Һыҙыҡлы алгебра

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Унда күсергә: төп йүнәлештәр, эҙләү
Өс үлсәмле Евклид арауығы R3 – вектор арауығы, уның аша үткән һыҙыҡтар һәм яҫылыҡтар – кәмерәк үлсәмле арауыҡтар

Һыҙыҡлы алгебраматематиканың векторҙар, вектор арауыҡтарын, һыҙыҡлы арауыҡтарҙы, һыҙыҡлы сағылыштарҙы һәм һыҙыҡлы тигеҙләмәләр системаһын өйрәнеүсе өлөшө.

Һыҙыҡлы алгебра фундаменталь һәм ғәмәли математика өлкәләрендә киң ҡулланыла. Мәҫәлән, абстракт алгебра вектор арауығының аксиомаларын йомшартыуҙан барлыҡҡа килә. Функциональ анализ вектор арауыҡтарының сикһеҙ үлсәмле осрағын өйрәнә. Иҫәпләмә менән менән бергә һыҙыҡлы алгебра дифференциаль тигеҙләмәләрҙең һыҙыҡлы системаларын сисеүҙе еңелләштерә. Һыҙыҡлы алгебра ысулдары аналитик геометрияла, машина төҙөү, физика, тәбиғи фәндәр, компьютер фәндәре, ижтимағи фәндәрҙә (айырыуса иҡтисадта) ҡулланыла.

Шулай уҡ ҡарағыҙ[үҙгәртергә]