Эстәлеккә күсергә

Һағымбаев Дәүләтша Усман улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Һағымбаев Дәүләтша Усман улы
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
Тыуған көнө 1905
Тыуған урыны Башҡорт АССР-ы, РСФСР
Исмаҡай (Баймаҡ районы), Баймаҡ районы, СССР
Һөнәр төрө яугир
Хәрби звание ҡыҙылармеец[d]
Һуғыш/алыш Бөйөк Ватан һуғышы
Ғәскәр төрө кавалерия[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
«Батырлыҡ өсөн» миҙалы (СССР)

Һағымбаев Дәүләтша Усман улы — (рус. Сагимбаев Давлетша Усманович [[1905 йыл — декабрь 1943) — 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугиры, ҡыҙылармеец.

Биографияһы һәм батырлығы

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Һағымбаев Дәүләтша Усман улы 1905 йылда Башҡортостандың Баймаҡ районы Исмаҡай ауылында тыуа. 1941 йылдың декабрендә Башҡорт АССР-ының Матрай район хәрби комиссариаты тарафынан Ҡыҙыл Армия сафына алына[1]. 112-се кавалерия дивизияһы 275-се кавалерия полкының 2-се эскадронында ҡылыссы булып хеҙмәт итә[2].

Һағымбаев Дәүләтша Усман улы 1942 йылдың 19 ноябренән 20 ноябренә ҡарай эскадрондың һөжүм итеүе ваҡытында немец-румын ғәскәрҙәре менән алышта батырлыҡ һәм ҡаһарманлыҡ күрһәтә. Эскадрондың алға барыуына дошмандың станок пулеметы ҡамасаулай, Һағымбаев алға барырға һәм ут нөктәһен юҡ итергә бурыс ала. Яугир ғүмерен ҡурҡыныс аҫтына ҡуйып, һиҙҙермәйенсә 40 метр алға шыуыша һәм румын һалдаттарының ут нөктәһенә ике граната ташлай һәм пулемет расчетын юҡ итә. Һөҙөмтәлә эскадронға юл асыҡ була. 1942 йылдың 22 ноябрендә Һағымбаев 32 дошман һалдатын юҡ итә. 25 ноябрҙә яралана. Яуҙа күрһәткән батырлығы өсөн Һағымбаев Дәүләтша Усман улы «Батырлыҡ өсөн» миҙалы менән бүләкләнә[3].

Һағымбаев Дәүләтша Усман улы 1943 йылдың декабрендә яуҙа хәбәрһеҙ юғала.[4]