Эстәлеккә күсергә

Үҙәнбаев Юлай Хәмит улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Үҙәнбаев Юлай Хәмит улы
Тыуған көнө 3 апрель 1967({{padleft:1967|4|0}}-{{padleft:4|2|0}}-{{padleft:3|2|0}}) (57 йәш)
Тыуған урыны Мәләүез районы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР
Һөнәр төрө композитор
Уҡыу йорто Өфө сәнғәт училищеһы

Үҙәнбаев Юлай Хәмит улы (3 апрель 1967 йыл) — композитор, Башҡортостан Республикаһының Шәйехзада Бабич исемендәге йәштәр дәүләт премияһы лауреаты (1999), Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре.

Юлай Хәмит улы Үҙәнбаҽв 1967 йылдың 3 апрҽлендә Башҡорт АССР-ы Мәләүез районы Түләк ауылында күп балалы ғаиләлә 6-сы бала булып тыуған. Бәләкәй сағынан уҡ гармунда уйнарға яратҡан. Тәнзилә апаһы, талант ятып ҡалмаһын тип, Өфөгә алып килә. Өфө сәнғәт институты ҡарамағында айырыуса һәләтле балаларға тәғәйенләнгән Урта махсус музыкаль мәктәбенә (хәҙер Урта махсус музыка колледжы) баян класы буйынса уҡырға урынлаштыра.

Артабан Юлай Үҙәнбаев Өфө сәнғәт училищеһын, шунан Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт академияһын тамамлай.

Юлай Үҙәнбаев үҙенең хеҙмәт юлын Башҡорт дәүләт филармонияһының «Йәдкәр» фольклор төркөмөндә концертмейстер булып башлай. Тиҫтә йылдарға һуҙылған ижади эшмәкәрлеге дауамында үҙен грамоталы, һөнәри әҙерлекле, һәләтле композитор һәм музыкант итеп танытты.

Баймаҡ ҡалаһындағы сәнғәт мәктәбе музыка уҡытыусыһынан алып Арыҫлан Мөбәрәков исемендәге Сибай башҡорт драма театрының һәм Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрының музыка бүлеге мөдире дәрәжәһенә тиклем үрләй.

Ижади эшмәкәрлеге осоронда ул, Башҡортостандың һәм Татарстандың танылған йырсылары Флүрә Килдейәрова, Фәрит Бикбулатов, Нәзифә Ҡадирова, Салауат Фәтхетдинов, Ғәбделфәт Сафин, Айҙар Ғәлимов, Азамат Тимеров һәм башҡалар репертуарына ингән бик күп ҡабатланмаҫ һәм иҫтәлекле музыкаль әҫәрҙәр яҙҙы.

Композитор булараҡ, ул Сибай, Стәрлетамаҡ, Салауат, Туймазы драмтеатрҙарында, шулай уҡ Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрында, Мостай Кәрим исемендәге йәштәр театрында, «Нур» татар дәүләт театрында Мәжит Ғафури, Мөхәмәтша Буранғолов, Мостай Кәрим, Нәжиб Асанбаев, Зәйнәб Биишева, Флорид Бүләков һәм башҡалар әҫәрҙәре буйынса ҡуйылған 50-нән артыҡ спектакленә көй яҙҙы.

Тамашасы уның «Аҡ болоттар», «Устарыма һал һин йөрәгеңде», «Йылғалар төнөн һөйләшә», «Бейеү» кеүек йөрәк түрендәге, моңло йырҙарын ярата һәм юғары баһалай, уның йырҙары Башҡортостан Республикаһында йәшәгән халыҡ араһында киң таралған һәм уңыш ҡаҙанған. Улар тәьҫирлелек тәрәнлеге, үҙенсәлекле моңо һәм йөкмәткеһе менән айырыла. Композитор үҙенең музыкаль ижадында халыҡ йыры һәм музыкаһы сығанаҡтарын файҙалана.

Юлай Үҙәнбаевтың 7 аудио һәм видеокассетаһы һәм «Исемеңде hалдым йырҙарға» йырҙар йыйынтығы донъя күрҙе.

Ул бер нисә тапҡыр «Йыл композиторы» исеменә лайыҡ булды. Башҡортостан Республикаһының музыкаль сәнғәтенә һәм мәҙәниәте үҫешенә ҙур өлөш индергәне өсөн 1999 йылда композитор ижады Башҡортостан Республикаһының Шәйехзада Бабич исемендәге йәштәр дәүләт премияһын алды.

Үҙәнбаев Юлай Хәмит улы — Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре.

2008 йылда Башҡорт дәүләт академия драма театрында Әнғәм Атнабаевтың өсөнсө тапҡыр яңыртып ҡуйылған «Балаҡайҙарым» спектаклен музыкаль яҡтан биҙәне. 2017 йылда Әнғәм Атнабаевтың «Нур» театрында күрһәтелгән «Ул ҡайтты» спектакленә Юлай Үҙәнбаев көй яҙҙы.

Ҡатыны Рәмилә мҽнән бҽр ул һәм бҽр ҡыҙ тәрбиәләй.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • 1999 — Башҡортостан Республикаһының Шәйехзада Бабич исемендәге йәштәр дәүләт премияһы «Тылсымлы ҡурай» (Зәйнәп Биишева), «Төштәге йыр» (Таңсулпан Ғарипова), «Ҡыңғырау сәскә» (Нәжиб Асанбаев) һәм «Һуңғы аҡсарлаҡ» (Буранбай Исҡужин) спектаклдәрен музыкаль яҡтан биҙәгәне һәм «Аҡ болоттар», «Устарыма һал йөрәгеңде» йырҙары өсөн.
  • Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре.