Әбдрәхим Әбдекәев
Әбдрәхим Әбдекәев | |
Тыуған ваҡыты | |
---|---|
Тыуған урыны |
Ырымбур губернаһы, Дыуан улусы, Бурансы ауылы |
Үлгән ваҡыты |
билдәһеҙ |
Вафат урыны |
билдәһеҙ |
Хеҙмәт иткән урыны | |
Хеҙмәт итеү йылдары | |
Хәрби звание |
есаул |
Хәрби алыш/һуғыш |
1812 йылғы Ватан һуғышы, |
Әбдрәхим Әбдекәев (1780—?) — хәрби эшмәкәр. 1812 йылғы Ватан һуғышында һәм 1813—1814 йылдарҙағы Рус армияһының сит илгә походтарында ҡатнашыусы.
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Әбдрәхим Әбдекәев (Әбдрәхим Әбдекәй улы Иштемәсов) Ырымбур губернаһы Дыуан улусы (хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Мәсетле районы) Бурансы ауылында йәшәгән[1].
1812 йылғы Ватан һуғышы башланғас, 1814 йылдың аҙағына тиклем 11-се Башҡорт атлы полкы составында француздарға ҡаршы алыштарҙа ҡатнаша. 11-се Башҡорт атлы полкы башлыса 8-се кантон башҡорттарынан ойошторола һәм 1812 йылдың 5 октябрҙә Түбәнге Новгородҡа бара. Артабан Украинаға генерал-лейтенант граф П. А. Толстойҙың ополчение корпусы составына ебәрелә. Рус армияһының сит илгә походтары барышында, 1813 йылдың майында полк Пенза ополчениеһы менән бергә Варшава герцоглығына килә һәм Польша армияһы составына индерелә. 21 сентябрҙә Богемия армияһының кавалериянан генерал граф М. И. Платовтың корпусы составына күсерелә, октябрь-ноябрҙә Платов корпусы составында Саксонияла, Баварияла, Францияла, шул иҫәптән 4 һәм 6 октябрҙә Лейпциг янындағы хәрби алыштарҙа ҡатнаша. 3 ноябрҙә полк Волконскийҙың отряды менән бергә Витгенштейн корпусына керә, 14-16 ноябрендә Березина буйындағы алыштарҙа ҡатнаша. Рус армияһының сит илгә походтары барышында Лейпциг һәм Дрезден янындағы алыштарҙа ҡатнаша. 1813 йылдың декабрендә Богемия армияһының Төп фатиры ҡарамағында хеҙмәт итә. 1814 йылдың 1 ғинуарынан Гамбургты блокадалауҙа һәм штурмлауҙа ҡатнаша[2]. 1814 йылдың 19 мартында союздаш ғәскәрҙәре составында 11-се Башҡорт атлы полкы Парижға инә.
Бүләктәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- «1812 йылғы һуғыш иҫтәлегенә» көмөш миҙалы кавалеры
- «1814 йылдың 19 мартында Парижды алған өсөн» көмөш миҙалы кавалеры
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Гатиятуллин З. Г. Башкиры 8-го кантона в Отечественной войне 1812 г // Ватандаш : журнал. — 2013. — № 1. — ISSN 1683-3554.
- ↑ Рахимов Р. Н., 2012, с. 401-402
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Асфатуллин С. Г. Северные амуры в Отечественной войне 1812 года. — Уфа: Уфимский полиграфкомбинат, 2000. — 160 с. — ISBN 5-85051-181-4.
- Вклад Башкирии в победу России в Отечественной войне 1812 года. Сборник документов и материалов / сост. Р. Н. Рахимов [и др.]. — Уфа: Китап, 2012. — 488 с. — ISBN 978-5-295-05476-1.
- Усманов А. Н. Башкирский народ в Отечественной войне 1812 года. — Уфа: Башкнигоиздат, 1964. — 136 с.