Эстәлеккә күсергә

Әл-Фараби

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Әбү Насир әл-Фараби битенән йүнәлтелде)
Әбү Наср әл-Фараби
фарс. ابونصر محمد بن محمد فارابی
Тыуған көнө

870[1][2]

Тыуған урыны

Отрар

Вафат көнө

950[1][2][3]

Ғилми даирәһе

тәбиғәт фәндәре, метафизика, математика, логика, астрономия, медицина, этика һ.б.

Ниндәй өлкәлә танылған

«Икенсе остаз»

Логотип Викицитатника Викиөҙөмтәлә цитаталар

Әбү Наср Мөхәммәт ибн Тархан ибн Узлаг әл-Фараби, ҡыҫҡаса әл-Фараби  (латинлаштырылған формаһы — Alpharabius; 872[4], Фараб ҡалаһы[5][6], хәҙерге Ҡаҙағстан —  вафаты 950 йылдың 14 декабре менән 951 йылдың 12 ғинуары араһында, ВҠалып:БУ, хәҙерге Сүриә) — философ, математик, музыка теоретигы, Шәреҡ ғалимы. Урта быуаттарҙағы көнсығыш философияһының иң күренекле вәкилдәренең береһе. Әл-Фараби — Аристотель хеҙмәттәренә аңлатмалар авторы  (шул сәбәпле уның «Икенсе остаз» тигән шөһрәтле исеме барлыҡҡа килә), Платон хеҙмәттәренә аңлатмалар яҙа. Уның хеҙмәттәре Ибн Синаға,  Ибн Баджаға, Ибн Түфәйлгә, ибн Рушдҡа, шулай уҡ урта быуаттарҙағы Көнбайыш Европа философияһы менән фәненә ҙур йоғонто яһай. Отрар китапханаһының барлыҡҡа килеүен дә уның менән бәйләйҙәр. 

Фарабиҙың тормошо тураһында мәғлүмәт бик аҙ. Уларҙың да бер өлөшө, башҡа тарихи шәхестәрҙеке кеүек, легенда булып тора. Фарабиҙың вафат булған йылы менән Дамаскҡа күскән ваҡыты ғына асыҡ, башҡа даталар яҡынса ғына билдәле. Фарабиҙың биографияһына ҡағылышлы сығанаҡтар XII—XIII быуаттарҙа ғына яҙылған. Фарабиҙың биографтары араһында Бейхаки, Кифти, Ибн Аби Үсейбиә, Ибн Хелликан бар.

Фарабиҙың ниндәй милләткә ҡарағанлығын асыҡлау өсөн дә мәғлүмәт етешмәй[7].

Фараби Фараб тигән ерҙә (хәҙ. Отрар, Көньяҡ Ҡаҙағстан), Арыс йылғаһы Һырдаръяға ҡойған урында тыуған тип иҫәпләнелә[8]. Фарабиҙың замандашы Ибн Һауҡал билдәләгәненсә, Фараб округы ҡалаларына Весидж инә, сығышы менән Әбү-Наср әл Фараби нәҡ шунан.

Башланғыс белемде Фараби тыуған төйәгендә алғандыр тип фараз ителә. Булған мәғлүмәттәргә ярашлы, Урта Азиянан сығып киткәнсе Фараби Шашта (Ташкент), Сәмәрҡәндтә һәм Бохарала булған, һуңғыһында күпмелер ваҡыт уҡыған һәм эшләгән[9][10].

Белем алыуын дауам итер өсөн философ Ғәрәп хәлифәлегенең мәҙәни үҙәге һәм баш ҡалаһы Бағдадҡа йүнәлә. Юл ыңғайы Ирандың Исфаһан, Хамадан, Рей (Тәһран) ҡалаларына һуғыла. Бағдадта Фараби хәлиф әл-Мөҡтәдир хакимлыҡ иткән осорҙа (908—932) төпләнә һәм фәндең төрлө тармаҡтарын, телдәрҙе өйрәнә башлай. Уның медицинаны, логиканы һәм грек телен өйрәнгәне билдәле.

Бағдадта Йүһәннә ибн Хәйлән һәм антик текстарҙы ғәрәпсәгә тәржемә иткән Әбү Бишр Матта Әл-Фарабиҙың остазы булалар. Үсейбиә белдергәненсә, Хәйләнде Фараби Аристотель мираҫын тапшырыусы тигән. Әбү Башр логика уҡытҡан.

