Һуғыш сәнғәте

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
"Һуғыш сәнғәте"нең Риверсайдтағы (АҠШ) Калифорния университеты коллекцияһында һаҡланған күсермәһе

«Һуғыш сәнғәте» (ҡыт. ғәҙәти 孫子兵法, ябайл. 孙子兵法, пиньин: Sūn Zǐ bīng fǎ, палл.: Сунь-Цзы, һүҙмә-һүҙ урыҫсаға тәржемәһе — «Законы войны (военные методы) почтенного (учителя) Суня»; башҡортса — «Мөхтәрәм (остаз) Сунь-Цзының һуғыш ҡанундары (хәрби алымдары)»; башҡа исемдәре: Трактат Учителя Суня — Остаз Сунь трактаты; Сунь-Цзы о военном искусстве — Сунь-Цзы хәрби маһирлыҡ хаҡында) — хәрби стратегияға һәм сәйәсәткә арналған киң билдәле Боронғо Ҡытай трактаты. Авторы — беҙҙең эраға тиклем (б. э. т.) VI быуатта йәшәгән ҡытай стратегы һәм аҡыл эйәһе Сунь Цзы. Трактат 13 бүлектән (главанан, ҡытайса пянь) тора. "Хәрби философия мәктәбе"нең төп уҡыу әсбабы, ҡануни "хәрби Ете китап"та (каноническое Семикнижие — «У цзин ци шу») иң мөһиме тип иҫәпләнә.

Был трактатты ғәскәр башлыҡтары (полководецтар) — Япониянан Такэда Сингэн[1], Вьетнамдан Во Нгуен Зиап[2][3][4] үҙҙәренең хәрби эшмәкәрлегендә әүҙем файҙаланған. Сунь трактаты шулай уҡ АҠШ армияһында[5], шул иҫәптән хәрби-диңгеҙ көстәрендә уҡытыла[6].

Яҙылыу тарихы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

«Һуғыш сәнғәте» яҙылған
йоҡа һәм тар бамбук таҡталар
(б. э. т. II быуат)

Трактат авторы тип ғәҙәттә легендар хәрби етәксе һәм стратег Сунь Цзы (б. э. т VI—V быуаттар) һанала. Шунлыҡтан оҙаҡ ваҡыттар ул б. э. т. VI быуат аҙағы — V быуат башына ҡаратылып йөрөтөлдө. Уның Хань династияһы дәүеренең башы менән билдәләнгән ҡәберлектә 1972 йылда табылған яңы киңәйтелгән варианты әсбаптың барлыҡҡа килеү ваҡытын б. э. т. V быуаттың икенсе яртыһы (б. э. т. 453—403 йылдар) тип аныҡларға нигеҙ бирә. Әммә һуңғы 30 йылдан артығыраҡ арауыҡта ҡытай һәм көнбайыш ғалимдары үткәргән тикшеренеүҙәр трактаттың тәғәйен тарихи шәхес — ғәскәр башлығы Сунь Бинь тарафынан ижад ителеүенә ныҡлы ишара яһай. Был күренекле стратег һәм хәрби теоретик Көрәшеүсе батшалыҡтар осоронда, б. э. т. IV быуатта (б. э. т. 380—325 йылдарҙа) Ци батшалығында ғүмер иткән. [7]

Хәҙерге заман ҡануни текст (һуңғы редакцияһындағы төп автор тексы) беҙҙең эраның II—III быуаттары араһында формалашҡан. Уның II—XI быуаттарҙың ун авторының йыйылма аңлатмалары (комментарийҙары) менән "хәрби Ете китап"ты дәүләт имтихандары системаһына индереү менән бәйле XI быуатта донъя күргән рәсми баҫмаһы төп нигеҙ итеп һанала.

Концепциялар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Трактаттың дөйөм идеологияһы үҙендә иҡтисади системаның тотороҡлоғон (социаль гомеостазисын) һаҡлаусы конфуцианлыҡ нигеҙҙәрен Ҡытай фәлсәфәһенең Дао диалектикаһы, «Инь-ян» философия мәктәбенең космик циклдары, легизм политологияһы һәм моизмдың идаралыҡ прагматизмы менән берләштерә. Бер яҡтан, һуғышты (бин) «дәүләттең бөйөк эше», «тормош һәм үлем ерлеге, йәшәү һәм юҡҡа сығыу юлы (дао)» тип, икенсе яҡтан — «алдау юлы» тип ҡараған был синтез 5 принципта дөйөмләштерелгән:

  • «юлдар» (халыҡ менән өҫтәгеләрҙең берлеге),
  • «күк йөҙөнөң» (ваҡытҡа тура килеү),
  • «ерҙең» (урынға тура килеү),
  • «полководецтың» (дөрөҫ етәкселек итеү, атап әйткәндә, ышаныслылыҡ — синь һәм гуманлылыҡ — жэнь),
  • «закондың» (ойошҡанлыҡ һәм тәртип).

