Эстәлеккә күсергә

Үрге Ләмәҙ

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Үрге Ләмәз битенән йүнәлтелде)
Үрге Ләмәҙ
Үрге Ләмәҙ
Дәүләт  Рәсәй
Административ-территориаль берәмек Инйәр ауыл Советы (Архангел районы)
Халыҡ һаны 139 кеше (2002)[1],
141 кеше (2009)[1],
105 кеше (2010)[2]
Почта индексы 453038
Карта

Үрге Ләмәҙ (рус. Верхние Лемезы) — Башҡортостандың Архангел районындағы ауыл. 2009 йылдың 1 ғинуарына ҡарата халыҡ һаны 141 кеше[3]. Почта индексы — 453038, ОКАТО коды — 80203819009.

Ауыл янында Икен йылғаһы Ләмәҙегә ҡушыла. Йыраҡ түгел Айыукүл карст күле һәм Атыш шарлауығы урынлашҡан.

Дөйөм халыҡ һаны[3]
Халыҡ һаны 2002—2009 халыҡ үҙгәреше
2002 2009 кеше %
139 141 +2 +1,44
Үрге Ләмәҙ ауылы күренеше
  • Район үҙәгенә тиклем (Архангел): 50 км
  • Ауыл советы үҙәгенә тиклем (Михайловка): 11 км
  • Яҡындағы тимер юл станцияһы (Приуралье): 56 км

Урман-Көҙәй улусына шул уҡ исемле йылғаның үрге ағымында урынлашҡан Үрге Ләмәҙ ауылы ҡарай. Уның икенсе исеме Төрөкмән этнонимдан алынған. Урман-Көҙәй улусы Түбәһе (бүлексәһе) шулай аталған. 1795 йылда 57 кеше йәшәгән 12 йорттан торған. Был һандар уның яңыраҡ нигеҙ һалынған булыуын иҫбатлай. 1859 йылда Үрге Ләмәҙҙә 29 йортта 208 кеше йәшәгән, 1896 йылда — 64 йортта 344 кеше.

Ауылда мәсет, башланғыс дини мәктәп булған. XIX быуаттың 80-се йылдар аҙағында бында аҙыҡ-түлек кибетен асҡандар.

1843 йылда 153 кешегә 248 бот ужым һәм 24 бот яҙғы иген сәселгән[5].

  • Аҫылма күпер Ләмәҙ ярҙарын тоташтырҙы. 2014 йылдың 22 апрелеYouTube сайтында Видео
  • Үрге Ләмәҙ ауылында мемориаль таҡтаташ асыу. 30 май 2016 йыл[6]
  • 08 август 2018 йыл. Ләйсән Тимербулатова[7]
  • 12 апрель 2013, Үрге Ләмәҙ ауылында яңы күпер төҙөләсәк[8]