Ҡурған йәмиғ мәсете
Ҡурған йәмиғ мәсете | |
Нигеҙләү датаһы | 2000 |
---|---|
Дәүләт | Рәсәй |
Административ-территориаль берәмек | Ҡурған |
Тамамланыу датаһы | 2011 |
Һыйым | 800 кеше |
Адрес | Себер урамы, 2/2 |
Рәсми сайт |
kurgan-mechet.ru kurgan-mosque.ru |
Йәмиғ мәсет — Ҡурған ҡалаһындағы йәмиғ мәсет, 2000 йылда төҙөлә башлай. Ҡурған йәмиғ мәсете ҡаланың үҙәк өлөшөндә, Себер урамында, Тубыл йылғаһының яр буйында урынлашҡан[1]. Сауҙагәр Амрофзан Ғәлиевтың йортонда урынлашҡан мәсет емерелгәндән һуң берҙән-бер мәсет бинаһы.
Тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ҡурғанда ислам тарихы ҡатмарлы характерҙа. Беренсе булып мәсет Ғәлиев Амрофзан йортонда 1910 йылдың 11 мартында асыла, 1912 йылдың октябрендә имам булып Мөхәммәтнәжиб Хәбибуллин тәғәйенләнә. Совет осоронда мәсет, башҡа дини учреждениелар кеүек, бөтөрөлә. Башта татар-башҡорт мәктәбенә әйләндерелә, ә 1941 йылда ябыла (Ҡурған өлкәһенең промкооперация идаралығы бинаһы итеп файҙаланыла).
Төҙөү
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]2000 йылда Ҡурған мосолман ойошмаһын Салауат Сәфәров етәкләй. 2000 йылдың 15 июлендә[2] Ҡурғандың Йәштәр скверында мәсеттең яңы бинаһына фундамент һалына[3]. Мәсет асылғандан һуң 800-гә тиклем диндарҙарҙы ҡабул итә аласаҡ тип планлаштырыла. 2000 йылдың авгусында Сәфәров автомобиль һәләкәтендә һәләк була. Мосолмандар йәмғиәтенең яңы башлығы итеп уның урынбаҫары Рафаил Ғәлиуллин һайлана. Ул аҙаҡ, 2001 йылда, Рәсәйҙең Азия өлөшө мосолмандарының дини идаралығы (ДУМАЧР) составында Ҡурған өлкәһе Ҡаҙыят мосолмандар идаралығы башлығы итеп һайлана. Ул ваҡытта идаралыҡ төбәктә берҙән-бер үҙәкләштерелгән структура була.
Мәсет проектын «Ҡурғангражданпроект» институты белгестәре әҙерләй. Улар мәсет архитектураһы менән танышыу өсөн ике тапҡыр Төмән өлкәһенә баралар һәм улар нигеҙендә йәмиғ мәсет проектын эшләйҙәр. Төҙөлөш урындағы мосолмандарҙың хәйриә иғәнәләре фонды иҫәбенә алып барыла.
2008 йылда цоколь ҡатында йома-намаҙҙары үткәрелә башлай.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Мечеть в русском городе у холма ханской дочери 2011 йыл 20 ноябрь архивланған.
- ↑ Возобновилось строительство Курганской соборной мечети 2015 йыл 14 июнь архивланған.
- ↑ Мусульмане России. Курганская область