Был принциптар 7 «иҫәпләү» аша тормошҡа ашырылырға тейеш:

  • хаҡимда дао булыуы,
  • полководецта һәләт булыуы,
  • күк йөҙө һәм ерҙең үҙенсәлектәрен аңлау,
  • ҡанун һәм бойороҡтарҙың үтәлеүсәнлеге,
  • ғәскәр көсө,
  • командир һәм һалдаттарҙың уҡығанлығы,
  • награда һәм язаларҙың асыҡлығы.

Ошо тоғролоҡ һәм алдау, көс һәм көсһөҙлөк, һуғышсанлыҡ һәм тыныслыҡ һөйөү диалектикаһы артабан традицион ҡытай мәҙәниәтенең, стратагем оҫталығының төп ысулына әйләнә.

Сунь Цзы һуғышты дипломатиянан башлап мобилизацияға һәм шпионажға тиклем органик бер бөтөн итеп ҡарай. Һуғыштың маҡсаты хаҡында бер ваҡытта оноторға ярамай — халыҡ, ҡәҙимгесә йәшәп, хакимға лояль ҡалырға тейеш.

Идеаль еңеү — башҡа дәүләттәрҙе, һуғыш хәрәкәттәре башламай, дипломатик ысулдар менән бойһондороу. Шуның өсөн әүҙем дипломатия алып барып, дошмандың башҡалар менән булған союзын тарҡатыу һәм уның стратегияһын юҡҡа сығарыу зарур.

Хәрби хәрәкәттәрҙең ҡиммәтле булыуын, дәүләткә зыян, ә халыҡҡа ҙур бәхетһеҙлек алып килеүен Сунь Цзы даими айырып күрһәтә. Шуға ла һуғыш тиҙ, нәтижәле (эффектив) һәм мобиль барырға тейеш. Һуғышты оҙаҡҡа һуҙыу — халыҡҡа ҡарата кешелекһеҙ (гуманһыҙ) була, ти ул.

Сунь Цзы концепцияһының нигеҙендә еңел еңеү мөмкинлеген тыуҙырыу өсөн «дошман менән идара итеү» кәрәклеге хаҡындағы төп фекер ята: дошмандың әҙерлекле көстәре менән туранан-тура бәрелештән ҡотолоп, уны ҡыҙыҡтырып (әүрәтеп, ылыҡтырып йәки хәйлә менән) боҫҡонға (засада, ловушка) индереү (алып инеү). Көстәрҙе тигеҙһеҙ бүлеү йәки уларҙы стратегик туплау (концентрация) мотлаҡ.

Хәрби хал-ваҡиғалар барған урын һәм дошмандың хәрәкәттәре хаҡында мәғлүмәт туплау һә бер үку ваҡытта үҙ хәрәкәттәреңде йәшереү. Шпиондар эшмәкәрлегенә һәр төрлө түләү армияны тотоуға ҡарағанда осһоҙораҡҡа төшә, шуға ла шпионажға һәм аҡса, бүләк биреп, һыйлап һатып алыуға аҡса йәлләргә ярамай.

Ғәскәрҙәрҙә хәрби дисциплина һәм рух күтәренкелеге кәрәклеген Сунь Цзы күп тапҡыр билдәләй (ци). Рухты күтәреүгә булышлыҡ иткән ситуация һәм шарттар тыуҙырырға, ә армия ихтыярын юғалттырҙарын булдырмаҫҡа тырышырға кәрәк.

Төп фекер[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Сунь Цзы һуғышты ҡотолғоһоҙ бәлә-ҡаза, афәт һәм бәхетһеҙлек тип атай һәм унан ни тиклем мөмкин, шунса һаҡланырға кәрәк тип иҫәпләй. Уның әйтеүенсә, «һуғыш — ул ут-янғын кеүек, ҡоралын һалмағандар үҙ ҡоралынан үк үлә»[8]. Иҡтисад юғалтыуҙарын булдырмау өсөн һуғышты тиҙ алып барырға кәрәк: «Бер оҙайлы һуғыш та илгә табыш килтермәй: 100 алышта 100 еңеү — был көлкө генә. Дошмандарын тар-мар итеп танылған һәр кем был еңеүгә һуғыш ҡурҡынысы сыҡҡансы уҡ ирешкән». Трактатта билдәләнеүенсә, ҡанлы һуйыш һәм вәхшилекте булдырмаҫҡа кәрәк, сөнки улар ҡаршылыҡ тыуҙырып, дошманға һуғышты үҙ файҙаһына борорға мөмкинлек биреүе бар[9].