Тиҙҙән Фараби билдәле ғалимға әүерелә. 941 йылда Дамаскиға күсә, ҡалған бөтә ғүмерен шунда үткәрә. Дамаскиҙа Фараби элегерәк башлаған "Яҡшы ҡала тураһында трактат"ын тамамлай. Дамаскиҙа Фарабиҙың тормош-көнкүреше тәүҙә еңелдән булмағандыр. Әҙәбиәттә уның баҡса ҡарауылсыһы булып эшләүе, ғилми эшмәкәрлек менән төндәрен генә шөғөлләнеүе тураһында хикәйәләүҙәр бар. Төн эшләр өсөн шәмде лә эшләп алған аҡсаһына һатып алыр булған. Әммә тиҙҙән ул бағыусы таба. Халебтың хакимы, үҙ заманының алдынғы ҡарашлы кешеләренә булышлыҡ итеүсән Сәйфетдәүл Али Хамдани (943—967) була ул. Атап әйткәндә, ул Шәреҡ шағирҙарынан Әбү Фирасҡа, Әбүл Ғәббәс ән-Намиға, Әбүл Фараж әл-Ваваға, Әбүл Фәтх Абул Кушужимға, ән-Нәшигә, әр-Раффиға, Ибн Нубатаға, әр-Рәкигә, Абдуллаһ ибн Халавейхигә, Әбү-т-Тайиб әл-Лөғәви әл-Фарисаға һәм башҡаларға бағыусылыҡ итә. Әйткәндәй, Фараби һарай ғалимына әүерелмәй һәм Халебҡа күсмәй, унда Дамасктан килеп кенә йөрөй. 949—950 йылдарҙа Фараби Мысырҙа була.

Фарабиҙың вафаты тураһында ике версия бар. Беренсеһенә ярашлы, ул Дамаскта үҙ үлеме менән мәрхүм булған, икенсеһе буйынса, Аскаланға барышлай юлбаҫарҙар тарафынан үлтерелгән[11]. Шулай уҡ Фарабиҙың дин йолаһы буйынса ерләнмәгәнлеге билдәле[12]. Әммә ҡайһы бер мосолман авторҙары Фарабиҙы тоғро мосолман итеп күрһәтергә тырыша[13].

Фарабиҙың шәкерттәре — Бағдадтағы Яхъя ибн Ади менән Алепполағы Ибраһим ибн Ади телгә алына. Остаздарының вафатынан һуң улар Фараби трактаттарына ла, грек философтары хеҙмәттәренә лә аңлатмалар яҙыуҙы дауам итә.

Интеллектуаль мираҫы һәм фән үҫешенә индергән өлөшө   

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
Әл-Фараби Ирандың почта маркаһында. 1950 йыл

Әл-Фараби көнсығыш перипатетизмына, йәғни аристотелизмына, нигеҙ һалыусы булараҡ билдәле [14]. Шунлыҡтан уның йәшәйешкә ҡағылышлы ҡараштары аристотелизм һәм неоплатонизм идеяларына яҡын.

Әбү Наср әл-Фараби тәғлимәтенә ярашлы, бөтә булған нәмәләр үҙ-ара сәбәп һәм эҙемтә бәйләнеше менән бәйләнгән алты башланғыс баҫҡысҡа бүленә. 

Башланғыстар ике төрлө була: ихтимали барҙар һәм ихтыяжи барҙар. Беренсе төргә асылдарынан уларҙың булыу ихтыяжлығы сыҡмаған әйберҙәр, икенсеһенә асылдарынан уларҙың булыу ихтыяжлығы сыҡҡан әйберҙәр инә. Ихтимал булыуға ҡағылышлы бөтә нәмә булыу өсөн ниндәйҙер сәбәпкә мохтаж. Был сәбәп тип донъяны мәңге итеп яралтҡан берҙән-бер алла иҫәпләнә. 

Башҡа сәбәптәргә күплек хас. Беренсе сәбәптән икенсе сәбәптәр — күк есемдәре — хасил була Йыһан аңы өсөнсө сәбәп булып тора, ул йыһанды «аҡылы булған хайуан» кеүек итеп хәстәрләй һәм уны камиллыҡҡа еткерергә тырыша. Башҡа сәбәптәр реаль ер предметтары менән бәйле. 

Әл-Фарабиҙың философик хеҙмәттәре:

  • «Субстанция тураһында һүҙ»
  • «Һорауҙар асылы»
  • «Ҡанундар тураһында китап»
  • «Ғаләм хәрәкәтенең даимилығы тураһында китап»
  • «Аҡылдың мәғәнәһе тураһынд»
  • «Йәштәрҙең аҡылы тураһында китап»
  • «Логика буйынса ҡыҫҡартылған ҙур китап»
  • «Логикаға инеш китабы»
  • «Дәлилдәр китабы»
  • «Силлогизм шарттары тураһында китап»
  • «Рух асылы тураһында трактат»
  • «Төштәр тураһында һүҙ»
  • «Яҡшы ҡалала йәшәүселәрҙең ҡараштары тураһында трактат»
  • «Фәндәрҙең билдәләмәһе һәм классификацияһы тураһында китап»
  • «Фәлсәфәнең мәғәнәһе тураһында китап»
  • «Фәлсәфә өйрәнеү өсөн нимә белергә кәрәклеге тураһында китап»
  • «Фәлсәфәгә иҫкәрмәләр»

