Ибн Рөшд

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Ибн Рушд битенән йүнәлтелде)
Перейти к навигации Перейти к поиску
Ибн Рөшд
ғәр. ابن رشد
Рәсем
Заты ир-ат[1][2][…]
Гражданлығы Flag of Morocco 1147 1269.svg Альмохады[d]
Тыуған ваҡыттағы исеме ғәр. أبو الوليد محمد ابن احمد ابن رشد‎
Тыуған көнө 14 апрель 1126[3]
Тыуған урыны Әл-Әндәлүс, Әл-Мурабиттар, Кордова[d][2][3]
Вафат булған көнө 10 декабрь 1198[3] (72 йәш)
Вафат булған урыны Альмохады[d], Марракеш[d][2][3]
Һөнәр төрө фәлсәфәсе, табип, астроном, судья, яҙыусы
Эшмәкәрлек төрө Фәлсәфә, астрономия, ислам дин ғилеме[d], Фиҡһ, Медицина һәм тел ғилеме
Биләгән вазифаһы судья[d]
Сәнғәт йүнәлеше аристотелизм[d]
Испытал влияние от Аристотель[3]
Кемдә уҡыған Abu Jafar ibn Harun al-Turjali[d]
Код по Регенсбургской классификации CE 1900
Commons-logo.svg Ибн Рөшд Викимилектә

Ибн Рөшд; Әбүл Вәлид Мөхәммәт Әхмәт улы, шулай уҡ Аверро́эс (14 апрель 1126 йыл10 декабрь 1198 йыл) — данлыҡлы ғәрәп фәлсәфәсеһе.

Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Уның атаһы баш хөкөмдар һәм мөфтөй вазифаһын биләй. Ул үҙ быуатының данлыҡлы ғалимдарынан белем ала, теософтар һәм ғалимдар менән дуҫ була. Белеме һәм таланттары арҡаһында, Йософ солтан (1163—1184) заманында юғары вазифалар биләй. Йософ солтан вариҫы әл-Мансур тәүҙә Әбүл Вәлид Мөхәммәт улына ҙур мәрхәмәт күрһәтә, әммә аҙаҡ дошмандары уны Ҡөрьән тәғлимәтен үтәмәүҙә ғәйепләй. Әл-Мансурҙың мәрхәмәтенән мәхрүм ҡалғас, ул бөтә вазифаларын юғалта һәм Кордова янындағы Елизенда, Люценала һөргөндә йәшәй. Бер нисә йылдан, солтан философия менән шөғөлләнә башлағас, Әбүл Вәлид Мөхәммәт Әхмәт улын яңынан Мароккоға саҡыра һәм яҡын күрә башлай, тик философ оҙаҡламай (1198 йылдың 12 декабрендә) вафат була.

Әбүл Вәлид Мөхәммәт Әхмәт улы Аристотель хеҙмәттәрен тәржемә итә һәм тәрән аңлап төшөндөрә. Уның хеҙмәттәрендә, күпселек ғәрәп философтарына хас булғанса, Александрия философтарының тәьҫире һиҙелә. Ғәрәп философтарына, айырыуса Әл-Ғаззалиға ҡаршы ул рационалистик философияның яҡлаусыһы булып сығыш яһай. Байтаҡ әҫәрҙәре латинса тәржемәлә килеш кенә һаҡлана. Уның Аристотелгә комментарийҙары латин телендә Аристотель әҫәрҙәренең дөйөм баҫмаһында донъя күрә (11т. Венеция, 1960).

Әбүл Вәлид Мөхәммәт Әхмәт улының медицина системаһы рәүешендәге «Colliget» тип аталған хеҙмәте, латин теленә тәржемәләнеп, бер нисә тапҡыр нәшер ителә. Күп кенә әҫәрҙәре йәһүд теленә тәржемәләнә. Христиан донъяһында уның философияһы XIII быуатта уҡ тейешле баһа ала. Әммә пантеистик тәғлимәте, астрология менән бергә, яңылышыу тип ҡабул ителә.

Бынан тыш Әбүл Вәлид Мөхәммәт Әхмәт улы ҡояштағы таптарҙы тикшереп, астроном булараҡ та дан ҡаҙана.

Әбүл Вәлид Мөхәммәт Әхмәт улының фәлсәфәүи әҫәрҙәре менән таныштырыу эшендә М. Мюллер ҙур хеҙмәт күрһәтә — «Аверроэстың философияһы һәм теологияһы» тигән ғәрәп текстарын нәшер итә(Мюнхен, 1859). Уларҙың тәржемәһе Мюллер вафат булғандан һуң Бавария академияһы тарафынан баҫтырылып сығарыла (Мюнхен, 1875).

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Colliget
рус телендә
  • Аверроэс // Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге: 86 томда (82 т. һәм 4 өҫтәмә том) — СПб., 1890—1907. (рус.)
  • Гайденко В. П., Смирнов Г. А. Западноевропейская наука в средние века: Общие принципы и учение о движении. — М.: Наука, 1989.
  • Ефремова Н. В. О единстве философии и религии согласно Ибн-Рушду // Вера и знание в контексте диалога культур. Сравнительная философия. М., 2008.
  • Ефремова Н. В. Ибн Рушд // Новая философская энциклопедия / Ин-т философии РАН; Нац. обществ.-науч. фонд; Предс. научно-ред. совета В. С. Стёпин, заместители предс.: А. А. Гусейнов, Г. Ю. Семигин, уч. секр. А. П. Огурцов — 2-е изд., испр. и допол.. — М.: Мысль, 2010. — ISBN 978-5-244-01115-9.
  • Ибн Рөшд // Энциклопедия «Кругосвет».
  • Сагадеев А. В. Ибн-Рушд (Аверроэс). М.: Мысль, 1973. — 207 с. — (Мыслители прошлого).
  • Ренан Э. Аверроэс и аверроизм // Ренан Э. Собр. соч., т. 8. Киев, 1902.
башҡа телдәрҙә
  • Heinrich Ritter, Geschichte der Philosophie, Bd. 1—12, Hamburg, 1829—1853.
  • Fausto Lasinio, Studii sopra Averroe, I—V, Firenze, 1872—1874.
  • Kogan, Barry S. (1985). Averroes and the Metaphysics of Causation. SUNY Press. ISBN 0-88706-063-3.
  • Leaman, Olivier (1998). Averroes and his philosophy. Routledge. ISBN 0-7007-0675-5.
  • Baffioni, Carmela (2004). Averroes and the Aristotelian Heritage. Guida Editori. ISBN 88-7188-862-6.