һәм ҡырғыҙ контингенттары менән бергә ҡатнашыуы илдең ҡораллы көстәренең халыҡ-ара абруйын арттыра.

Ҡаҙағстан түбәндәгеләрҙең ағзаһы булап тора:

  1. Бойондороҡһоҙ Дәүләттәр Берләшмәһе (БДБ),
  2. Берләшкән Милләттәр Ойошмаһы (БМО),
  3. Европала хәүефһеҙлек һәм хеҙмәттәшлек ойошмаһы (ОБСЕ),
  4. НАТО-ның Координацион советы, НАТО-ның «Тыныслыҡ хаҡына партнерлыҡ» программаһы,
  5. Иҡтисади координацион совет (унда Урта Азияның башҡа дәүләттәре, шулай уҡ Әзербайжан, Төркиә, Иран һәм Пакистан инә) һәм Бөтә донъя сауҙа ойошмаһы (ВТО).
  6. Ҡаҙағстан Нефть экспортлаусы илдәр ойошмаһында (ОПЕК) күҙәтеүсе статусына эйә.

1996 йылда Ҡаҙағстан Ҡырғыҙстан, Рәсәй һәм Белоруссия менән дүрт яҡлы таможня килешеүенә ҡул ҡуя.

Ҡаҙағстан шулай уҡ Ҡытай менән сауҙа бәйләнештәрен киңәйтеү, трансазиат үткәргес торбаһын төҙөү, сиктәрҙең хәүефһеҙлеген тәьмин итеү тураһында договорҙар төҙөй. Һуңғыһына 1996 йылда Ҡытай, Рәсәй, Ҡаҙағстан, Ҡырғыҙстан һәм Тажикстан тарафынан ҡул ҡуйыла.

2000 йылда Ҡаҙағстан, Рәсәй, Беларусь, Ҡырғыҙстан һәм Тажикстан Евразия иҡтисади берләшмәһен төҙөү тураһында һөйләшеп килешә.

1994 йылғы килешеүгә ярашлы, Рәсәй Ҡаҙағстандан Байҡынур космодромын 50 йылға арендаға ала.