Сунь Цзы позиция һайлауҙы айырып күрһәтә. Армия өсөн теге йәки был позицияны һайлау тураһындағы ҡарарҙың ике объектив нигеҙе булырға тейеш — физик хәл-шарттар һәм башҡа оппозицион ҡаршы тороусы уйынсыларҙың уларға шәхсән (субъектив) инаныуы. Аҡыл эйәһе билдәләүенсә, стратегия — махсус әҙерләнгән һорауҙар исемлеге буйынса эшләүгә ҡайтып ҡалған планлаштырыу түгел, ә үҙгәреп торған шарттарға ярашлы һәм тиҙ яуап (реакция). Планлаштырыу контролдә булған шарттарҙа эшләһә лә, улар үҙгәреп торғанда оппоненттарҙың пландары бер-береһе менән ҡаршылыҡҡа килә һәм көтөлмәгән ситуациялар тыуҙыра, ти ул.

Бүлектәр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Бүлек Исеме[10] Исеме[11]
I Алдан иҫәпләүҙәр Башланғыс иҫәпләүҙәр
II Һуғыш алып барыу Һуғыш алып барыу
III Стратегик һөжүм Һөжүмде планлаштырыу
IV Хәрби тәртип Хәрби урын
V Көс Стратегик көс
VI Тулылыҡ һәм бушлыҡ Бушлыҡ һәм тулылыҡ
VII Һуғыштағы көрәш Хәрби көрәш
VIII Туғыҙ үҙгәреш Туғыҙ үҙгәреш
IX Һуғыш хәрәкәттәре Армияны күсереү
X Ер төрҙәре Ер төрҙәре
XI Туғыҙ урын Туғыҙ урын
XII Утлы һөжүм Утлы атакалар
XIII Шымсылар ҡулланыу Шымсылар ҡулланыу

Китап бүлектәренең ҡыҫҡаса тасуирламаһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

«Һуғыш сәнғәте» классик бамбук китапта (Император Цяньлун хакимлек иткән дәүер)
  1. Алдан иҫәпләүҙәр хәрби хәрәкәттәр һөҙөмтәһен билдәләгән биш төп факторҙы (юл, йыл миҙгеле, урындағы ер, етәкселек һәм идара итеү) һәм ете элементы үҙ эсенә ала. Уларҙың барыһын да иҫәпкә алыу еңеүгә мөмкинлеген бермә-бер арттыра. Китап тексында билдәләнеүенсә, һуғыш — дәүләт өсөн бик мөһим мәсьәлә, һәм ул тейешле тикшереүҙәрһеҙ башланырға тейеш түгел.
  2. Һуғыш алып барыу тиҙ булырға тейеш. Оҙайлы һуғыштың дәүләт өсөн файҙалы (табышлы) булғаны билдәле түгел.
  3. Стратегик һөжүм — һөжүмде ойоштороуҙың дөйөм һәм төп ҡағиҙәләре ҡарала. Дошман ғәскәрен алышһыҙ еңеү зарурлығы билдәләнә. Иң тәүҙә дошмандың ниәттәрен тулыһынса асыҡларға, уны союздаштарһыҙ ҡалдырырға һәм шунан ғына әһәмиәте буйынса артабан килгән — уның ғәскәрен тар-мар итеүҙе тормошҡа ашырырға. Иң насары — оҙайлы ҡамау йәки ҡәлғә һәм нығытмаларҙы штурмлау. Уларҙың тәүгеһе һуғыштың хәтһеҙ һуҙылыуына килтерһә, икенсеһе — уңышҡа бер ниндәй ҙә гарантия бирмәгән ҙур юғалтыуҙарға алып бара. Был бүлектә шулай уҡ көстәр нисбәтенең өҫтөнлөклө һәм киреһенсә булғандағы стратегия ҡарала, үҙеңдең һәм дошмандың көстәрен төплө белеү кәрәклеге һәм әһәмиәте айырып билдәләнә. Һуғыш алып барыу ҡанундарын белмәгән хакимдың ниндәй полководец һәм ғәскәр башлығына таянырға һәм уның өҫтөнән бойороп тормаҫҡа тейешлеге аңлатыла.
  4. Хәрби урын — ғәскәр башлығы биләнгән урындан хәүефһеҙлерәк ергә күсерлек хәлгә еткәнсе нәҡ ошо элеккеһен һаҡлау мөһим. Был етәксегә стратегик урындарҙы дошманға бирмәй, үҙенә алырға мөмкинлек тыуҙыра.
  5. Стратегик көс — ирешеләсәк файҙанан сығып, тактиканы дөрөҫ ҡулланыу маһирлығы.
  6. Тулылыҡ һәм бушлыҡ — барлыҡ тактиканың нигеҙендә тулылыҡ һәм бушлыҡ хаҡында тәғлимәт ята: үҙеңдең һәм дошмандың көслө һәм көсһөҙ яҡтарын даими тикшереп тороу.
  7. Һуғыштағы көрәш — унда стратегик һәм тактик сәнғәт (оҫталыҡ), ойоштороу һәм идара итеү маһирлығы, һуғыштың психологик факторҙарын белеү һәм уларҙы дөрөҫ файҙаланыу, полководецтың шәхси сифаттары төп ҡорал булып хеҙсәт итә. Был көрәштең маҡсаты бары берәү — уңыш һәм еңеү.
  8. Туғыҙ үҙгәреш — был бүлектә дошман биләмәләре буйынса хәрәкәт иткәндә армия дусар булған төрлө хәл-шарттар (ситуациялар) һүрәтләнә һәм уларҙың һәр береһенән нисегерәк сығыу юлдары күрһәтелә.
  9. Һуғыш хәрәкәттәре — төрлө хәрби хәл-шарттарҙа ғәскәрҙәрҙең урынлашыу тәртибе һәм дошманды күҙәтеү ысулдары.
  10. Урындағы ер формалары — унынсы бүлек урындағы ер формаларына бағышланған. Бында хәрби операцияларҙың стратегияһы һәм тактикаһының конкрет урынға нисегерәк бәйле булыуы асыҡлана.
  11. Туғыҙ урын — туғыҙ дөйөм ситуация. Был бүлектә үҙ территорияңда һуғыш алып барыу шарттары тасуирләнә.
  12. Утлы һөжүм — ун икенсе бүлек "утлы һөжүм"гә йәғни утҡа тотоу сараларын был һүҙ бәйләнеш тулы мәғәнәлә аңлатҡанса ҡулланыуға арналған.
  13. Шпиондар (шымсылар) ҡулланыу — разведка ысулдары. «Һуғышта шпиондар (шымсылар) мотлаҡ ҡулланыла, һәм улар аша дошман хаҡында беләләр».


