Үтәев Рәшит Зиннәт улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Викидатала элемент тултырылмаған

Үтәев Рәшит Зиннәт улы (10 ғинуар 1940 йыл), журналистика ветераны. 1968—2005 йылдарҙа «Баймакский вестник» гәзитенең мөхәррир урынбаҫары. 1969 йылдан СССР Журналистар союзы ағзаһы. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1981). Башҡортостан Республикаһы Журналистар союзының Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге (1992) һәм Баймаҡ районының Сәғит Мифтахов исемендәге журналистар (1977) премиялары лауреаты.

Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Рәшит Зиннәт улы Үтәев 1940 йылдың 10 ғинуарында Башҡорт АССР-ының Матрай районы[1] Матрай ауылында тыуған.

1964 йылда Башҡортостан ауыл хужалығы институтын тамамлаған.

1965 йылдан әҙәби хеҙмәткәр

1968—2005 йылдарҙа «Баймакский вестник» гәзитенең мөхәррир урынбаҫары.

Агросәнәғәт комплексы, ауыл хеҙмәтсәндәре проблемаларын сағылдырған мәҡәләләр авторы.

Китаптары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Гәзит — тормош көҙгөһө=Жизнь —газетной строкой. Баймаҡ, 2007.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Баймаҡ районының Сәғит Мифтахов исемендәге журналистар премияһы лауреаты (1977)
  • Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1981)
  • Башҡортостан Республикаһы Журналистар союзының Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премия лауреаты (1992)

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. Хәҙер Башҡортостан Республикаһының Йылайыр районы