Һилеғорғо йылғаһы
Һилеғорғо | |
---|---|
башҡ. Һилеғорғо | |
Характеристика | |
Оҙонлоғо | 10 км |
Һыу ағымы | |
Инеше | Белорет районы |
Тамағы | Инйәр |
· Координаталар | 54°23′39″ с. ш. 57°23′39″ в. д.HGЯO |
Урынлашыуы | |
Һыу бассейны | |
Ил | Рәсәй Федерацияһы |
Регион | Башҡортостан Республикаһы |
Район | Белорет районы |
РДҺР | 10010200612211100019789 |
Һилеғорғо йылғаһы — Башҡортостандың Белорет районы Урал тауы Елмерҙәк һыртынан баш алған тау йылғаһы. Йылға Инйәр йылғаһының һул ярына тамағынан 99 км өҫтәрәк ҡушыла. Йылға оҙонлоғо 10 км.
Кама бассейны округына инә, сығанаҡ башынан алып тамағына тиклем Эҫем һыу хужалығы участкаһы, Ағиҙел йылға бассейны тармағы. Кама йылғаһының йылға бассейнына инә.
Һыу объекты системаһы: Инйәр → Эҫем → Ағиҙел → Кама → Волга → Каспий диңгеҙе
Һыу реестры мәғлүмәттәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Рәсәй дәүләт һыу реестры мәғлүмәте буйынса йылға Кама һыу бассейны округында урынлашҡан[1].
Һыу ресурстарының федераль агентлығы мәғлүмәте буйынса [1]:
- Дәүләт һыу реестрында һыу объектының коды — 10010200612211100019789
- Гидрологик өйрәнеү (ГӨ) буйынса коды — 111101978
- Бассейн коды — 10.01.02.006
- ГӨ буйынса һаны (номеры) — 11
- ГӨ буйынса сығарылыш — 1
Һүрәтләнеше
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Йөйәк ауылының үр яғында, Ҡаратау төбөндә, Инйәргә килеп ҡоя. Тау йылғаларына хас булғанса, шаршылы, тиҙ ағымлы, һалҡын һыулы таҙа йылға.
Шул уҡ ауылға исем биргән Йөйәк йылғаһынан айырмалы, Инйәргә килеп ҡойған урында бер нисә саҡрым бик тар ғына, асыҡлыҡһыҙ ерҙән ағып килә. Балыҡлы йылға. Йәйге эҫеләрҙә балыҡ һалҡын эҙләп уның тамағына килә, сөнки һыуы ныҡ һалҡын. Унда һыу инеүселәр тәнде ут алған һымаҡ була тиҙәр. Дауалау көсө бар тип ситтән төрлө ауырыуҙар, хатта фалиж һуҡҡандар ҙа килә икән.
Һилеғорғоноң башынан төрлө яҡтарға барып сығырлыҡ юл саты (Береш башы, Елмерҙәк һырты һәм башҡалар). Йылға тамағында бәләкәй генә шарлауыҡ бар, халыҡ уны Гөрләүек тип атай.
Туристар йылға тамағын бик ярата, тап ошонда ҡыҙыл балсыҡлы, ташлы яр — Ҡыҙылъяр. Аҫтағы һүрәттә йылға үрендә күренгән пирамида рәүешле тау - Ҡаратау. Һилеғорғо шул тау аҫтына килеп ҡоя
Этимологияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Һилеғорғо йылғаһы һил, һиле (тыныс) һәм ғорғо (ҡурғы) һүҙҙәренән барлыҡҡа килгән. Йылға үҙәне, ысынлап та, тыныс, керер урыны тар, ҡыҫыҡ булһа ла, эстәрәк тотош бер ғәскәр кереп йәшенерлек ерҙәре бар. Борон замандар өсөн был бик мөһим булған[2].
Тәбиғәте
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Йылғаның ярҙары таулы, ылыҫлы урмандар ҙа, ҡатнаш урмандар ҙа бар. Ҡаратауҙан ауыл халҡы мүк алып ҡайта. Бынан алыу уңайлыраҡ, сөнки ауылға һал менән төшөп була. Ҡара һәм ҡыҙыл көртмәле, ҡурай еләге, ҡырағай ҡарағат, муйыл, балан, мышар һәм ҡатнаш урмандарға хас башҡа ағас-ҡыуаҡтар үҫә.
Айыу, бүре, мышы, ҡуян, бурһыҡ, ҡиммәтле тиреле төлкө, һуҫар, шәшке кеүек йәнлектәр ҙә бар. «Зуячка» һунарсылыҡ хужалығы биләмәләренә ингән был төбәктә 60 төр һөтимәр һәм 190 төр ҡош осрай[3].
Йылға менән бәйле мажара (халыҡ ауыҙ-тел ижады)
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Бер ваҡыт Һилеғорғо ятыуында йылым менән балыҡ һөҙәләр икән. Ташҡа эләкһә, кемдер сумып ысҡындыра.
Был юлы йылым ташҡа эләккәс, С. исемле ағай һыуға сума. Ҡалҡып сыға ла: «Ҡарап тор…», — тип йәнә сума. Кешеләр, маҡтансыҡ, тип бынан көлөп баҫып тик торалар икән.
Бер сыҡҡанында: «Ҡарап тороп…», — тип әйтеп өлгөрә. Шунда ғына ағайҙың йылымға үҙе эләккәнен аңлап ҡалып, тартып сығаралар[4].
Сығанаҡтар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Белорецкий район Башкортостана [1]
- Йәнгүзәл Асҡарова. Йөйәк ауылы эргәһендәге ер-һыу атамалары.[2]
- Йөйәк.- НИК Башкирская энциклопедия [3](недоступная ссылка)
- Селигурга [4]
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ 1,0 1,1 РФ һыу реестры: Һилеғорғо .
- ↑ Шәйбәков Р. Г. Тыуған төйәк тарихы. История родного края. (на башкирском и русском языках). Белорецк, 2012..
- ↑ http://www.ykoctpa.ru/places/xrebet-zilmerdak/
- ↑ Йәнгүзәл Асҡарова. Йөйәк ауылы эргәһендәге ер-һыу атамалары — блог «Алые паруса»