Традицион ҡараш[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Башҡа телдәргә тәржемәләре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Трактаттың урыҫсаға, инглизсәгә, әрмәнсәгә, немецсаға, французсаға, японсаға, вьетнамсаға, чех һәм башҡа телдәргә заманса тәржемәләре бар.

«Сунь-цзы» һәм «У-цзы» трактаттарын урыҫ теленә XX быуаттың 40-сы йылдарында совет шәрҡиәтсеһе академик Николай Иосифович Конрад (1891—1970) тәржемә итә.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. Griffith, pp. 172—173 ISBN 0-19-501476-6
  2. William Duiker interview
  3. Learning from Sun Tzu, Military Review, May-June 2003
  4. Колотов В. Н. Стратагемность мышления вьетнамского полководца Во Нгуен Зяпа как ключевой элемент исторической победы при Дьенбьенфу // Восток-Запад: историко-культурный альманах: 2013—2014 / под ред. акад. В. С. Мясникова ; Ин-т всеобщей истории РАН; Ин-т научной информации по общественным наукам РАН. — М.: Наука — Вост. лит., 2014. — С. 80-103.
  5. Army U. S. Military History and Professional Development — U. S. Army Command and General Staff College, Fort Leavenworth, Kansas: Combat Studies Institute, no date (1985?). — ISBN 85-CSI-21 85. The Art of War is mentioned for each unit’s acquisition on page 18, «Military History Libraries for Duty Personnel»
  6. MARINE CORPS PROFESSIONAL READING PROGRAM
  7. The Art of War, Sun Zi’s Military Methods, Translated by Victor H. Meir, Columbia University Press, 2007 ISBN 978-0-231-13383-8, Introduction стр. 14
  8. Nicolas Werth, Karel Bartošek, Jean-Louis Panné, Jean-Louis Margolin, Andrzej Paczkowski, Stéphane Courtois, (Чёрная книга коммунизма) The Black Book of Communism: Crimes, Terror, Repression, Harvard University Press, 1999, hardcover, 858 pages, ISBN 0-674-07608-7, page 467.
  9. Nicolas Werth, Karel Bartošek, Jean-Louis Panné, Jean-Louis Margolin, Andrzej Paczkowski, Stéphane Courtois, (Чёрная книга коммунизма) The Black Book of Communism: Crimes, Terror, Repression, Harvard University Press. «For the victor, the best policy is to capture the state intact; it should be destroyed only if no other options are available».
  10. Содержание «Военная Литература» Военная мысль  (рус.). Тәүге сығанаҡтан архивланған 30 май 2012. 13 март 2012 тикшерелгән.
  11. Суньцзы. Искусство войны  (рус.). Тәүге сығанаҡтан архивланған 30 май 2012. 13 март 2012 тикшерелгән.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]