Өлгөлө ҡала-дәүләт тураһында тәғлимәт

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Әл-Фарабиҙың социаль-этик трактаттары араһында ижтимағи тормош тураһындағы тәғлимәткә арналғандары байтаҡ  («Яҡшы ҡалала йәшәүселәрҙең ҡараштары тураһында трактат», «Бәхеткә өлгәшеү тураһында китап», «Бәхет юлдарын күрһәтеү», «Граждан сәйәсәте», «Һуғыш һәм тыныс тормош тураһында китап», «Йәмғиәтте өйрәнеү китабы», «Яҡшы холоҡтар тураһында»). Грек философтарының, бөтәһенән элек Платон менән Аристотелдең  сәйәси һәм этик ҡараштарына таянып һәм боронғо Шәреҡтең  социаль идеяларын ҡулланып, әл-Фараби йәмғиәт ҡоролошоноң төҙөк системаһын эшләй. 

Яҡшы ҡалалар башында философ хакимдар тора, бер үк ваҡытта улар дини йәмәғәтселек етәксеһе лә була. Яҡшы ҡалаларҙа унда йәшәгән бөтәһен дә бәхетле итергә ынтылалар, унда изгелек һәм ғәҙеллек хөкөм һөрә. Яҡшы ҡалаларға Фараби наҙан ҡалаларҙы, халҡы ысын бәхет тураһында бер ни ҙә белмәгән һәм уға һис бер ынтылмаған, тик тән һаулығы, кәйеф-сафа, байлыҡ һәм ләззәт артынан ҡыуған ҡалаларҙы ҡаршы ҡуя. 

Фараби музыка ғилеменә ҙур өлөш индерә. Был өлкәләге төп хеҙмәте  — «Музыка тураһында ҙур китап»  — Көнсығыш музыкаһы һәм боронғо грек музыкаль системаһы тураһында ҡиммәтле мәғлүмәт сығанағы булып тора. Китабында Фараби музыкаға ентекле билдәләмә бирә, уның категорияларын аса, музыкаль әҫәрҙе хасил иткән элементтарҙы тасуирлай. 

Әл-Фараби шулай уҡ «Музыка тураһында һүҙ» һәм «Ритмдарҙы классификациялау тураһында китап» яҙған.

Математика һәм астрономия

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Әл-Фараби  Евклид һәм Птолемей хеҙмәттәренә аңлатмалар яҙған. «Геометрик төҙөлөштәр буйынса ҡулланма», «Йондоҙҙарҙың хөкөмдәрендә дөрөҫ булғандар һәм дөрөҫ булмағандар тураһында трактат» Фараби хеҙмәттәре булып тора.

