Эстәлеккә күсергә

Ҡудашев Хөсәйен Илдархан улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Хөсәйен Ҡудашев
Исеме:

Ҡудашев Хөсәйен Илдархан улы

Тыуған ваҡыты:

10 май 1913({{padleft:1913|4|0}}-{{padleft:5|2|0}}-{{padleft:10|2|0}})

Тыуған урыны:

Өфө губернаһы Бәләбәй өйәҙе[1] Иҫке Бүздәк ауылы

Вафат ваҡыты:

13 ноябрь 1986({{padleft:1986|4|0}}-{{padleft:11|2|0}}-{{padleft:13|2|0}}) (73 йәш)

Вафат урыны:

Дамаск, Сүриә

Һөнәре:

актёр

Гражданлығы:

Совет Социалистик Республикалар Союзы СССР
Рәсәй Федерацияһы Рәсәй Федерацияһы

Әүҙем йылдары:

1931—1986

Театр:

Башҡорт дәүләт академия драма театры

Наградалары:
«Почёт Билдәһе» ордены  — 1955
РСФСР-ҙың халыҡ артисы— 1983 || РСФСР-ҙың атҡаҙанған артисы — 1973||
Башҡорт АССР-ының халыҡ артисы
Башҡорт АССР-ының халыҡ артисы

Ҡудашев Хөсәйен Илдархан улы (10 май 1913 йыл13 ноябрь 1986 йыл) — театр һәм кино артисы. 1948—1986 йылдарҙа хәҙерге Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры актёры. 1955 йылдан СССР Театр эшмәкәрҙәре союзы ағзаһы. РСФСР-ҙың (1983) һәм Башҡорт АССР-ының (1969) халыҡ артисы. «Почёт Билдәһе» ордены кавалеры (1955).

Бер нисә фильмда, шул иҫәптән «Алтын атлы һыбайлы» фильмында төшә.

Хөсәйен Илдархан улы Ҡудашев 1913 йылдың 10 майында Өфө губернаһы Бәләбәй өйәҙе Бүздәк[2] ауылында тыуған.

15 йәше лә тулмаған килеш ПВРЗ-ның ФЗУ мәктәбенә уҡырға инә. Йыр, бейеүгә оҫта егеткә иптәштәре һиңә слесарға түгел, артисҡа уҡыр кәрәк булған, тиҙәр. Заводта драмтеатрҙың спектаклен ҡарау уның тормошонда яңы бит аса. Шул көндән үҙе лә һиҙмәҫтән, театрға ылыға башлай. «Ғәлиәбаныу» спектаклен ҡуйғанда Мәскәү консерваторияһының профессоры Екатерина Анатольевна Милькович та була. Спектаклдән һуң консерваторияның башҡорт бүлегенә уҡырға алыуы тураһында әйтә.

Мәскәүҙә 1955 йылда үткәрелгән башҡорт әҙәбиәте һәм сәнғәтенең декадаһында 4 спектаклдә лә уйнай. Ғүмеренең һуңғы осоронда күпте күргән образдарҙы уйнауға нығыраҡ бирелә.

  1. Хәйретдин (Фәтхи Бурнаштың «Йәш йөрәктәр» пьесаһы)
  2. Үтәғол ҡарт (Мөхәмәтша Буранғоловтың «Башҡорт туйы» драмаһы)
  3. Исмәғил мырҙа (Афзал Таһировтың «Янғура» драмаһы)
  4. Хәлил («Ғәлиәбаныу» спектакле)
  5. Һәүбән батыр (Сәғит Мифтаховтың"Аҡбуҙат" либреттоһы)
  6. Ваһап (Николай Чемберждиҙың «Ҡарлуғас» операһы)
  7. Эскамильо (Бизеның «Кармен» операһы)
  8. Приказчик Ғәлимйән (Хәбибулла Ибраһимовтың «Башмағым» музыкаль комедияһы)
  9. Илдар (Ғабдулла Әхмәтшиндең «Тальян гармун» драмаһы)
  10. Бәкер (Ибраһим «Бажалар» комедияһы)
  11. Фәрхәт(Назим Хикмәт «Мөхәббәт тураһында йыр»)
  12. Йәғәфәр (Мостай Кәрим «Айгөл иле»)
  13. Волгин(Ибраһим Абдуллин «Йөрәк менән шаярмайҙар»)
  14. Иван Коломийцев (Максим Горький «Һуңғылар»)
  15. Генерал Толубеев (Тамьян Бикмаев «Һуңғы алыш»)
  16. Зевс (Мостай Кәрим «Ташлама утты, Прометей»)

"ТРАМ ойошҡан көндән башлап спектаклдәрҙә ҡатнашып йөрөүсе Фәриҙә Әлембәкова, Бәһиә Вәлиева, Зәйни Ҡорбанғолов, Хөсәйен Ҡудашев кеүек иптәштәрҙән ҡаушап ҡалыуым бер ҙә ғәжәп түгел. Бигерәк тә "Көндәр ҡойолалар" тигән спектаклдә Нурия менән Вәли ролен башҡарыусы Фәриҙә Әлембәкова менән Хөсәйен Ҡудашевтың уйнауҙарына һоҡланып бөтә алманым." Рәғиҙә Янбулатова, РСФСР-ҙың атҡаҙанған артисткаһы

"Талант кешенең үҙе менән йөрөй тиҙәр. Хөсәйен дә үҙ таланты менән баҫҡыстан баҫҡысҡа үргә атланы. Бейеккә күтәрелгән һайын, сәхнә лә киңәйгән һымаҡ, йәшлек дәрте лә нурланыбыраҡ балҡыған һымаҡ тойолдо уға." Яҡуп Ҡолмой

"Уның дикцияһы ла ярылып ята, сәхнәлә үҙен ирекле тотоуы менән дә күп актерҙарҙан айырылып тора." "Башҡортостан" гәзите