Эстәлеккә күсергә

Ҡол Шәриф мәсете

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Мәсет
Ҡол Шәриф мәсете
татар. Qolşərif məçete, Колшәриф мәчете

Ҡол Шәриф мәсете
Ил Рәсәй Федерацияһы Рәсәй Федерацияһы
Республика Татарстан Татарстан
Ҡала Ҡазан Ҡазан
Адресы Ҡазан кремле
йүнәлеш, мәктәп сөнниселек, хәнәфи мәҙһәб
Диниә назараты, мөхтәсибәт Татарстан мосолмандары Диниә назараты
Мәсет төрө Йома мәсете
Проект авторҙары Латыпов Ш.Х., Сафронов М.В., Саттаров А.Г., Сайфуллин И.Ф.
Шәфҡәт итеүселәр 40 меңдән артыҡ кеше һәм ойошмалар
Төҙөлөш 19962005 йылдар
Төп даталары:
24 июнь 2005 йыл - мәсетте асыу
Вместимость яҡынса 1 500 кеше
Көмбәҙҙәр һаны 1
Манаралар һаны 4+4
Манара бейеклеге 58 м
Материал Гранит, мәрмәр
Сайт kazan-kremlin.ru/kremlin/architecture/8/

2005

Ҡол Шәриф мәсете (татар. Колшәриф мәчете, Qolşərif məçete) — Татарстандың һәм Ҡазандың үҙәк мәсете (2005 йылдан);[1] Ҡазан кремле биләмәһендә урынлашҡан.

Мәсет Ҡазанды оккупациянан һаҡлағанда һәләк булған күренекле татар дин эшмәкәре, сәид Ҡол Шәриф исемен йөрөтә.

Мәсет Ҡазан ханлығы осоронда бик данлы булған. XVI быуатта Иҙел буйында фәнни һәм дини үҙәге була.

Ҡол Шәриф - татар халҡы ҡаһарманы

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Был мәсет Ҡазан ханлығының бойондороҡһоҙлоғо өсөн көрәшсе, мәшһүр татар ҡаһарманы, шағир, дәүләт эшмәкәре, рухани, сәид Ҡол Шәриф хөрмәтенә аталған. 1552 йылдың 2 октябрендә ил менән бергә уның рухи остазы — Ҡол Шәрифтың да ғүмере өҙөлә. Ҡол Шәриф үҙенең шәкерттәре менән Йәмиғ мәсете өсөн Иван Грозный ғәскәрҙәренә ҡаршы һуғышып мәсет баҫҡыстарында һәләк була. Бөйөк татар батыры - Ҡол Шәриф иҫтәлегенә баш Ҡазан мәсете тип аталған. 1552 йылда, Яуыз Иван ғәскәрҙәре Ҡазан ҡалаһын яулап алғас, мәсет емерелә.

1996 йылда мәсетте тергеҙеү эштәре башлана. Искәндәр Сәйфуллин һәм Айвар Саттаров проекттары нигеҙендә төҙөлә. Рәсми рәүештә 2005 йылдың 24 июнендә, Ҡазандың мең йыллығына асыла.

Мәсеттең 8 манараһы бар. Көмбәҙ «Ҡазан бүреге» декоратив элементтары, ләлә сәскәһе (Волга буйы Болгарияһының уңдырышлылыҡ символы) менән биҙәлгән.

Бина төнөн матур яҡтыртыла.

  1. Ҡазандың тарихи ҡомартҡылары