Эстәлеккә күсергә

Әбдиев Ибраһим Минһаж улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Әбдиев Ибраһим Минһаж улы
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
Тыуған көнө 1923
Тыуған урыны Боҙаяҙ ауылы, Стәрлетамаҡ кантоны, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР
Һөнәр төрө яугир
Хәрби звание ҡыҙылармеец[d]
Һуғыш/алыш Бөйөк Ватан һуғышы
Ғәскәр төрө кавалерия[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
III дәрәжә Дан ордены «Батырлыҡ өсөн» миҙалы (СССР)

Әбдиев Ибраһим Минһаж улы (рус. Абдеев Ибрагим Мингазович) (1923-) — 112-се Башҡорт (16-сы гвардия Чернигов) кавалерия дивизияһы 60-сы гвардия кавалерия полкы 1-се эскадронында хеҙмәт итә. Гвардия рядовойы, гвардия сержанты. III дәрәжә Дан ордены кавалеры[1].

Ибраһим Минһаж улы Әбдиев 1923 йылда БАССР-ҙың Боҙаяҙ ауылында (хәҙер — Башҡортостан Республикаһының Ҡырмыҫҡалы районы) тыуған.

1942 йылдың авгусында Үзбәкстан ССР-ы Сәмәрҡәнд өлкәһе Хатырчы район хәрби комиссариаты тарафынан Эшсе-Крәҫтиән Ҡыҙыл Армияһына саҡырыла.

Белорус фронты составындағы 7-се гвардия кавалерия корпусы 16-сы гвардия Чернигов кавалерия дивизияһы 60-сы гвардия кавалерия полкының 1-се эскадронында станковый пулемёт тоҫҡаусыһы, пулемёт взводы командиры ярҙамсыһы[2].

Әбдиев Ибраһим Минһаж улының исеме Башҡортостанда нәшер ителгән баҫмаларҙа[4] һәм БР-ҙың Ҡырмыҫҡалы районы Боҙаяҙ ауылында Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусылар хөрмәтенә ҡуйылған һәйкәлдәге исемлеккә индерелгән.