  • «Бушлыҡ тураһында һүҙ» (моғайын, вакуум тураһында тарихта беренсе хеҙмәттер)
  • «Физика фәне элементтары тураһында юғары фекерләүҙәр китабы»
  • «Химия сәнғәте кәрәклеге тураһында»
  • «Хайуандарҙың ағзалары тураһында»
  • «Кеше ағзалары тураһында»
  • «Яҙыу сәнғәте тураһында китап»
  • «Шиғыр һәм риторика тураһында китап»
  • «Хәрефтәр һәм өндәр тураһында»
  • «Риторика тураһында китап»
  • «Каллиграфия тураһында китап»
  • «Һүҙлектәр тураһында»
  • Ҡазағстандағы ҙур уҡыу йорто — Ҡаҙағстан Милли университеты уның исемен йөрөтә.
  • Әл-Фараби исемендәге Шымкент мәҙәниәт педагогия институты.
  • Ҡазағстандың күп ҡалаларында уның исемен йөрөткән урамдар бар. 
  • Алма-Ата һәм Төркөстан ҡалаларында һәйкәл ҡуйылған. 
  • 1975 йылда Мәскәүҙә, Алма-Атала һәм Бағдадта киң халыҡ-ара күләмдә Әл-Фарабиҙың тыуыуына 1100 йыл тулыу юбилейы үткәрелде.
  1. 1,0 1,1 al-Fārābī // Encyclopædia Britannica (ингл.)
  2. 2,0 2,1 الفارابي (unspecified title) (ғәр.) / под ред. ع. ب. مخلوف, (not translated to ar)دار النشر سوي, 2007. — Б. 9. — 239 с. — ISBN 978-2-02-048161-8
  3. Corbin H. Histoire de la philosophie islamique (фр.) — 1964. — P. 223.
  4. Corbin Henry. History of Islamic Philosophy. — Kegan Paul, 2001. — ISBN 978-0-7103-0416-2.
  5. Dhanani, Alnoor (2007), "Fārābī: Abū Naṣr Muḥammad ibn Muḥammad ibn Tarkhān al‐Fārābī", in Thomas Hockey et al, The Biographical Encyclopedia of Astronomers, New York: Springer, pp. 356–7, ISBN 978-0-387-31022-0, <http://islamsci.mcgill.ca/RASI/BEA/Farabi_BEA.htm>  (PDF version)
  6. Согласно средневековым мусульманским источникам Фараби умер в возрасте 80 лет в 339 году хиджры.
  7. Gutas, Dimitri Farabi. Encyclopædia Iranica. Дата обращения: 4 апрель 2010.
  8. О родине Фараби см. например Бартольд В. В. Сочинения. М.: Изд-во АН СССР, 1963, т.1., С.234-236, Хайруллаев М. М. Абу Наср ал-Фараби, М.: Наука, 1982, С.41., Касымжанов А. Х. Абу-Наср аль-Фараби. М.: Мысль, 1982, С.7.
  9. John R. Pottenger. Reaping the Whirlwind: Liberal Democracy and the Religious Axi. — Washington, DC: Georgetown University Press, 2007. — 342 p. — (Religion and Politics series). — ISBN 1589011627.
  10. Edward A. Allworth. The Modern Uzbeks: From the Fourteenth Century to the Present: A Cultural History. — Hoover Institution Press, 1990. — 424 с. — (Studies of Nationalities). — ISBN 0817987320.
  11. Хайруллаев М. М. Абу Наср ал-Фараби, М., 1982, С.48.
  12. Али Ахбар Хусейни. Мажму ал-авлиё. — Рукописный фонд Института востоковедения им. Беруни АН Республики Узбекистан, л. 230а.
  13. См. Абдугаффар Казвини. Нагаристани Гаффари. Бомбей. 1858, С.92.
  14. Статья «Фараби» в Новой философской энциклопедии (на сайте ИФ РАН).
  • Ардакани, Р. Д. Фараби — основоположник исламской философии. Пер. с перс. А. Абсаликова. — М.: ООО «Садра», 2014. — 132 с. — ISBN 978-5-906016-37-9.
  • Гафуров Б. Г., Касымжанов А. Х. Ал-Фараби в истории культуры. М., 1975.
  • Даукеева С. Философия музыки Абу Насра Мухаммада аль-Фараби. Алматы: Фонд Сорос — Казахстан, 2002. — 352 с. — ISBN 9965-13-819-2.
  • Касымжанов А. Х. Абу-Наср аль-Фараби. М.: Мысль, 1982.
  • Кенисарин А. М., Нысанбаев А. Н. Становление историко-философских идей в учениях Аристотеля и аль-Фараби // Вопросы философии. — 2005. — № 7. — С.136-145.
  • Кубесов А. Математическое наследие ал-Фараби. Алма-Ата: Наука, 1974.
  • Нысанбаев А. Н. Развитие фарабиеведения в Казахстане: итоги, проблемы и перспективы. // Вопросы философии. № 5. 2011. С.119-129.
  • Сагадеев А. В. Учение Ибн Рушда о соотношении философии, теологии и религии и его истоки в трудах ал-Фараби. — В кн.: Ал-Фараби. Научное творчество. М., 1975.
  • Хайруллаев М. М. Фараби, эпоха и учение. Ташкент, 1975.
  • Хайруллаев М. М. Абу Наср ал-Фараби: 873—950. М., 1982.
  • Шаймухамбетова Г. Б. Учение Платона об идеях и теория разума ал-Фараби. В кн.: Ал-Фараби. Научное творчество. М., 1975.
  • Туманян Т. Г., Держивицкий Е. В. Теория воспитания Платона в политической философии Ал-Фараби // Политика и образование. СПб. 2008. С. 135—148.
  • Madkour J. La place d’al-Farabi dans l’ecole philosophique musulmane. P., 1934.
  • Habib Hassan Touma. The Music of the Arabs. Trans. Laurie Schwartz. Portland (Oregon): Amadeus Press, 1996.
  • Fakhry M. Al-Farabi, Founder of islamic neoplatonism: His life, works, and influence. Oxford: Oneworld Publications, 2002.
  • Marcinkowski C. A Biographical note on Ibn Bajjah (Avempace) and an english translation of his Annotations to Al-Farabi’s «Isagoge». Iqbal Review, 43, p. 83-99.
  • Reisman D. Al-Farabi and the Philosophical Curriculum. // Adamson P., Taylor R. The Cambridge Companion to Arabic Philosophy. Cambridge University Press, 2005.
  • Corbin, H. History of Islamic Philosophy. London: Keagan Paul Int., 1993.